- Элек ололар бер бала бала түгел, ике бала бер бала, өс бала ике бала тип әйтә торғайны. Әллә шул һүҙҙәр башта уйылып ҡалғанғамы, әллә үҙем күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, иптәшем менән өйләнешкәс тә өс балаға ата-әсәй булабыҙ тип хыялландыҡ. Бына өс улыбыҙ бар. Мин хәҙер бер көнөмдө лә уларһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, - тип һүҙ башланы әсәй кеше.
- Ҡайһы ваҡыт өйҙә тауыш, шау-шыу булып китә, бергәләп гөрләп торабыҙ. Ысынлап та, улдарым үҫкән һайын беҙҙең өсөн дә яуаплылыҡ арта, һәр береһе менән һөйләшергә, тыңларға, уйнарға кәрәк. Балалар өсөн күп көс талап ителһә лә, улар бит үҙҙәре лә беҙгә дәрт биреп тора, - тип дауам итә малайҙарҙың атаһы.
Иң оло улдары Артур быйыл 25-се башҡорт гимназияһының 5-се класына уҡырға бара. Ул инглиз телен өйрәнә, йөҙөү менән шөғөлләнә. Икенсе улдары Арыҫлан 3-сө класҡа күскән. Футбол менән мауыға, музыка мәктәбенең ҡурай түңәрәгенә йөрөй. Әйтергә кәрәк, Артур - бассейн, ә Арыҫлан музыка мәктәбенә льгота менән йөрөй, был күп балалы ғаилә булараҡ дәүләттән ярҙам булып тора. Аҙнаевтарҙың иң бәләкәстәре Асланға саҡ бер йәш тулып килә. Ул әсәһе һәм ағаларының өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Аҙнаевтарҙың улдары яҡшы уҡып ҡына ҡалмай, өйҙә лә ярҙам итә. Иҙәндәрҙе лә, һауыт-һабаны ла йыуалар, үҙҙәренең урындарын да йыйып ҡуялар.
-Беҙ балаларыбыҙҙың игелекле, яуаплы, әҙәпле кешеләр булып үҫеүен теләйбеҙ. Атанан күргән уҡ атҡан, әсәнән күргән күн бескән тигәндәй, улдарыбыҙҙы үҙебеҙҙең миҫалда тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бар эштәргә бергәләп тотонабыҙ, сөнки берҙәмлектә - көс, - тип йылмая Регина.
Яҡын арала Аҙнаевтар бергәләп ҙур йорт та һалып сығыр иҫәп тота. Бының өсөн улар Әсәлек капиталын тотонмай, һаҡлап тора икән.
Ишле ғаиләлә байрамдар ҙа күберәк һәм улар күңеллерәк уҙа, эштәр ҙә тиҙерәк эшләнә. Сөнки бергәләп күмәкләшеп эшләүе дуҫ-татыу булырға ла ярҙам итә. Ғаилә ҡала мөхитендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер-береһе менән тик башҡортса ғына һөйләшергә тырыша. Салауатта үткәрелгән барлыҡ милли сараларға, театрға, дини байрамдарҙа мәсеткә йөрөй. Улдарын халҡыбыҙҙың батырҙары, бөйөк яҙыусылары, шағирҙары менән таныштыра улар. Бер һүҙ менән әйткәндә, Аҙнаевтар рухлы быуын тәрбиәләй.
- Малайҙар ҙурайыу менән уларҙың ҡыҙыҡһыныуы ла арта. Бар нәмәне белгеһе, тотоп ҡарағыһы килә. Бына бәләкәсегеҙ әҙерәк ҙурайһа, ҙур ҡалалар буйлап музейҙар күреп йөрөп килергә иҫәп тотоп торабыҙ. Күп балалы ғаилә булараҡ, ошондай урындарға беҙ бушлай инә алабыҙ. Бынан тыш, беҙҙең ғаиләгә бушлай бассейнға йөрөргә мөмкин, машинаға, ер һалымдары ташлама менән килә. Был үҙенә күрә ғаилә килеменә бер ни тиклем ярҙам булып тора, - тип һөйләй геройҙарым.
Ысынлап та, 2024 йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә йылы тип иғлан иткәйне. Был ҡарар ғаиләләрҙе яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтте популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Был йүнәлеш беҙҙең республикала ла өҫтөнлөклө булып ҡала. «Киләһе йылды ил Президенты Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был йәнә бер тапҡыр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү - беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөктәребеҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, - тигәйне Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.
Эйе, ғаиләләрҙә балалар тыуыуы республикала халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора.
Хәҙер ата-әсәләр ғаиләлә бала табыуға яуаплы ҡарай. Дәүләт һәм Башҡортостан Республикаһы бындай ҡарашты хуплай һәм ярҙам сараларын тәҡдим итә. Һәр ғаилә бала тыуғандан алып балиғ булғанға тиклем ярҙамға иҫәп тота ала. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары балалы ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен тәьмин итеү өсөн төрлө формалар тәҡдим итә. Һүҙ төрлө льготалар һәм пособиелар рәүешендәге матди ярҙам, шулай уҡ мөһим хеҙмәттәр һәм тауарҙар күрһәтеү өсөн ярҙам тураһында бара. Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күреп, уңайлы шарттарҙа үҫешергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге ишле ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар биреү ҡаралған, ә балалар баҡсаларына уларҙы сиратһыҙ ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм мәктәп формалары ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам бар.
Һандар теле менән
Һуңғы тиҫтә йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана, ә бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Һығымта яһап шуны әйтергә була, күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай. Ишле ғаиләлә бер туғандар бер-береһенә терәк булып, ярҙам итешеп йәшәй, улар менән йортта шатлыҡ, бәхет, ҡот арта. Хөкүмәт тә балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп, льготалар, ташламалар тәҡдим итеп тора. Аҙнаевтар ҙа ана шулай күп балалы булғандарына һөйөнөп, дәүләттән тәғәйен ярҙамдар алып, гөрләтеп донъя көтә. Ошондай ишле башҡорт ғаиләләре күберәк булһын ине, тип теләп ҡалабыҙ.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы