Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль , 10:00

Һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш биреү мөмкин

Башҡортостан Республика халҡы сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урыны буйынса ла тауыш бирә аласаҡ. Уның менән 2024 йылдың 6,7 һәм 8 сентябрендә тауыш биреү көндәрендә теркәлгән урыны буйынса булмаған: Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә командировкаға киткән, икенсе ҡалала уҡыған, отпускыға киткән, теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгән, бинаһы мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн йыһазландырылған икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгән кешеләр файҙалана ала.

Бының өсөн граждандың ваҡытлыса йәшәйәсәк урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғаризаны өс юл менән бирергә кәрәк: 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә тиклем - Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһына йәки күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә шәхсән мөрәжәғәт итергә; 2024 йылдың 28 авгусынан 2 сентябренә тиклем - республиканың теләһә ниндәй участка һайлау комиссияһына - шәхсән; 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 24:00 сәғәткә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон рәүештә ғариза ебәрергә мөмкин.
Территориаль һайлау комиссияһына, Күп функциялы үҙәккә, участка һайлау комиссияһына ғариза биргәндә Рәсәй Федерацияһы гражданының паспортын күрһәтергә кәрәк (паспортты алмаштырыу осоронда - фотоһүрәте булған ваҡытлыса шәхес танытмаһы).
Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – ауыл һәм ҡасаба Советтарына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ҡулланылмай.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: