газета "Салауат"
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 11:05

Күҙҙәрҙе һәм күңелде ҡыуандыра ихаталар

Әллә ҡайҙан матурлығы, күркәмлеге менән үҙенә тартып торған ихаталар күҙҙе лә, күңелде лә шатландыра. Бындай йорт биләмәләрендә һәр ваҡыт йәнлелек. Бигерәк тә балалар өсөн күңелле - сағыу, заманса балалар майҙансыҡтарында төрлө уйын йыһаздары, тренажерҙар бар, унда хәүефһеҙлек өсөн резина япмалар түшәлгән. Ололар өр-яңы эскәмйәләргә ултырып күршеләре менән аралаша, күҙ алдындағы зауыҡлыҡҡа һоҡлана. Был барлыҡ шарттар «Башҡорт ихатаһы» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Күҙҙәрҙе һәм күңелде ҡыуандыра ихаталар
Күҙҙәрҙе һәм күңелде ҡыуандыра ихаталар

Һәр кешегә ниндәй мөхиттә йәшәүе мөһим. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған «Башҡорт ихаталары» комплекслы программаһы халыҡҡа үҙҙәре йәшәгән биләмәне төҙөкләндереү мөмкинлеге бирә. Программа 2019 йылдан бойомға ашырыла һәм ошо ваҡыт арауығында 1326 ихата яңыртылған.


Радий Хәбиров «Башҡорт ихаталары»н республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығындағы өҫтөнлөклө һәм иң яҡшы проект тип атаны.
- Мин ихатаға «ингәндәр» икән, тимәк бөтә нимәне тәртипкә килтерергә кәрәк тигән фекерҙә. Подъездарҙы эшләргә, ҡыйыҡты, фасадтарҙы рәткә килтерергә. «Башҡорт ихаталары» - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Радий Хәбиров. - Мөмкинлеккә ҡарап йорт яны биләмәләрен яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүләсәкбеҙ.


«Башҡорт ихаталары»н тормошҡа ашырыу өсөн эштәр исемлегенә хәүефһеҙ резина япма менән балалар, спорт майҙансыҡтарын төҙөү, йәшелләндереү, машиналар өсөн парковка булдырыу, автомобиль һәм йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы асфальтлау, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыу, бәләкәй архитектур формалар ҡуйыу һәм башҡаһы инә. Төҙөкләндереү процесын башлап ебәреү өсөн торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында коллектив менән ҡарар ҡабул итеү мөһим. Программаны бойомға ашырыуға средство республика бюджетынан бүленә. Эштәрҙең сифатын белгестәр контролдә тота, кешеләрҙең фекерен иҫәпкә ала.


Программа ыңғай баһа алды, шуға ла ғәмәлдә, уның сиктәрендә күп кенә ҡала һәм райондарҙа матур һәм уңайлы ихаталар барлыҡҡа килә. Салауатта ла «Башҡорт ихаталары» арҡаһында яңы төҫ алыусы йорт алдары йылдан-йыл арта.


- «Башҡорт ихатлары» программаһы беҙҙең ҡаланы үҙгәртә, кешеләрҙең йәшәгән урынын уңайлыраҡ һәм зауыҡлыраҡ итә. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең йорт янында ғына ял итеү, уйнау, һаулыҡтарын нығытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Парктарға, скверҙарға йөрөй алмаған ололар өсөн дә был мөһим, улар өй алдында ғына рәхәтләнеп йөрөй, күршеләре менән аралашып, ейәнсәрҙәрен ҡарап ултыра ала. Күҙ ҙә шатлана, күңел дә ҡыуана. Мин йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү программаһын хуплайым, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Салауат башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров.


- Бөгөнгө көнгә «Башҡорт ихаталары» - төбәгебеҙҙең өҫтөнлөклө проекты тип иҫәпләйем. Төбәк етәкселеге йәмәғәт урындарына ҙур иғтибар бүлә, беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар матур, уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырыша һәм ихаталар ошо ҙур эштең бер өлөшө. Ихата территорияларының проекттары буйынса мотлаҡ рәүештә унда йәшәүселәр менән фекер алышыу уҙғарыла. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, «Башҡорт ихаталары» программаһы биләмәләрҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү генә түгел, халыҡтың үҙ аллығын, гражданлыҡ яуаплылығын арттырыуға булышлыҡ итә, сөнки күп кенә проблемаларҙың хәл ителеше граждандарҙың үҙҙәренең активлығына бәйле, - ти «Берҙәм Рәсәй» партияһы урындағы бүлегенең башҡарма секретары Эльвира Маликова.


2024 йылда Салауат ҡалаһында ике ихата биләмәһе яңыртыла. Һүҙ Бекетов урамындағы 10-сы, 12-се йорттарҙың алдары һәм Калинин урамындағы 18-се, 20-се, 22-се, 24-се, 26-сы, Ленин урамындағы 64-се йорттар биләмәләре хаҡында бара. Ике объектта ла «Рефтөҙөлөшпроект» подряд ойошмаһы актив эштәр алып бара.
- Проект менән юлдарҙы, парковка урындарын асфальтлау, яңы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, декаратив ҡоймалар ҡуйыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыу, ҡаты ҡалдыҡ майҙансыҡтарын ҡуйыу ҡаралаған, - тип бүлеште ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Царегородцева.
Эштәрҙе сентябрь айында тамамалау күҙаллана.


Салауаттарҙы «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған һөҙөмтә бик тә ҡыуандыра. «Беҙҙең ихата иң матуры», - тип иҫәпләй Островский урамындағы 45а, 55-се, 57-се һәм Салауат Юлаев бульварындағы 23а йортонда йәшәүселәр.
- Төҙөкләндерелгәндән һуң беҙҙең йорт бик матур булып ҡалды, миңә һәр хәлдә оҡшай. Ейәнсәрҙәрем ошондай йөрөй, уйнай, башҡа йорттарҙан да балалар килә, бергәләп дуҫлашалар, буш ваҡыттарын күңелле итеп үткәрәләр. Үҫмерҙәрҙә һаҡсыллыҡ юҡ, әлбиттә, беҙ емермәһендәр өсөн иҫкәртеп торабыҙ. Ә былай ихатаны ҡарайҙар. Юлдарҙы киңәйттеләр, машинаға һәм йәйәүлеләргә юлдар айырым - был бик уңайлы. Был үҙгәрештәрҙе күреп тик һоҡланабыҙ, - тип тойғолары менән бүлешә ошо ихатала йәшәүсе Людмила Букина.


Ысынлап та, «Башҡорт ихатаһы» халыҡ программаһына әүерелде, сөнки ул ихатаны күркәм, заманса, уңайлы ите идеяһы менән яныусы төрлө йәштәге һәм ҡараштағы кешеләрҙе берләштерә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: