газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь , 12:20

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы Салауатты күркәмләндерә

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы тыуған ҡалабыҙҙың йөҙөн үҙгәртеп, йәмәғәт урындарын матурландыра, ҡала халҡының ихтыяждарына тап килеп, тик шатлыҡ бүләк итә. Төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйы салауаттарҙың күңеленә шул тиклем хуш килде, хатта күптәр ундағы «бәшмәкле» яланды иҫләмәйҙер ҙә. Ә яңырған Батыр аллеяһының социаль селтәрҙә фотолары һалынғас, күптәр танымай ҙа торҙо, гирляндалар менән яҡтыртылған киске юлдар, йәшел зонт аҫтындағы бәүелсәктәр, зауыҡлы итеп яһалған фонтан барыһын да һоҡландырҙы. Иң мөһиме, бындай йәмле урындар салауаттарҙың үҙҙәренең ҡатнашлығы, актив тауыш биреүе арҡаһында ла барлыҡҡа килә.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы Салауатты күркәмләндерә
«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы Салауатты күркәмләндерә

Салауаттар тәүге барып күреүҙән үк яңыртылған, шул уҡ ваҡытта күптән таныш һыҙаттары булған аллеяны яратты. Тик Салауат Юлаев бюсы урынлашҡан был биләмәнең икенсе өлөшөнөң төҙөкләндерелмәүе борсолдорҙо, шуға күрә лә салауаттар 2023 йылда актив тауыш бирҙе һәм Батыр аллеяһында тағы ла эштәр башланды. Хәҙер инде уның һөҙөмтәһен көтәбеҙ, бында тарихи үҙенсәлек һаҡланып, матур йәмәғәт урыны барлыҡҡа килер тип өмөт итәбеҙ.
Анжела һәм Илдус Йосоповтар дүрт йәшлек ҡыҙҙары Софья менән аллеяла йыш йөрөй.
- Аҙна һайын ял көндәрендә киләбеҙ, бында бәүелсәктәр, бурсалар менән бик һәйбәт балалар майҙансығы бар. Эргәлә генә - фонтан. Софья аллеяла уйнарға ярата. Беҙҙең үҙебеҙгә лә оҡшай. Бындай майҙансыҡтар күберәк булһын, - ти Анжела.
Балалар майҙансығы янында бәләкәй генә Савелий һәм Тимур юлда төҫлө аҡбурҙар менән һүрәт төшөрөп, машиналар менән уйнай ине.
- Балалар майҙансығы ҙурыраҡ балаларға тәғәйенләнгән, бурсаларға менә алмайҙар, бәүелсәктәр ҙә бейегерәк. Төҙөкләндерә башлаған аллеяның икенсе өлөшөндә иң кескәйҙәр өсөн дә уйын комплексы барлыҡҡа килһә яҡшы булыр ине. Уның уратып алыныуы ла мөһим, беҙҙең балалар самокатта йөрөүселәрҙән һаҡланыр ине, - тип бүлешә малайҙарҙың әсәләре.
Бөтә салауаттар аллеяның икенсе өлөшөн төҙөкләндереүгә ҙур өмөттәр бағлай.
- Уңайлы ял өсөн шарттар булдырыу ҡаралған: ҙур тыныс зона буласаҡ. Һәйкәл һәм бәләкәй архитектур формалар эргәһендәге территория яңыртыласаҡ, күләгәле япмалар, эскәмйәләр барлыҡҡа киләсәк, юл япмаһы һалынасаҡ. Салауаттарҙы шатландырғым килә - аллеяның көньяғында өҫтәлмә парковка урындары ла булдырыла. Видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыуҙы монтажлау бара. Йәшелләндереү барышында ҙур ағастар, ҡыуаҡтар, үлән һәм сәскәләр, төрлө сортлы сирендәр ултыртыу планлаштырылған, - тип бүлешә төҙөкләндереү пландары менән ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Царегородцева.
Аллеяны яңыртыу эштәре сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш.


Һәр кемдең күңеленә яҡын
Батыр аллеяһы - «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килгән берҙән-бер урын түгел. Төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйы шулай уҡ салауаттар күңелендә үҙ урынын алды.
Был биләмәне төҙөкләндергәндә төрлө йәштәге салауаттарҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға тырышалар. Спорт менән шөғөлләнергә теләйһегеҙме? Рәхим итегеҙ! Бына тренажерҙар, янында волейбол, футбол, баскетбол майҙансыҡтары, күләгәле урында теннис өҫтәлдәре. Велосепид, скейт һәм трюк самокаттары өсөн махсус урындар. Балаларҙы таусыҡтар, бәүелсәктәр, батуттар менән уйын майҙансыҡтары шатландыра. Күптәргә ҙур бәүелсәктәрҙә бәүелеп, Ағиҙел йылғаһына ҡарап ултырыу оҡшай.
- Салауаттағы Ағиҙел буйы ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнеүе юҡҡа түгел, бында төрлө мөмкинлектәр бар, һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба ала. Әүҙем хәрәкәт тормошто үҙ итеүселәр төрлө спорт уйындарына ҡушыла, тренажерҙарҙа күнекмәләр эшләй ала, балалар ҙа рәхәтләнеп уйнай ала. Йылға ағышын күҙәтеп, тәбиғәт менән һоҡланып тыныс ҡына ял итергә мөмкин, - ти Карина Миңлебаева.
Тағы ла Ағиҙел буйы төрлө йәшеллеккә күмелгән. Бында сағыу алһыу төҫтә сәскә атыусы Рудольф алмағастары, «Колорато» сортындағы декоратив муйылдар, йүкәләр, ҡарағайҙар, гортензиялар һәм башҡа сәскәләр, ҡыуаҡтар, ағастар үҫә.
- Йәйге иртәләрҙә йылға буйындағы юлдарҙан йөрөргә яратам, ул ваҡытта һауа саф, һыу өҫтөнән яйлап ҡына быу күтәрелә, тирә-яҡта айырыуса тынлыҡ. Был ваҡытта мин үҙемдең уйҙарымды, тойғоларымды ишетәм кеүек, - тип бүлешә Марианна Заманова.
Барыһы ла матур килеп сыҡһын өсөн, эштәр бер миҙгел генә бармай. Төҙөкләндереү өс этапта бер нисә йыл дауамында бара. Ә барыһы ла Ағиҙел буйының проекты буйынса йәмәғәт фекер алышыуҙан башлана һәм унда ҡала халҡы актив ҡатнаша. Эштәр 2020 йылдың йәйендә старт ала. Әммә бөтәһе лә шыма ғына бармай, хатта подрядсыны ла алыштырға тура килә. Беренсе этапҡа 129 млн һум бүленә, яҡтыртыу системаһы, амфитеатр, кейем алыштырыу, павильон, йүгереү юлдары йыһазландырыла, йәшелләндереү башҡарыла, бәләкәй архитектур формалар, ағас иҙәндәр, асфальт һәм экобрусчатка түшәлә.
21 ноябрҙә Салауатҡа эшлекле сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел буйында булды һәм эштәрҙең барышын ҡараны.
Төҙөкләндереүҙең икенсе этабына 53 млн һум йүнәлтелде һәм эштәр 2021 йылда атҡарылды, йылға яры рәткә килтерелде, Ағиҙелгә уңайлы төшөү урындары яһалды.
2022 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы үтте. Ваҡиғалар майҙансығы, газонлы биләмәләр, һабантуй майҙансыҡтары, яңы велосипедта һәм йәйәү йөрөү маршруттары барлыҡҡа килде, йәмәғәт урынының бөтә майҙансыҡтары берләштерелде.
Шул уҡ йылда Ағиҙел буйында тәүге масштаблы байрам - Йәштәр көнө уҙғарылды. Асыҡ һауала һәм уңайлы урында уҙғарылған байрам барыһын да ҡыуандырҙы. Һуңынан республика кимәлендәге саралар ҙа уҙҙы - «Ағиҙел ынйылары» төбәк милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы, республика Сауҙа көнө. Әлбиттә, Ағиҙел буйы үҙендә бик күп спорт ярыштарын да ҡабул итә.
Уҙған йылдың йәйендә Ағиҙел буйында ҡаланың 75 йыллығы байрам ителде, унда төбәк башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
- Мин бында төҙөлөш ваҡытында килгәйнем, ҡайһы бер төҙәтмәләрҙе әйттем һәм үҙгәрештәр индергәндәр. Бик матур килеп сыҡҡан. Ағиҙел буйы ҙур, балалар өсөн майҙансыҡтар күп, был бик һәйбәт. Артабан нимә эшләргә икәнде халыҡ үҙе хәл итһен, - тине ул төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе менән танышып сыҡҡандан һуң. - Бында урындың күп булыуы шатландыра. Ваҡыт үтеү менән бәлки яңы объеттар барлыҡҡа килер. Дөйөм алғанда, уңышлы проект килеп сыҡты.


Нөктә ҡуйырға иртә
Программа сиктәрендә төҙөкләндереү тамамланыу менән уны артабан да уңайлыраҡ, матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү буйында эш туҡтай тигән һүҙ түгел әле.
Ағиҙел буйына бара торған автомобиль юлы рәткә килтерелде, велосипедсылар, йәйәүлеләр өсөн юлдар барлыҡҡа килде. Губкин урамынан алып ваҡиғалар майҙансығына тиклем юлдар ҙа яҡтыртылды. Быйыл Ағиҙел буйына махсус автобус маршруттары йөрөй башланы.
Газонлы майҙансыҡта йәшел рояль, айыуҙар яһап ҡуйылды. Хатта яҡында ғына урынлашҡан ҡотҡарыу станцияһы ҡоймаһын урындағы оҫта рәссамдар матур һүрәттәр менән биҙәп ҡуйҙы.
Һуңынан ҡала ланшафт дизайн конкурсы сиктәрендә йылға буйында дүрт үҙенсәлекле йәшел зона барлыҡҡа килде.
Йәшелләндереү буйынса ла эш дауам итә, уҙған йыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 52 төп йүкә ултыртылды.
Башҡортостан Башлығы уңайлы, зауыҡлы ҡала мөхетен булдырыу - мөһим бурыстарҙың береһе, халыҡтың тормош сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә тип билдәләй.
- Беҙ йылдан-йыл «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһында ҡатнашыу беҙҙең ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Иҫегеҙгә төшөрәм, уның башланғысында Рәсәй Президенты торҙо. Иң мөһиме, был программа буйынса төҙөкләндереү өсөн биләмәне халыҡ үҙе һайлай, - тип аңлата Радий Хәбиров.

Биш йыл эсендә йәмәғәт мөхиттәрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған.
Рәсәй Президенты ҡарары буйынса тормошҡа ашырылыусы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда 1320,3 млн һум суммаға 683 объект яңы төҫ алған.
Проекттың маҡсаты - ҡала территорияларын комплекслы үҫтереү, уңайлы күпләп ял итеү урындарын булдырыу.
Йыл һайын Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы тауыш биреү уҙғара, уның һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр исемлеге билдәләнә һәм уларға федераль бюджеттан аҡса бүленә.
«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 2024 йылда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Күпселек муниципалитетта парк һәм скверҙар яңыртыла башлаған. Йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу 30 октябргә тиклем тамамланасаҡ.

Надежда Фаррахова, Владислав Фаррахов, Динә Ғәлиева фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: