газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май , 10:45

Башҡорт халҡының боронғо байрамын тергеҙеп

Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуға улар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторған. Башҡорт халҡының иң таралған яҙғы йолаларының береһе менән балаларҙы таныштырыу, һаҡлау һәм таратыу, киләсәк быуында милли мәҙәниәткә, традицияларға, туған башҡорт телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән Салауат ҡалаһы башҡорттарының «Аҡбуҙат», «Яугир» йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр комитеты 19 йыл рәттән ошо матур байрамды ойоштора.

Башҡорт халҡының боронғо байрамын тергеҙеп
Башҡорт халҡының боронғо байрамын тергеҙеп

Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йәм-йәшел яланға олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Улар үҙҙәре менән дөйөм байрам табынына төрлө тәмлекәстәр алып килде. Йылдан-йыл был сараға милләттәштәребеҙ күберәк ҡушыла, Салауат ҡалаһынан тыш, күрше район вәкилдәре лә килә.
Ҙур ҡаҙан аҫып, тәжрибәле, өлкән инәйҙәр бутҡа бешергән арала байрамда ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо. «Аҡ тирәк», «Тирмә», арҡан тартышыу һәм башҡа халыҡ һәм ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, уҡтан атыуҙа ҡатнашып күңел асты халыҡ, үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышты, атта йөрөү форсаты ла тейҙе. Шулай уҡ яланда балалар башҡарыуында ҡурай, «Ағинәйҙәр» башҡарыуында ҡумыҙ, гармун, йыр көйҙәре яңғыраны. Көйөргәҙе районынан килгән ҡунаҡтар сәсәндәр әйтешен һөйләп ишеттерҙе. Бергәләшеп төшөп бейеп тә алдылар.


- «Ҡарға бутҡаһы» байрамы беренсе тапҡыр 2005 йылда уҙғарылған. Хәҙер был йоланы үткәреүҙә ата-әсәләр комитеты, «Яугир», «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмалары актив ҡатнаша, Салауат башҡорт дәүләт драма театры һәм Юлдаш ауылы кешеләре ныҡ ярҙам итә. Конкурстар, уйындар үткәрелә, халыҡты һәм ҡоштарҙы бутҡа менән һыйлау ҡаралған. Балалар ошолай халыҡ йолалары менән танышып, башҡортса йыр-моңдарыбыҙҙы, туған телебеҙҙе ишетеп үҫһен тигән маҡсатта үткәрелгән эш был, - ти «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов.


- Йыл һайын балалар өсөн изге йола - «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторола. Борондан килгән йоланы дауам итәбеҙ. Милли йолаларҙы пропагандалау маҡсаты булып тора, байрам тулыһынса башҡорт телен алып барыла. Йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҙур тырышлыҡ һәм ойошҡанлыҡ күрһәтә, шулай уҡ ярҙам итеүселәребеҙ ҙә күп, - ти ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов.

Улар икеһе лә ошо көндә байрамға килеүселәрҙең барыһына рәхмәт белдерҙе.


Байрамды «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ишбулат Иҫәнбаев асты.
- Был байрамды «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы бынан 19 йыл элек ойоштора башлағайны. Шул ваҡыттан алып ағай-апайҙар, балалар менән милли йоланы бергә уҙғарыу өсөн йыйылабыҙ. Бөгөн бергәләшеп күңел асайыҡ, йырлашайыҡ, бейешәйек, уйындар уйнайыҡ, йолаларыбыҙҙы онотмайыҡ, - тип теләне Ишбулат Лоҡман улы.
Һуңынан бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған «Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!» конкурсында еңеүселәр бүләкләп үтелде. Конкурста иң бәләкәй ҡатнашыусыға өс йәш булһа, иң оло ҡатнашыусыға 65 йәш. Ижади конкурста ҡатнашыусылар ихласлап үҙ бүләктәрен алды.
Гөлмирә Рәхимова тары бутҡаһын оҫта бешереүселәрҙең береһе, шуға күрә лә йыл да яуаплы эште уға тапшырылар.
- Бутҡаның тәмле килеп сығыу сере миндә генә түгел, эште күмәкләп башҡарыуҙа: кемдер утын яра, кемдер ут яға, кем һыу, һөт, май алып килә, ә мин һәр ваҡыт эште бисмилла менән башлайым, - тип бүлешә Гөлмирә апай.
Төрлө уйындар, тамашалар барған арала хуш еҫле бутҡа ла бешеп сыҡты. Һәр килгән кеше тәмле бутҡа, самауырҙа ҡайнатылған сәй һәм табынға ултыртылған тәмлекәстәр менән һыйланды.
Аштан һуң, йола буйынса, ҡоштар һыйлау йолаһы башҡарылды: ҡалған бутҡа тыныслыҡ, именлек, мул уңыш булһын һәм башҡа изге теләктәр менән ағас төбөнә һалып сығылды.


Әлбиттә, «Ҡарға бутҡаһы» байрамының балаларға тик яҡшы тәьҫораттар бүләк итеүендә һис шик юҡ, сөнки улар рәхәтләнеп уйнаны, бәйгеләрҙә ҡатнашты, ижади һәләттәрен дә күрһәтте.
- Миңә бында бөгөн бик оҡшай, дуҫтарым да килде. Мин ҡурайҙа уйнап күрһәттем. Төрлө уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр алдым. Атта һәм квадроциклда йөрөнөм, - тип бүлеште 25-се башҡорт гимназияһының 2-се класс уҡыусыһы Ильяс Сәмирханов.
- Бында бик күңелле, мин был байрамда икенсе тапҡыр, атайым һәм һеңлем менән килдек. Балалар менән бергәләшеп уйнайбыҙ, йүгерешәбеҙ. Концерт та оҡшай, - ти Ралина Нафиҡова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: