газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 12:50

Тәмле, төрлө, сифатлы һәм был ысын баһа

Салауаттан «Благосыр» йәмғиәте «Иң яҡшы ферма продукты - 2024» конкурсының гран-приһына лайыҡ булдыӨфөлә Агросәнәғәт форумы һәм Ватан агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштарының иң эре смотры - «Агрокомплекс» 34-се халыҡ-ара күргәҙмәһе уҙҙы. Быйыл күргәҙмәлә Рәсәйҙең 40 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытайҙан һәм Беларусь Республикаһынан барлығы 360 компания ҡатнаша. «Фермер ауылы» айырым экспозицияһында 50 крәҫтиән фермерҙары хужалығы һәм кооперативтары продукциялары ҡуйыла. Сара сиктәрендә «Иң яҡшы феремр продукты - 2024» конкурсы уҙа.

Тәмле, төрлө, сифатлы һәм был ысын баһа
Тәмле, төрлө, сифатлы һәм был ысын баһа

Ул бер нисә номинация буйынса үтә: һөт продукцияһы, бында консервалар һәм туңдырма ла инә; ит продукцияһы, шулай уҡ консервалар инә; ҡош итенән продукция, йомортҡа һәм йомортҡа продукттары; икмәк-булка продукцияһы һәм татлы ашамлыҡтар; ярма һәм макорон изделиялары; он; емеш-еләк һәм йәшелсә продукцияһы, уларҙы эшкәртеп яһалған продукттар, һуттар; аш тәмләткестәр; эсемлектәр; балыҡ һәм балыҡ продукцияһы; «Хәләл» продукция; бал һәм умартасылыҡ продукцияһы; май продукцияһы һәм төргәк. Белгестәрҙән торған жюри һәр ҡайһыһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләй.
Сырҙар палитраһы өсөн гран-при «Благосыр» йәмғиәтенә бирелә. Наградаға үҙенсәлекле продукт лайыҡ була.
- Һатыу нөктәләрендә осраған колбасалар телемдәре тураһында һөйләгәндә лә, уларҙың айырым бер сорты ғына теленә, йәки бер нисә сорт булһа, уның һәр ҡайһыһы айырым вакуумға төрөлә. Ә бына сыр телемдәрен, бигәрәк тә бер төргәктә төрлө сыр төрҙәре телемдәрен таба алмаҫһығыҙ, - тип аңлата ҡәтғи жюри үҙенсәлеге өсөн гран-приҙы биргән «Благосыр» сыр ҡайнатыу цехының хужабикәһе Марина Серегина. - «Благосыр» - бер һауытҡа биш төр сырҙарынан телемдәр һалыуҙы уйлап тапҡан һәм уның һаҡлау ваҡытын арттырыу өсөн вакуумлы төргәккә төрөүсе берҙән-бер сыр ҡайнатыу ойошмаһы. Бынан тыш, конкурс комисиисяһын бер генә түгел, бер нисә сыр төрлөлөгө менән ғәжәпләндерҙек.
Асыҡланыуынса, Марина Серегина еңел юлды үҙһенмәй.
- Мин стереотиптарҙы емерергә яратам. Бик ҡыҙыҡ булмаһа, мин ҡатмарлыраҡ, башҡаларҙа булмағанды эҙләй башлайым, - тип аңлата үҙенең сырҙарҙы телемдәргә бүлеп һатыуын.
Шуныһы ҡыҙыҡ, сыр ҡайнатыу цехында сыр телемдәрен ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең тәменә ҡарап әҙерләгәндәр. Һайлап алырлыҡ нимә бар, сөнки «Благосыр»ҙа йөҙәрләгән сыр сортын етештерәләр. «Качетта», «Классик ҡаты сыр», «Ҡаты ҡабаҡ еме менән», «Ҡуры менән качетта», «Итальян үләндәре менән качетта», «Аджика һәм грек сәтләүеге менән сулугуни», «Һарымһаҡ менән халлуми», «Күрәгә һәм ҡара емеш менән Салауат сыры» - был уларҙың сыр төрҙәренең әҙ өлөшө генә.
Әлеге ваҡытта сыр әҙерләү цехында бер мең тонна һөттө эшкәртәләр. Ә бит ваҡытында барыһы ла ғаилә, яҡындар һәм туғандар өсөн сыр ҡайнатыуҙан башлана. Марина Серегина - тоҡомло сыр ҡайнатыусы, уның әҙерләмәлере нигеҙендә - уның ата-әсәләренең рецепттары.
- Мин Салауатҡа Кубандан килдем, шуға күрә лә беҙҙең сырҙарҙа Кубань оҫталары рецептары буйынса әҙерләнгән тип яҙылған, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ул.
Серегиндар ғаиләһе шәхси хужалыҡтарында йорт хайуандарын үрсетә, ә уларҙың һөтәнән Марина башта ғаиләһе өсөн, артабан дуҫтары һәм таныштары өсөн тәмле сырҙар ҡайната, ә һуңынан уның сырҙарын ашап ҡараусылар һаны арта, хатта заказға әҙерләүҙе һорай башлайҙар. Сыр ҡайнатыу цехын асыуға 2019 йылда күргәҙмәгә саҡырылыуы этәргес була.
- Ул ваҡытта беҙ балалар менән бергә ябай кәстрүлдәрҙә ҡулдан 20 төр сыр әҙерләнек. Бик күп яҡшы баһа алдыҡ. Тап ошо айырым сыр ҡайнатыу цехын асыуға этәрҙе лә инде, - тип иҫкә ала Марина Серегина.
Атамаһы ла юҡтан килеп сыҡмай.
- «Благо» һүҙе именлек өсөн, фатихалы аҙыҡ тигәндән, - тип аңлата Марина Серегина.
Исеме есеменә тап килгәндәй, уларҙың сырҙары халыҡта һорау менән генә файҙаланып ҡалмай, шулай уҡ лайыҡлы баһа ла ала.
- Беҙ «Иң яҡшы фермер продукты - 2024» күргәҙмәһенә оҙаҡ әҙерләндек. Һәм, әлбиттә, юғары награда алыуыбыҙға шатбыҙ. «Благосыр» продукттары быға тиклем дә төрлө күргәҙмәләрҙә алтын, көмөш миҙалдар менән баһаланды, әммә һәр ваҡыт тулҡынланабыҙ. Был юлы наградлау ваҡытында министр урынбаҫары минең ҡулдарым ҡалтыраныуын һиҙҙе һәм: «Ни өсөн тулҡынланаһығыҙ, һеҙ хәҙер өйрәнеп бөтөргә тейешһегеҙ?» - тип һораны. Тик өйрәнеп бөтөп буламы икән. Конкурсҡа ғариаз биргәндә, төп награда - гран-приҙы алырбыҙ тип көтмәгәйнек.
Күргәҙмә ҡунаҡтарына «Благосыр» сыр ҡайнатыу цехы дөйөм күләме 150 килограмға торош булған 85 сыр төрөн әҙерләп алып бара.
- Аҙналар буйына йоҡламаныҡ, әҙерләндек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, өлгөрмәҫбеҙ, тип ҡурҡтыҡ, сөнки Өфөнән Күмертауға тиклем гастраномдар, ресторандар, магазиндар өсөн дә эшләйбеҙ, уларҙың заказдарын туҡтатып тороп булмай. Барыһына ла өлгөртөргә кәрәк ине. Шулай уҡ дүрт балабыҙға ла ваҡыт һәм иғтибар бүлеү талап ителә. Бәхеткә, барыһы ла килеп сыҡты. Балалар ярҙам итте, улар сыр әҙерләү процесына ҡушыла, технологиялар, рецептура менән таныш, хатта үҙҙәренең идеяларын да тәҡдим итәләр. Сыр ҡайнатыу цехы - ул ғаилә проекты. Беҙ, мин, тормош иптәшем һәм балалар - бер эште алып барабыҙ, шуның өсөн һөҙөмтәһе лә бар, - тип белдерә Марина Серегина.
«Благосыр»ҙың күргәҙмәгә килтергән бик тәмле сырҙарын шунда уҡ алып бөтәләр, кемдәргәлер етмәй ҙә ҡала. Ә салауаттар был йәһәттән бәхетле, сөнки «Благосыр»ҙың продукцияһы беҙҙең ҡалала һәр ваҡыт бар.

Фото Серегиндарҙың шәхси архивынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: