газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 09:00

Матур аллея ситенән яңы юл

Салауатта «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проект сиктәрендә юлдар ремонтлана башланы. Был программа буйынса быйыл ҡалала дөйөм алғанда 3,7 км оҙонлоғондағы дүрт юл участкаһында 114,5 млн һум суммаға ремонтты башҡарып сығыу ҡаралған.

Матур аллея ситенән яңы юл
Матур аллея ситенән яңы юл

Көндәр матур тора башлау менән апрелдең тәүге аҙналарынан уҡ юл участкаларының береһендә подряд ойошмаһы ҡыҙыу эштәргә тотондо.
- Беҙ әлеге ваҡытта Ленин урамындағы Калинин урамы киҫелешенән алып Салауат Юлаев бульварына тиклемге өлөшөндәбеҙ. Бында борт таштарын демонтажлау һәм яңыларын ҡуйыу эше бара. Шулай был участкала автомобиль юлындағы һәм тротуарҙағы асфальт япмаһы яңыртыласаҡ, - тип аңлата ҡала хужалығы идаралығының юл бүлеге начальнигы Антон Яковлев.
Бынан тыш, төҙөкләндереү барған биләмәлә ҡоҙоҡтарҙың люктары тигеҙләп һалынасаҡ, термопластик менән юл билдәләре яһаласаҡ. Ремонт ике юл һыҙатында ла эшләнәсәк.
Әйткәндәй, былтыр «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә ике яҡлы юлдың уртаһындағы аллеяла күләмле төҙөкләнедереү эштәре башҡарылғайны.
- Юл ремонты был территорияны төҙөкләндереүҙең йомғаҡлау этабы булып тора. Аллея ла, юлдар ҙа бик матур буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Антон Яковлев.
Подряд ойошмаһы юл ремонтын 15 июнгә тамамларға планлаштыра.
- Быйыл ҡалала дүрт юл участкаһы ремонтлана, уның өсәүһендә эштәр 15 июнгә тиклем, берәүһендә 30 июнгә бөтөргә тейеш. Октябрь урамы киң, шуға күрә ремонт та әҙерәк оҙағыраҡҡа һуҙыласаҡ. Бөтә участкаларҙа ла бер подряд ойошмаһы эшләй, - тип белдерә ҡала хужалығы идаралығы белгесе.
Салауатта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса юлдарҙы Өфө ҡалаһының «Юлтранстөҙөлөш» ойошаһы ремонтлай. Уның беҙҙең ҡалала эшләү тәжрибәһе бар, 2019, 2020 йылдарҙа ремонт эштәрен алып барған.
Подряд ойошмаһы асфальт япмаһына - 5, борт таштарына 3 йыл гарантия бирә.
Ленин урамынан тыш, Октябрь урамында Ленин урамынан алып Чемарев урамына тиклем 840 метр оҙонлоғонда юл, Нуриманов урамындағы Беренсе май урамынан алып «ДОК» туҡталышына тиклем 1,370 км оҙонлоғондағы юл, Ленинград урамындағы Губкин урамынан алып Иҫке үҙән урамына тиклем 900 метр юл ремонтлана.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, юлдарға урындағы ҡала ойошмалары етештергән асфальт һалынасаҡ, сөнки ситтән килтереү уның сифатына кире йоғонто яһай.
Антон Яковлев һүҙҙәре буйынса, ремонт барышында юлдар өлөшләтә ябыла, шулай ҙа юлсылар водителдәр өсөн артыҡ уңайһыҙлыҡтар булдырылмаҫҡа тырышасаҡ, бының өсөн эштәрҙе төндә лә башҡарыу ҡаралған.
Салауатта ҙур күләмле юл ремонтынан тыш, 4 мең квадрат метр майҙанда соҡорҙарҙы ямау билдәләнгән, был эштең суммаһы - 8 мн һум.
Шулай уҡ май байрамдарынан һуң быға тиклем юл ремонтлаған подряд ойошмалар гарантия бурыстары буйынса эштәрҙе башҡарыуға тотонасаҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: