газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель , 15:35

Милләт киләсәге мәнфәғәте берләштерә

Ҡала хакимиәтендә 2020-2024 йылдарға Салауат территорияһында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законын бойомға ашырыу буйынса юл картаһы сараларының үтәлеше буйынса ултырыш уҙҙы. Унда ҡала хакимиәтене башлығы вазифаһын башҡарыусы, хакимиәттең бүлек етәкселәре, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ата-әсәләр комитеты, «Аҡбуҙат», «Ағинәй», «Яугир» башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, башҡорт белем һәм тәрбиә биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Милләт киләсәге мәнфәғәте берләштерә
Милләт киләсәге мәнфәғәте берләштерә

- 2019 йылда беҙҙең инициатива менән ҡалала башҡорт теле, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса йыйылған проблемалар буйынса ныҡлап фекер алышыу башланды. Бөтә башҡорт йәмәғәт ойошмалары берләшеп, ҡала хакимиәтенең бүлектәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тел, мәҙәниәт буйынса комиссияһы менән берҙәмлектә бөтә көнүҙәк һорауҙарҙы билдәләп, уларҙы юл картаһына индерҙек һәм уны тормошҡа ашырыуҙы башланыҡ. Һөҙөмтәлә нимә? Ышаныслы итеп әйтә алам, бик күп күтәрелгән һәм юл картаһына ингән мәсьәләләр йә тулыһынса ғәмәлгә ашырылған, йә ғәмәлгә ашырыу стадияһында. Хәҙер беҙ республика кимәлендә өлгө алырлыҡ ҡала булып иҫәпләнәбеҙ. Беҙҙең ҡалала бер нисә республика һәм төбәк саралары уҙғарылды. Ҡалабыҙҙың ата-әсәләр комитеты шулай уҡ республикала иң яҡшыларҙан булып билдәләнде, төбәк башлығы уның етәксеһе Фәнүр Байрамғоловҡа рәхмәт хаты тапшырҙы. Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтары буйынса Салауат өсөнсө урын яуланы, - тип эш һөҙөмтәләре менән таныштырып үтте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров.


- Беҙҙең ҡалала төрлө милләттән булған 150 меңгә яҡын кеше йәшәй. Телде һаҡлау халыҡты һаҡлау шарты булып тора. Шуның өсөн дә башҡорт телен һәм башҡа халыҡтарҙың туған телдәрен өйрәтеү буйынса программа эшләй, милли традицияларҙы һаҡлау, телдәрҙе үҫтереү, тыуған яҡ тураһында белемде арттырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Был, әлбиттә, хеҙмәттәшлек һәм берҙәмлекте талап итә, шуның өсөн дә барлыҡ саралар «Аҡбуҙат», «Ағинәй», «Яугир», ата-әсәләр комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты менән бергә уҙғарыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.


Салауат территорияһында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы дүрт бүлектән тора.
- Был документ 2019 йылда әҙерләнде. Төп йүнәлештәр: башҡорт телен өйрәнеүсе балалар һанын арттырыу, 25-се башҡорт гимназияһын үҫтереү, айырым башҡорт балалар баҡсаһын булдырыу, телдәр һәм мәҙәниәттәр үҙәген яңыртып ҡороу - барыһы ла ғәмәлгә ашырылды. Беҙ милли белем биреү ойошмаларының матди-техник нигеҙен нығытырға тырышабыҙ. Туған телде өйрәнеүгә, мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм тарихты һаҡлауға бәйле бөтә саралар мәғариф идаралығы, мәҙәниәт, спорт бүлектәре, йәштәр эштәре буйынса комитет менән берлектә лайыҡлы кимәлдә ойошторолоп уҙғарыла, - тине ҡала мәғәриф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова һәм ҡайһы бер проблемаларға туҡталып үтте. - Балалар баҡсаларында башҡорт телендәге төркөмдәр асыу теләге бар ине. Беҙ 27-се, 10-сы, 55-се балалар баҡсаһында барлығы биш төркөм булдырҙыҡ. Йыл һайын мониторинг уҙғарылып тора, балалары башҡорт телендә һөйләшеп тәрбиәләнеүен теләүселәр бар, әммә улар һаны әҙ.


Азат Юлтимеров 25-се башҡорт гимназияһында, 50-се башҡорт балалар баҡсаһында, телдәр һәм мәҙәниәттәр үҙәгендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән даими төрлө байрамдар, конкурстар, йәштәр менән осрашыуҙар уҙғарылыуын һәм улар үҫеп килеүсе быуында туған телгә, мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыуға булышлыҡ итеүен белдерҙе.


- Башҡорт теле, Милли кейем көндәрендә беҙҙә мәғлүмәти сәғәттәр, флешмобтар, викториналар, «Йәштәш» йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн генә түгел, шулай уҡ ҡала йәштәре өсөн ижади конкурстар ойошторола. Йәштәр эштәре буйынса комитетының баш белгесе Илүзә Янбаева Салауат механика-төҙөлөш колледжында башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән сара үткәрҙе, «Башҡортостан тарихы» квест-уйыны уҙғарылды. Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан балалар һәм йәштәр берекмәләре активистары араһында ижади бәйгеләр уҙа. «Йәштәш» йәштәр үҙәгендә ҡурайҙа уйнау түңәрәге эшләп килә, - тип һөйләне йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова.


Азат Юлтимеров Салауат башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында Йәштәр ҡоролтайы барлығын һәм хәҙер Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шулай уҡ Балалар ҡоролтайы булдырыу бурысын ҡуйыуы хаҡында еткерҙе.


2024 йылда «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп Илгиз Кәримов һайланды.
- «Аҡбуҙат» үҙ эшмәкәрлеген 90-сы йылдарҙан алып бара һәм башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына бәйле барлыҡ ҡала сараларында актив ҡатнаша. Ата-әсәләр комитеты, ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторған традицион байрамдарыбыҙ ҙа бар, шул иҫәптә «Ҡарға бутҡаһы», уны үҙенә күрә балалар һабантуйы тип атаһаң да була. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнгәндә төрлө конкурстар, бәйгеләр һәм ярыштар ойошторола, уларҙың еңеүселәре Батыр аллеһында уҙған сарала тантаналы шарттарҙа бүләкләнә. Зәки Вәлидиҙең тыуған яғына, Ырымбурҙағы башҡорт халҡына бәйле тарихи урындарға экскурсия ойошторолдо. Башҡорт артистарының концерттарын ойоштороуҙа, «Салауат» гәзитенә яҙылыуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ, - тип һөйләне Илгиз Кәримов. Шулай уҡ ул үҙенең тәҡдимдәрен дә еткерҙе: элекке 3-сө лицей нигеҙендә башҡорт мәктәбен асыу, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен арттырыу, туризм үҙәге менән бергә Салауат ҡалаһына яҡын урынлашҡан тарихи ерлектәргә балалар өсөн сәфәрҙәр ойоштороу.
- Мәҫәлән, барыһы ла Кантюковка ауылының атамаһы «Ҡан түккән» тигәндән килеп сығыуын белмәйҙер. Заманында унда алыш булған бик күп ҡан түгелгән. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы - 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәнең тыуған ауылы һәм тап уға Кутузов: «Любезные, вы мои башкиры, молодцы!» тигән һүҙҙәрҙе әйткән, - тип нигеҙләне үҙенең тәҡдимдәрен «Аҡбуҙат» рәйесе.
3-сө лицей бинаһы буйынса ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау шунда уҡ асыҡлыҡ индерҙе: бинаға тикшереү уҙғарылған һәм ул авария хәлендә.
Азат Юлтимеров иһә Салауат ҡалаһында төҙөләсәк яңы мәктәпте полилингваль итеү һәм мотлаҡ башҡорт телен өйрәнеүҙе индереү тәҡдиме менән сыҡты.


- Беҙҙең ата-әсәләр комитеты 2017 йылдан эшләп килә. Һәр мәктәптә, һәр балалар баҡсаһында балалар менән эш алып барырға тырышабыҙ, баҡсаларҙа башҡорт төркөмдәрен булдырыу буйынса консультация бирәбеҙ. Әһәмиәтле даталарға ҡарата конкурстар, шиғыр һөйләү, йыр йырлау конкурстары, флешмобтар һәм башҡа саралар ойошторола, унда төрлө йәштәге балалар йәлеп ителә. Республика көнөнә арнап төрлө мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы интеллектуаль уйын бик ҡыҙыҡлы үтте, - тип бүлеште эшмәкәрлектәре хаҡында ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов.


Ултырыш һуңында түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар 15 майҙа балалар ижады һарайында абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында уҙасаҡ Салауат башҡорттарының дөйөм йыйылышына әҙерлек һорауҙарын ҡараны.


- Бөгөн Салауат башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт йәмәғәт ойошмалары, ҡала хакимиәте, хакимиәттең бүлек етәкселәре менән түңәрәк өҫтәл артында юл картаһының үтәлешен ҡараныҡ. Унда беҙҙең ҡалала башҡорт халҡының телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереүгә бәйле һорауҙар, проблемалар сағылды, конкрет бурыстар һәм уларҙы үтәү ваҡыты билдәләнде. Шуныһын билдәләп үткем килә, юл картаһы бурыстарын башҡарыу яҡшы кимәлдә, төп һәм тәү сираттағы бурыстар тормошҡа ашырылды. Был 25-се башҡорт гимназияһына, 50-се балалар баҡсаһына, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән бәйле тарихи урындарға, киң мәғлүмәт сараларына, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Законын тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәренә ҡағыла. Әлбиттә, проблемалар ҙа күтәрелде, мәҫәлән, беҙҙең элекке 3-сө лицей бинаһында икенсе башҡорт белем биреү учреждениеһын булдырыуҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асыҡлыҡ юҡ. Шулай уҡ яңы төҙөләсәк мәктәпте полилингваль итеү һәм мотлаҡ башҡорт телен уҡытыуҙы индереү тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Әлегә башҡорт телендәге алтаҡталар, «Салауат» гәзитенә яҙылыу менән проблемалар бар. Шулай уҡ ҡала Советынданың яңы составына башҡорт милләтенән лайыҡлы вәкилдәр һайланыуын тәҡдим иттек.
Дөйөм алғанда, беҙ юл картаһының бойомға ашырылыуы менән ҡәнәғәтбеҙ. Ҡала хакимиәтенә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауға бүлгән иғтибарына рәхмәт. Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр мотлаҡ ғәмәлгә ашыр, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ беҙ ҡала башҡорттары йыйылышына әҙерлек башлайбыҙ, унда алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланасаҡ, - тип һығымта яһаны Азат Юлтимеров. 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: