газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель , 12:30

Тәм, файҙа һәм ижад бергә

«Дөйөм туҡланыу» предприятиеһы ашнаҡсылары «Тәмле юл» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының «Ижади ҡараш» номинацияһында еңеү яуланы.

Тәм, файҙа һәм ижад бергә
Тәм, файҙа һәм ижад бергә


Мәктәп уҡыусыларына аш-һыу әҙерләүсе ашнаҡсылар иң яҡшы команданы асыҡлау өсөн республикабыҙҙың баш ҡалаһына йыйылды. Салауат исеменән ысын һөнәрмәндәр сығыш яһаны: 17-се мәктәптең ашнаҡсы-бригадиры Альбина Хөсәйенова һәм 21-се мәктәптең шулай уҡ ашнаҡсы-бригадиры Светлана Михайлова. Улар менән бәйгегә предприятие технологы Венера Меметалиева һәм «Дөйөм туҡланыу» предприятиеһының «Мәктәп ашханалары» бүлексәһе идарасыһы Наталья Ҡоломбәтова ла ҡушылды. Конкурс барышында бокстағы таҙалыҡты күҙәтергә ирекмән булараҡ Фәриҙә Ҡаҙаҡбаева ярҙам итә.
Һәләтле, үҙ эшен һәм балаларҙы яратыусы Салауат ашнаҡсыларының конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе бар, улар былтыр «GastroMaster 2023» республика чемпионатында «Тәмле журнал» номинацияһында өсөнсө урын алдылар.


Быйыл Альбина Хөсәйенова һәм Светлана Михайлова баһалама ағзаларын бик тәмле һәм бик матур итеп яһалған «Әсе» салаты, фарш менән тултырылған ташҡабаҡтар, «Орео» печеньеһы һәм витаминлы эсемлек менән әсир итте.


- Мөһим момент: конкурс шарттары буйынса, блюдо шәкәр диабеты булған мәктәп уҡыусыларына ярарлыҡ булырға тейеш. Ә бындай диагнозлы кешеләр өсөн меню төҙөү углеводтар, аҡһымдар, майҙар һәм витаминдар балансын теүәл үтәүҙе һәм икмәк берәмектәре тигән күрһәткескә айырым иғтибар итеүҙе талап итә. Шуның өсөн конкурс блюдоларын әҙерләгәндә яраған ингредиенттар иғтибар менән һайлап алынды, - тип аңлата «Дөйөм туҡланыу» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Владимир Маков.


- Конкурсҡа әҙерлек бик етди барҙы, беҙ яңы блюдолар әҙерләргә тырыштыҡ, - тип бүлешә Наталья Ҡоломбәтова. - Жюри ағзалары беҙҙең ашнаҡсылар хеҙмәтен баһалап «Ижади ҡараш» номинацияһы еңеүселәре итеп билдәләне. Бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, әлбиттә, ҡалабыҙҙағы мәктәп уҡыусыларын тәмле һәм файҙалы итеп ашатыу өсөн эшебеҙҙе камиллаштырасаҡбыҙ.
Әйткәндәй, «Дөйөм туҡланыу» муниципаль учреждениеһы март башында үҙенең техник мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында аҙыҡ-түлек блогына вакуумлы төрөү ҡоролмаһы алды. Ул ярым фабрикаттар һәм балалар баҡсаһы өсөн блюдолар әҙерләнеүсе «Таңсулпан» кафеһында урынлаштырылған.
- Тәү сиратта, вакуумлы төрөү ҡоролмаһы производство процесын оптималләштерә. Санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр буйынса йәшелсәләрҙе һәм уларҙан әҙерләмәләрҙе яһап ҡуйырға ярамай. Шуға күрә ашнаҡсыларҙың эш көнө иртә таңдан йәшелсә таҙартыуҙан башлана һәм улар быға бик күп ваҡыт сарыф итә ине, - тип аңлата «Дөйөм туҡланыу» предприятиеһы директоры Владимир Маков. - Хәҙер беҙҙең йәшелсә әҙерләмәләрен алдан яһап, вакуумлы ҡапсыҡҡа төрҙөртөп ҡуйыу мөмкинлеге бар. Һауаһы сығарылып ямалған пакет мотлаҡ маркировкалана, унда төрөлгән ваҡыты һәм яраҡлылыҡ срогы билдәләнә. Бындай пакеттар алты градустан да юғары булмаған температурала һыуытҡыста һаҡлана. Шулай булғас, эшкә килеү менән ашнаҡсыларҙың әҙер йәшелсәләре бар, уларға шунда уҡ бешеренеүгә тотона ала.
Яңы ҡорамалдың икенсе мөһим ыңғай яғы - йәшелсәләрҙең файҙалы сифаттарын һаҡлау мөмкинлеге.
- Салауатта тулыһынса йәшелсәләрҙе таҙартып, тулыһынса блюдолар әҙерләүгә тәғәйенләнмәгән аҙыҡ-түлек блогы бәләкәй булған балалар баҡсалары бар. Унда йәшелсәләрҙе һаҡлар һәм уларҙы эшкәртеү урыны юҡ. Был беҙҙең өсөн етди проблема ине. Вакуумлы төрөү ҡоролмаһы уны хәл итергә ярҙам итте, хәҙер беҙ бындай аҙыҡ-түлек блоктарына бөтә санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе һаҡлап таҙартылған йәшелсәләр килтерә алабыҙ, - тип өҫтәй Владимир Маков.

Фото «Дөйөм туҡланыу» предприятиеһынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: