Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март , 10:00

Дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа арнап

Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле тарих дәресе үтте. Салауат индустриаль колледжы студенттары ҡатнашлығындағы сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 10 йыллығына арналды.

Дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа арнап
Дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа арнап

Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле тарих дәресе үтте. Салауат индустриаль колледжы студенттары ҡатнашлығындағы сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 10 йыллығына арналды.

«Ҡырым яҙы» республика музей акцияһы сиктәрендә уҙған музей тарихи дәресендә ҡала Советы депутаты Сергей Данилов, «Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ берләшмәһе» ойошмаһының Салауат филиалы
рәйесе Владислав Михайлов һәм ойошма ветерандары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар почетлы ҡунаҡтар булды.
- 18 мартта ил Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының ун йыллығын билдәләй, беҙҙең календарға тағы ла бер иҫтәлекле дата өҫтәлде. Һис һүҙһеҙ, был бик әһәмиәтле ваҡиға һәм беҙҙең музейҙағы дәрес тә тыныслыҡҡа,
дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа арнала, - тип һөйләне «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева.
Бер аҙ тарихи белешмә. 1783 йылда императрица Екатерина II Ҡырымдың һәм Таман ярым утрауының Рәсәй империяһына ҡушылыуы тураһында манифестҡа ҡул ҡуя. Шул ваҡыттан Ҡырым Рәсәй өлөшө булып иҫәпләнә. 1954 йылда Никита Хрущев РСФСР составынан Ҡырым өлкәһен УССР составына күсерә. 2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда референдум уҙа һәм тауыш биреүселәрҙең 96 проценты Рәсәйгә ҡушылыу өсөн үҙ фекерен белдерә. 2014 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы составына Ҡырым һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында дәүләт-ара килешеүгә ҡул ҡуя.
Ҡырымдың яҙмышы Рәсәй тарихынан айырылғыһыҙ. Башҡортостан менән Ҡырымды ла бик күп кешеләр бәйләнеше, тарихи яҙмыш һәм дөйөм ҡиммәттәр берләштерә. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң хөкүмәт
илдең һәр төбәгенә Ҡырымдың шефлыҡ районын беркетте. Башҡортостан Белогорск районына шефлыҡ итә.

Күп кенә салауаттар беҙҙең ҡалала хәрби диңгеҙ катерының ҡайҙан барлыҡҡа килеүен белмәйҙер әле. Ҡаланың эске эштәр бүлегендә 70-се йылдарҙа элекке матрос Михаил Ғәлиев хеҙмәт итә, ул Бөйөк Ватан һуғышын «Париж коммунаһы» линкорында боцман булараҡ ҡаршы ала. Кораблдең геройҙарса һәләк булыуынан һуң ул диңгеҙ пехотаһының Суворов һәм Кутузов Ҡыҙыл байраҡ орденлы 255-се айырым Таман бригадаһында автоматсы булып һуғыша. Һуғыш йылдарынан һуң хәрби дуҫтар араһында бәйләнеш өҙөлмәй, хатлашып, осрашып торалар. Михаил Романович  сираттағы тапҡыр полкташтары янына Севастополгә йыйынғанда, ҡала комитеты һуғыш ветерандарына беҙҙең Салауатҡа саҡырыу ебәрә. 1978 йылда ҡунаҡтар килә. Хушлашҡанда хәрби моряктарҙың салауаттарҙың дуҫлығын  мәңгеләштереү фекере әйтелә, төрлө варианттар яңғырай. Хәрби катерға өҫтөнлөк бирелә. 1980 йылда Михаил Ғәлиев Севастополгә юллана, уға бүләкте алып ҡайтыу йөкмәтелә. МК- 748 катеры Керчтан алып Салауатҡа ткилем КамАЗ-да биш мең километр юлды үтә.
- Ҡырымды үҫтереү өсөн бик күп нимә эшләнде (мәҫәлән, үҙенсәлекле Ҡырым күпере), күп нимә эшләү талап ителә. Иң мөһиме - беҙ бергә, - тип тамамланды үҙенсәлекле тарих дәресе ҡала музейында.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: