газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март , 10:00

Ярҙам артыҡ булмай

Салауаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими гуманитар ярҙам ебәреп тора. Был эштә ҡала учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары, битараф булмаған кешеләр ҡатнаша. Ҡаланың 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһы ла ситтә ҡалманы. Аҙна башында ошо учреждение ҡарамағындағы холоҡ төҙәтеү үҙәге хөкөм ителеүселәре сираттағы гуманитар ярҙам тапшырҙы.

- Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, бер нисә йыл элек яңы холоҡ төҙәтеү үҙәктәре барлыҡҡа килде. Был махсус учреждениела  хөкөм ителеүселәр хөкөм срогын мәжбүри эштәргә йәлеп ителеп тултыра. Улар
йәмғиәттән изоляцияланмай, үҙәктең дөйөм ятаҡтарында йәшәй, ҡала биләмәһендәге ойошмаларҙа эшләй, хеҙмәт хаҡы ала, уның бер өлөшөн  дәүләткә күсерә. Беҙҙең республикала уларҙың һаны алтау, шул иҫәптә Салауат та бар, - тине үҙәк тураһында һөйләп уның начальнигы Руслан Дәүләтов. - Үҙәктәге хөкөм ителеүселәр эштән буш ваҡыттарында яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр эшләй. Бөгөн улар һүтеп-йыйылмалы
өҫтәл һәм ултырғыстар, шулай уҡ ике мейес әҙерләне, аҙыҡ-түлек, тәмләткестәр ҙә һалырға онотманы. Мин һәм хеҙмәттәштәрем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йәмәғәт фондына даими аҡса күсерәбеҙ. Алда ла һалдаттарҙы ярҙамдан өҙмәҫбеҙ, әле блиндаж шәмдәренә тотонорға планлаштырабыҙ.
Хөкөм ителеүселәрҙең үҙҙәре әйтеүенсә, ярҙам артыҡ булмай.

- Яугирҙарыбыҙ әле алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙҙе һаҡлай. Ә беҙ булдыра алғанса уларға ярҙам итергә  тейеш. Медикаменттар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек даими ебәреп торабыҙ. Әле әҙерләгән өҫтәл-ултырғыстар,
мейестәр һалдаттарыбыҙҙың көнкүрешен еңеләйтер, тип уйлайбыҙ. Өҫтәлдәр ҡулланыуҙа бик уңайлы, мейестә иһә аҙыҡ йылытырға, әҙерләргә була. Быларҙы  барыбыҙ ҙа бергә эшләнек. Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр,
һәр кем еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерһен ине, - тигән теләктә улар.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: