газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 14:50

Салауат ҡалаһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Рауил Ғәлиев менән хушлаштылар

- Ҡалала ҡайғы, бөгөн яҡтышабыҙ рядовой Рауил Ғәлиевты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Беҙ ысын хәрбиҙе, ватаныбыҙҙың ысын улын юғалттыҡ, - тине хәрби менән бәхилләшеү сараһын асып ҡала хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов.

Салауат ҡалаһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Рауил Ғәлиев менән хушлаштылар
Салауат ҡалаһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Рауил Ғәлиев менән хушлаштылар

Рауил Ғәлиев 1990 йылдың 21 ғинуарында Ҡурған өлкәһенең Таҡрыкүл ауылында тыуған. 2008 йылда 92-се һөнәри училищела тракторсы һөнәрен алып сыға. Рауил изге күңелле, ихтирамлы кеше була, тирә-яҡтағылар менән тиҙ уртаҡ тел таба белә.
2023 йылдың апрель айында махсус хәрби операция уҙғарыу сиктәрендә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына үҙ ирке менән алына. Рауил Фирҙәүес улы тормошҡа ыңғай ҡарашы, тик яҡшылыҡҡа ышаныуы, намыҫ һәм хәрби бурысҡа үтә яуаплы ҡарауы менән айырылып тора, тормошта үҙенә ҡарата талапсан, ойоштороу һәләттәренә эйә була.
21 майҙа махсус хәрбиә операция уҙғарыу зонаһында хәрби бурысты үтәгәндә һәләк була.
Рауил Ғәлиевты һуңғы юлға оҙатырға уның яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, таныштары һәм ҡала халҡы йыйылды. Хушлашыу сараһына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов килде.
- Беҙ бөгөн Башҡортостандың лайыҡлы улын, батыр хәрбиҙе, илһөйәр кешене һуңғы юлға оҙатабыҙ. Рауил Ғәлиев кеүек аҫыл ир-егеттәрҙең беҙҙең аранан китеүен ишетеү ауыр. Ул бик шәп ул, ғаиләһе өсөн ысын таяныс була. Дуҫтары уның хаҡында яуаплы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше булараҡ иҫкә ала. Мәктәпте тамамлағас донъяуи һөнәр һайлап, кешеләргә файҙа килтерергә тырыша. Хәүеф тыуғас, ул үҙен ысын герой итеп таныта, контракт төҙөп махсус хәрби операция зонаһына хәрби хеҙмәткә юллана. Ул һуңға тиклем хәрби антына тоғро ҡала, илебеҙҙең киләсәген яҡлап вафат була, - тине ул һәм Рауил Ғәлиевтың яҡындарына мөрәжәғәт итеп, Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән герой хаҡында иҫтәлек мәңгеләштерләсәк тип белдерҙе.
- Беҙ бөгөн ысын патриот менән хушлашыу өсөн йыйылдыҡ. Беҙҙең егеттәрҙең илебеҙҙе яҡлап башын һалыуы тураһында хәбәрҙе ҡабул итеүе ҡыйын. Рауил апрелдә үҙе өсөн ауыр, әммә ҡыйыу ҡарар ҡабул итә, был уның үҙе һайлаған, ысын ир-егеттәр юлы. Рауил Ғәлиевты Тыуған илен яратҡан ысын батыр ир-егет итеп хәтерҙә һаҡларбыҙ, - тип ҡайғы уртаҡлашты ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: