Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 10:00

“Салауат” гәзите дуҫтарын бүләктәр көтә

Ваҡыт ғәләмәт тиҙ үтә. Яңы ғына яңы йыл башланған төҫлө ине, бына ярты йыл үтеп тә бара. Бының менән икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу осоро ла етте. 

“Салауат” гәзите дуҫтарын бүләктәр көтә
“Салауат” гәзите дуҫтарын бүләктәр көтә
“Салауат” гәзитенең тоғро дуҫтары Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан баҫманан айырмаясағында шигебеҙ юҡ. Шулай ҙа донъя мәшәҡәттәре менән онотолоп ҡуймаһын тип, тиҙ арала яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ.     
Һеҙҙән гәзиткә яҙылыу булһа, беҙ ҙә һеҙгә яуап итеп ҙур булмаған бүләктәребеҙҙе әҙерләнек. Һеҙҙең уларҙы отоу мөмкинлеге бар. Бының өсөн квитанция күсермәләрен редакцияға Салауат ҡалаһы, Нефтселәр проспекты, 29, 11а кабинеты, йәки [email protected] электрон адресына, шулай  “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге “Салауат” гәзите төркөмөнә шәхси хәбәр итеп кәрәк. Бүләктәр июнь аҙаҡтарында уйнатыласаҡ.
Шуныһын да хәбәр итәбеҙ, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Салауат” һәм тағы ла республика баҫмаһына яҙылғандар араһында бүләктәр уйната. Бүләктәр араһында - ноутбук, туңдырыу камераһы, телевизор, мотоблок һәм башҡалар. Был приздарҙы отоуҙа ҡатнашыу өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ике баҫмаһына: “Салауат” гәзитенә һәм республика матбуғатына яҙылыу кәрәк. Яҙылыу квитанцияларының күсермәһен 2023 йылдың 15 июленә тиклем 450 079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресына, “Яҙыл һәм бүләк от” тигән яҙыу менән, йәки [email protected] электрон почтаға ебәреү зарур. Бүләк отоусылар БЮТ телеканалында тура эфирҙа билдәләнәсәк, уларҙың исемдәре нәшриәт йортоноң сайтында ла баҫылып сығасаҡ.
Ятып ҡалғансы отоп ҡал! “Салауат” гәзите һеҙгә рухи аҙыҡ та, иҫтәлеккә приз да бүләк итер. 
“Салауат” гәзитенә яҙылыу хаҡтары түбәндәгесә:
курьер килтереүе - 750 һум;
редакциянан килеп алыу - 606 һум. 
Электрон яҙылыу бар - 642 һум. Уға редакцияла һәм rbsmi.ru һәм podpiska.ru сайтында яҙылырға була. Шулай уҡ ҡаланың һәр почта бүлексәһендә “Салауат” гәзитенә яҙылыу мөмкин. 
Тулыраҡ мәғлүмәтте редакцияла белешә алаһығыҙ.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: