газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 11:25

Яҡшы ҡыйыҡҡа ни етә?

Ҡайһы бер йорттарҙа ҡыш тип тормай ҡыҙыу ремонт эштәре бара. Был миҙгелдә ҡыйыҡтарҙы яңыртып йүнәтеү күпкә отошлораҡ икән, сөнки ямғыр йыш яуып, фатирҙарҙы һыу баҫыу ихтималлығы юҡ. Шулай уҡ капиталь ремонт эштәренең сифатлы башҡарылыуын контролдә тотоу ҙа мөһим. Тап шуның өсөн шишәмбе көн комиссия дүрт адрес буйынса сығып, ремонт барышын тикшерҙе.

Яҡшы ҡыйыҡҡа ни етә?
Яҡшы ҡыйыҡҡа ни етә?

Ҡайһы бер йорттарҙа ҡыш тип тормай ҡыҙыу ремонт эштәре бара. Был миҙгелдә ҡыйыҡтарҙы яңыртып йүнәтеү күпкә отошлораҡ икән, сөнки ямғыр йыш яуып, фатирҙарҙы һыу баҫыу ихтималлығы юҡ. Шулай уҡ капиталь ремонт эштәренең сифатлы башҡарылыуын контролдә тотоу ҙа мөһим. Тап шуның өсөн шишәмбе көн комиссия дүрт адрес буйынса сығып, ремонт барышын тикшерҙе.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов, ҡала хужалығы идаралығы, Төбәк операторы, идара итеүсе компаниялар һәм подряд ойошмалары вәкилдәренән торған комиссия һәм милекселәр Гагарин урамындағы 29-сы, Совет урамындағы 11-се, Беренсе май урамындағы 12а һәм Ленин урамындағы 1а йорттарында ҡыйыҡта алып барылған капиталь ремонт эштәрен ҡараны, үҙ баһаһаны бирҙе.
Дүрт ремонт объектында ла генераль подрядсы - беҙҙең ҡалала был йүнәлештәге эштә ҙур тәжрибә туплап өлгөргән «ТөҙөлөшТөркөм» йәмғиәте. Ойошма эштәргә февраль башында тотонған һәм бөтә йорттарҙа ла ремонтты ваҡытынан алда тамамларға ниәт итә. Совет урамындағы 11-се һәм Ленин урамындағы 1а йорттарында ҡыйыҡтың үҙе генә яңыртылһа, Гагарин урамындағы 29-сы һәм Беренсе май урамындағы 12а йорттарында ҡыйыҡ өҫтәмә рәүештә йылытыла. Комиссия ағзалары төҙөлөш сүп-сары ваҡытында сығарыламы, бригада кәрәкле материал менән тәьмин ителгәнме, фатирҙарға һыу ағыу осраҡтары юҡмы, эш барышында хәүефһеҙлек техникаһы үтәләме кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡарылыусы эштәрҙең сифатын баһалау өсөн комиссия ағзалары Совет урамындағы 11-се йорттоң ҡыйығына ла менде. Подряд ойошмаһы барлыҡ дәғүләрҙе һәм теләктәрҙе иҫәпкә алырға һүҙ бирҙе.
- Салауат ҡалаһында 2023 йылда 17 күп фатирлы йортта 20 төр эш башҡарыу планлаштырылған. 10 яҫы ҡыйыҡты яҙғы-йәйге осорҙа ремонтлаясаҡбыҙ, 5 сатырлы ҡыйыҡтың дүртәүһендә эштәр бара, тағы ла береһен яҡын арала йүнәтеүгә тотонасаҡбыҙ. Бер йортта 7 лифт ҡоролмаһын алыштырыу билдәләнгән. Бер йортта фасад яңыртыласаҡ һәм 3 йортта сарлаҡты йылытыу ҡаралған. Шулай уҡ Салауатта 48 күп фатирлы йортта подъездарҙы ремонтлау планлаштырылған, барлығы 108 подъезд килеп сыға. Бөгөнгө көнгә сатырлы ҡыйыҡтарҙы ғына йүнәтеү буйынса эштәр бара, сөнки һауа шарттары әлегә рулонлы ҡыйыҡтарҙа һәм фасадтарҙа ремонт яһауға мөмкинлек бирмәй. Бынан тыш, капиталь ремонт исемлегенә өҫтәмә йорттарҙы индереү буйынса эш алып барыла, - тип аңлатма бирә Төбәк операторының Көньяҡ зона буйынса капиталь ремонт бүлеге начальнигы Илнар Бикмәев. - Сатырлы ҡыйыҡтар буйынса эште февралдә башланыҡ, бөгөнгө көнгә был дүрт өйҙә лә ағас конструкцияларҙы монтажлау тамамланған. Подрядсы юыл йорттарҙың ҡыйығын май башына тапшырырға планлаштыра.
Тикшереүҙә ҡатнашыусылар ҙа ремонт барышын ыңғай баһаланы.
- Яңыраҡ үткән ямғырҙан һуң беҙ эштәр барышын тикшерергә сыҡтыҡ, сөнки комиссияға һыу ағыуы тураһында мөрәжәғәт килде. Урынға килгәс, был хәлдең ҡыйыҡты ремонтлау менән бәйле булмауын асыҡланыҡ. Был һорауҙы подрядсы, Төбәк операторы, ҡала хакимиәте менән тикшерҙек һәм подряд ойошмаһы зыянды үҙ иҫәбенә ҡаплаясаҡ тигән уртаҡ фекергә килдек. Беҙ, йәмәғәтселәр, быны контролдә тотасаҡбыҙ. Дөйөм алғанда, эштәр барышы менән ҡәнәғәтбеҙ, шулай уҡ ҡалала йыл әйләнәһенә тиерлек капиталь ремонт эштәренең барыуы ла ҡыуандыра. Барыһы ла ваҡытында һәм сифатлы башҡарылһын, - тине ҡала Йәмәғәт палатаһының хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы һорауҙары буйынса комиссия рәйесе Андрей Пояев.
Ҡыйыҡта ремонт тамамланғас эштәр комиссия ҡатнашлығында ҡабул ителәсәк.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: