Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 09:25

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (13-19 март)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Кешеләр менән бик һаҡ аралашығыҙ, эс серҙәрегеҙ менән бүлешмәгеҙ. Был осорҙа алған килемегеҙ оҙаҡҡа етер. Һөйгәнегеҙҙе көнләшеп ялҡытмағыҙ. Ял көндәрендә суставҡа бәйле хроник сирҙәр ҡуҙғыр.
Буға (21.04-21.05)
Ниндәйҙер килешеүҙәр төҙөү уңышлы килеп сығыр. Икенсе яртығыҙ яҡшы яңылыҡ хәбәр итер. Аҡса юғалтыу, йә сығымдар артыу ихтималлығы юғары. Күңел асыу сараларынан баш тартыу хәйерлерәк.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәр ниндәй йүнәлештә барырға кәрәклеген билдәләй алмай аптырар. Был эштәге үҙгәрештәргә бәйле булыр. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн профилактик саралар күрегеҙ. Ял көндәрендә рәхәтләнеп ял итегеҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Һеҙ ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырһығыҙ, уларҙан күп нимә белерһегеҙ. Ғаиләләге проблемалар карьерағыҙға ҡамасаулауы бар. Элекке мөхәббәтегеҙҙе осратырһығыҙ. Йыраҡ сәйәхәтте планлаштыра башларһығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Милек һәм финанс - аҙнаның көнүҙәк һорауҙарына әйләнер. Яҡындарығыҙға асыуығыҙ килһә лә, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Насар ғәҙәттәрҙән арынып, үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ. Дуҫтарығыҙ актив ялға саҡырыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был аҙнала һеҙ иң яҡшы эш һәләтегеҙҙе күрһәтерһегеҙ. Күптән борсоған мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡулай ваҡыт. Һөйгәнегеҙҙе яңы яҡтан асырһығыҙ. Ял көндәрендә руль артына ултырмау хәйерлерәк.
Үлсәү (24.09-23.10)
Коллегаларығыҙ араһында аяҡ салыусылар табылыр. Яҡындарығыҙ иһә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр. Был арала күңелегеҙ йомшарыр, бар нимәне күңелегеҙгә яҡын ҡабул итерһегеҙ. Сирләп китһәгеҙ мотлаҡ врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндар физик эштән йыуаныс табыр. Алдығыҙға маҡсат ҡуйһағыҙ, ярты юлда туҡталып ҡалмағыҙ. Икенсе яртығыҙ менән һөйөү хистәре яңырып киткәндәй булыр. Аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотонорға тырышығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Ижади уҡсыларҙың эше уңышлы барыр. Яңғыҙ ҡалып ял итеү өсөн ваҡыт табығыҙ. Һөйгәнегеҙҙе тәккә-юҡҡа үпкәләтмәгеҙ. Йортоғоҙға кәрәкле әйбер һатып алырһығыҙ. Һалҡын тейҙереүегеҙ ихтимал.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Үҙегеҙҙең проблемаларҙы тик үҙегеҙ генә хәл итә алырһығыҙ. Эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу сараһында ҡатнашырһығыҙ. Ғаиләлә сығымдары күбәйеп китер. Ял көндәре сәйәхәттә үтер.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙнаның тәүге яртыһы матди һорауҙарҙы хәл итеү өсөн отошло, килемдәрегеҙҙе арттыра алырһығыҙ. Етәксегеҙ менән бәхәскә инмәгеҙ, яҡшыға түгел. Яңы белем алыу еңел бирелер.
Балыҡ (20.02-20.03)
Йондоҙҙар һеҙгә ҡайһы бер ҡараштарығыҙҙы үҙгәртергә кәңәш итә. Яңғыҙҙар ғүмерлек мөхәббәтен осратыр. Эшегеҙ күп булыр, уның ҡарауы, килеме лә килеп торор. Буш ваҡытығыҙҙы мәҙәни ялға бағышлағыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в