Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 10:45

Кешелеккә йәшәү биреүсе ҡатын-ҡыҙ

Яҙ килеү менән иң матур байрамдарҙың береһе - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Был көндө наҙлылыҡ, изгелек өлгөһө, тормош йәме булған гүзәл заттарыбыҙ исеменә һәр кемдең күңел түрендә һаҡланған яғымлы һүҙҙәр яңғырай. Ҡалабыҙҙың «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә уҙған байрам тантанаһы ла ҡатын-ҡыҙҙарға йылы хис-тойғоларҙы еткереүгә арналғайны.

Кешелеккә йәшәү биреүсе ҡатын-ҡыҙ
Кешелеккә йәшәү биреүсе ҡатын-ҡыҙ

Мәҙәниәт һарайының концерт залындағы гүзәл заттарҙың йылмайыуҙары, шат йөҙҙәре йылы һәм күркәм мөхит тыуҙырҙы.
Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов еткерҙе.
- Ҡәҙерле ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр! Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөн беҙ айырым бер тулҡынланыу менән көтөп алабыҙ. Һеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, яҙ кеүек шатлыҡ, яғымлылҡ, матурлыҡ символы һәм һеҙһеҙ мөхәббәт тә, ғаилә лә, балалар ҙа булмаҫ ине. Ҡала үҫешендә ҙур роль уйнайһығыҙ, күптәрегеҙ предприятиеларҙа, ойошмаларҙа абруйлы вазифалар биләйһегеҙ, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе булдыраһығыҙ. Беҙҙең Салауат ҡатын-ҡыҙҙары аҡыллы, әүҙем генә түгел, шулай уҡ ижади яҡтан да һәләтлеләр һәм бик һылыуҙар. Салауат - матур ҡыҙҙар ҡалаһы. Һеҙҙең арҡала беҙ, ир-егеттәр ҡыйыу аҙымдарға, яңы ҡаҙаныштарға һәм яҡшылыҡҡа ынтылабыҙ. Ниндәй генә ҡатмарлыҡтар булмаһын, беҙҙең ғаилә усағы ышаныслы ҡулдарҙа икәнен һәйбәт беләбеҙ. Мин һеҙгә бәхет, мөхәббәт һәм иң изге теләктәр теләйем. Байрам менән! - тине Игорь Миронов.
Тантаналы шарттарҙа ҡалабыҙҙың лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарына дәүләт наградалары, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, эштәге юғары профессионаллеге өсөн 24-се мәктәп директоры Ольга Сыроваға, 36-сы балалар баҡсаһы мөдире Вера Чугунниковаға «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре», Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы Лена Пастуховаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исемдәре һәм Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы Надежда Ниренбергҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Салауат ҡалаһы хакимиәтенең почет грамоталары менән «Газпром нефтехим Салауат»тың план-иҡтисади бүлеге иҡтисадсыһы Елена Гречихина, «Салауатбыяла»ның быяла тара производствоһы машинисы Эльвира Сәлихова, ҡала дауаханаһыны операция шәфҡәт туташы Татьяна Вәхитова, «ЦФО» финанс бүлегенең баш белгес-бухгалтеры Елена Мерина, «Нефтехимремстрой»ҙың «Салауат» бүлегенең бүлек начальнигы Татьяна Йәғәфәрова, 9-сы балалар баҡсаһының педагог-психологы Наталья Окользина, 20-се мәктәптең директор урынбаҫары Светлана Лебедева, скандинавса йөрөү буйынса ҡала клубы инструкторы Наталья Кононова, «Әсә йөрәге» Салауат йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Дарья Фокина, «Адажио» заманса эстарда бейеүҙәре ансамбле Элина Сәйетбаталова, ENERGYTEAM заманса бейеү коллективы етәксеһе Элина Егорова, «Спидвей» спорт мәктәбенең өлкән инструктор-методисы Наталья Гончарова, «Алмаз» спорт мәктәбе кассиры Лариса Кирәйева, «Этажи» идарасы компанияһы йыйыштырыусыһы Лия Хәсәнова, «Ышаныс» социаль-психологик ярҙам үҙәге педагог-психологы Наталья Алюкова бүләкләнде.
Артабан сәхнә түренән 50 йыл бергә ғүмер кисереп алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары урын алды. Нәжибә һәм Рәшит Ғәйнуллиндар, Гөлнур һәм Рәфҡәт Суфияновтар, Фәниә һәм Ғабдулхай Батыршиндар, Зәлифә һәм Фәхрислам Әхмәтовтар, Надежда һәм Анатолий Гончаровтар, Фәниә һәм Фасых Хисамиевтар, Фаягөл һәм Фәрит Әмировтар бер-береңде хөрмәт итеү, мөхәббәт һәм бөтә тормош мәшәҡәттәрен иңде-иңгә терәп алып барыу өлгөһө булып тора.
Нәжибә һәм Рәшит Ғәйнуллиндар йәш саҡтарында яҙмыштарын ҡауыштырған хис-тойғоларын ғүмер буйына һаҡлаған. Күп йыллыҡ хеҙмәт юлдары ла Салауат менән бәйле, Рәшит Абдулла улы 48 йыл буйына СНХРС-та, Нәжибә Сәлмән ҡыҙы 38 йыл буйына «Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәтендә эшләй. 3 бала тәрбиләп үҫтерәләр, 6 ейән-ейәнсәрҙәре һәм 1 бүләсәләре бар.
- Беҙҙең ғаилә ғинуарҙа алтын туйын билдәләне. 50 йыл 5 йыл кеүек кенә үтеп китте. Тормошта төрлө хәлдәр була, бер-береңде ихтирам итеп, аңлашып, йылы хистәрҙе һаҡлап йәшәргә кәрәк. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ҙә ҡыуандырып тора. Бөтә ғаиләләргә бәхетле йәшәргә теләйбеҙ, - ти Ғәйнуллиндар.
Байрамдың концерт программаһы гүзәл ҡатын ҡыҙҙарға дан йырлау менән һуғарылғайны. Марина Матвеева, Руслан Иҙрисов, Хоҙайбиргән Усманов, Кристина Смирнова, Виктория Лукинская, «Төрлө кешеләр» вокал студияһы, «Аҡ йылға» өлгөлө хореография студияһы, «Йылмайыу» , «Яҙ» халыҡ бал бейеүе ансамблдәре залдағыларға матур сығыштарын бүләк итте. Шулай уҡ Кристина Сәсәнбаеваның «Яҙға ҡаршы!» моделдәре менән таныштырҙы. Байрам концертынан һәр кем ыңғай тәьҫораттар һәм йылы хистәр менән таралышты.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в