Салауаттың «Ағиҙел» мәҙәни-ял итеү үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан тантаналы сара үтте һәм унда хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, ҡаланың өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты.
- Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Әлеге ваҡытта ябай булмаған осорҙа был берләштереүсе байрам бик мөһим. Көн һайын беҙҙең илебеҙҙе яу яланында һаҡлаусы яугирҙәргә батырлыҡтары, Туған илгә булған һөйөүҙәре өсөн ҙур рәхмәт. Был залда Ватаныбыҙҙың буласаҡ һаҡсылары ла бар. Улар араһында йәш армеецтар, хәрби-патриотик клубтар, хәрби-тарихи берләшмәләр, эҙләнеү отрядтары ағзалары, уҡыусылар, студенттар. Һеҙ тигеҙләшерлек ҡаһарманлыҡ өлгөләре етерлек, - тине тантананы асып ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
- Тыуған илде һаҡлау бөтә быуындарҙа ла ир-егеттәрҙең изге бурысы булып ҡала. Беҙҙең яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы Рәсәйгә иң ауыр һынауҙарҙы ла үтергә ярҙам итте һәм итә. 23 февралдә Ватан һағына тороусыларҙы данлайбыҙ, тыуған еренең ирке өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән геройҙарҙың иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Беҙ һәм киләсәк быуын армиябыҙҙың һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың хәрби уңыштары, батырлыҡтары тураһында мәңге иҫләйәсәк, - тине ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы менән Украинала махсус хәрби операция барышында күрһәткән фиҙаҡәрлеге, ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн сержант Алексей Умняков үлгәндән һуң дәүләт наградаһы Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Игорь Миронов награданы уның әсәһе Зоя Ивановнаға, улдары Георгий һәм Олегҡа тапшырҙы.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, юғары профессионаллек һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләү уңайынан ҡаланың Почет грамоталары менән Альберт Баҡиев, Фәнил Ҡасимов, Максим Прялов, Радий Ғәлиуллин, Риф Хәйруллин, Рафаил Аҡкүбәков, Радий Сәбәхов, Марсель Рәхимҡолов, Олег Иванов, Денис Хәйбуллин, Эльвира Хөсәйенова, Степан Крустс, Илфат Мөхәмәтдинов, Игорь Окользин, Алик Әсфәндийәров, Вячечлав Столяров бүләкләнде. Рәхмәт хаттары менән Игорь Главинский, Әхтәм Рәхимҡолов, Юрий Батов, Рәшит Күрәев, Дамир Мөхәмәтшин, Виктор Семенов һәм Станислав Козлицкий билдәләнде.
Тантаналы сараның концерт программаһын рус халыҡ инструменттары оркестры «Еңелмәҫ һәм легендар» музыкаль әҫәрен башҡарып асты.
Концертты ҡаланың ижади коллективтарының сығыш дауам итте. «Казачье раздолье» казак йырҙары ансамбле «Россия - матушка» йырын башҡарҙы. «Белая река» өлгөлө хореогография студияһы артистары «Шоңҡар» һәм «Нахимовцы» номерҙары менән сәхнә түрен биҙәне.
Артабан сәхнәлә ысын тамаша күрһәтелде. Рауил Хәкимов етәкләгән «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең «Беҙҙең театр» театр студияһы артистары башҡарған йыр көйө аҫтына «Ағиҙел» Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы ҡатнашыусылары бейеү башҡарҙы. Бейеү коллективы был көндө тамашасыларға тағы ла бер сағыу номер - «Һалдат бейеүе» бүләк итте.
Андрей Пальянов менән Никита Шатцтың сығышы бик тулҡынландырғыс булды. «Димитрий Донской» клубы тәрбиәләнеүселәре ҡул көрәше техникаһын күрһәтте. Ә «Төрлө кешеләр» вокал студияһы артистары «Ватан һаҡсылары» йырын йырланы.
Концертта Дүртөйлө егете Артур Хәсәнов полигонда башҡарып, мобилизацияланғандарҙың гимнына әүерелгән «Кейек ҡаҙ юлдары» йыры ла яңғыраны, уны беҙҙең ҡалала Руслан Иҙрисов һәм Хоҙайбиргән Усманов йырлап ишеттерҙе.
Һуңынан сәхнәгә «Әйҙә беҙҙең йортто төшөрәйек» бейеүе менән «Адажио» балалар хореография ансамбленең йәш бейеүселәре сыҡты. Концерт 2-се кадет мәктәбе хорының сығышы менән тамамланды.
Алена Бизикина фотоһы.