Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 11:20

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ишеткән хәбәрҙәргә иғтибарлы булығыҙ, ялған былыуы ихтимал. Һөйгәнегеҙҙе көнләшеүегеҙ нигеҙһеҙ. Балалар һәм ата-әсәләр менән проблемаларҙы хәл итеү бөтә ял көндәрен алыр. Буш ваҡытығыҙҙа күберәк ял итергә тырышығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Һеҙгә был аҙнала уңыш йылмайыр. Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәр ваҡытында етди ҡарарҙар ҡабул итеү талап ителер. Ҙур сығымлы әйбер алырһығыҙ. Ял көндәрен ғаилә менән бергә күңелле үткәрерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был осорҙа карьерала йәки шәхси тормошоғоҙҙа мөһим этап башланыуы ихтимал. Һеҙҙең алда яҡшы перспективалар асылыр. Яҡындарығыҙ бөтә мәсьәләләрҙе хәл итешер. Диетаға ултырыу уйы ташламаҫ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Алға китеш өсөн ҡайһы бер нимәләрҙән баш тартырға тура килер. Ҡайһы бер кешеләр менән һүҙгә килеүегеҙ һеҙҙең ғәйеп түгел. Икенсе яртығыҙ менән мөхәббәтегеҙҙең ныҡлығына инанырһығыҙ. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Башығыҙҙағы уйҙарҙы тәртикә килтерегеҙ: насарҙарын тормошоғоҙҙан бөтөнләй алып ташлағыҙ, икеләнеүгә юл ҡуймағыҙ. Шишәмбе, кесаҙна көсөргәнешлерәк үтер. Ял көндәрен тәбиғәттә тынлыҡта уҙғарыу файҙалы булыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был арала яңы шарттарға ҡулайлашыу кәрәгер. Яңы проектҡа тотонорһоғоҙ. Яҡындарығыҙ араһында киҫкен проблемаларҙы күтәрмәгеҙ, бәхәстең олоға китеүе мөмкин. Мәҙәни сараларға йөрөү кәйефегеҙҙе күтәрер.
Үлсәү (24.09-23.10)
Килеп тыуған проблемаларҙы кисекмәҫтән хәл итеү талап ителер. Сит кешеләрҙең һеҙгә үҙ фекерен тағыуға юл ҡуймағыҙ. Сәләмәтлек тураһында хәстәрлек алға планға сығыр, дөрөҫ көн режимы һаҡлағыҙ. Оҙон юл төшә.
Саян (24.10-22.11)
Теләгән һөҙөмтәгә ирешеү өсөн ныҡышмалыраҡ, ә һөйгәнегеҙгә ҡарата түҙемлерәк булығыҙ. Күңелегеҙ ижадҡа ынтыла икән, яңы шөғөлгә тотоноғоҙ. Янсығығыҙҙың ҡалынайыуы теләгән әйберегеҙҙе алырға мөмкинлек бирер.
Уҡсы (23.11-21.12)
Һөнәри яҡтан уңышҡа өмөт итә алаһығыҙ. Ҙур пландарға тотоноп, көндәлектәге мөһим эштәрҙе онотмағыҙ. Килемегеҙгә ҡарағанда, сығымдарығыҙ күберәк булыр. Был арала йәшел сәйгә өҫтөнлөк бирегеҙ, үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эшлекле бәйләнештәрҙе көйләүгә күп ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө сарыф итерһегеҙ. Етәкселек менән фекерҙәрегеҙ тап килмәҫ. Һөйгәнегеҙҙән ҡыҙыҡлы тәҡдим алырһығыҙ. Йома уҡ сәфәргә сығып китеп, яҡшы ял итеп ҡайтырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙна эш йәһәтенән бик актив һәм емешле булырға оҡшай. Яҡындарығыҙ менән һөйкөмлө мөғәләмә итегеҙ. Йоманың ауыр көн булыу ихтимал. Аҡсағыҙҙы әлегә экономиялап тотоноу яҡшыраҡ. Һаулыҡ өсөн күберәк хәрәкәт итегеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Ялҡауланмаһағыҙ, һеҙ һәр төрлө ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ. Коллективта аңлашып эшләү күпкә мөһимерәк икәнен төшөнөрһөгөҙ. Ә бына икенсе яртығыҙ менән бик борсаҡ бешмәҫ. Дуҫтарығыҙ сәйәхәткә саҡырыр.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в