Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль , 14:55

Ҡала хәрби антҡа тоғро ҡалған егеттәр менән хушлашты

Салауат ҡалаһында махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған рядовой Вадим Әҙиәтов һәм кесе сержант Александр Долганов менән бәхилләштеләр. Хушлашыу 21 февралдә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡаршыһындағы майҙанда үтте.

Ҡала хәрби антҡа тоғро ҡалған егеттәр менән хушлашты
Ҡала хәрби антҡа тоғро ҡалған егеттәр менән хушлашты

Вадим Әҙиәтов
Вадим Әҙиәтов 1999 йылдың 20 октябрендә Салауат ҡалаһында тыуған. 17-се мәктәпте тамамлай. Һуңынан Салауат механика-төҙөлөш колледжында станоктар һәм ҡоролмалар көйләүсе һөнәрен ала. 2019 йылдан алып 2020 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәтен үтәй. Армиянан ҡайтҡас ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтендә эшләй. 2022 йылдың 25 сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәткә алына.
Уҡыған йылдарында ул үҙен тырыш уҡыусы икәнен иҫбатлай. Технология, физкультура, тормош хәүефһеҙлеге дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Бөтә мәктәп йылдарында синыфтағы һәм дөйөм мәктәп сараларында, спорт ярыштарында актив ҡатнаша. Ярҙамсыл, хеҙмәт һөйөүсән, аралашыусан була. Намыҫлы, һәр ваҡыт ыңғай һөҙөмтәгә ирешә.
Салауат механика-төҙөлөш колледжында уҡыған ваҡыта ла үҙен тик яңғай яҡтан таныта, һәйбәт билдәләргә генә өлгәшә. Производство уҡытыу дәрестәрендә теләк менән эшләй, һайлаған һөнәрен үҙләштерергә тырыша.
Хәрби хеҙмәт алып барған осорҙа үҙен тормошҡа ыңғай ҡараусы, тик яҡшыға ышаныусы, намыҫ һәм хәрби бурыстарына бик яуаплы ҡарауын иҫбатлай. Салауат егете 7 февралдә махсус хәрби операцияһы барған зонала һәләк була.
- Хөрмәтле Альбина Әлтәф ҡыҙы һәм Заһир Хәбир улы, Башҡортостан Башлығы, республика парламенты һәм шәхсән үҙемдең исемдән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, - тип мөрәжәғәт итте республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов. - Һәр быуынға үҙ һынауҙары төшә, беҙ һеҙҙең менән яңынан бик тыныс булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ. Вадим Әҙиәтов кеүек ысын ир-егеттәр, илебеҙҙең илһөйәрҙәре хәрби бурыстарҙы үтәй. Уның ҡыйыулығы, батырлығы киләсәк быуын өсөн үрнәк булып тора.
- Вадим уҙған йылдың сентябрендә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә саҡырыла. Беҙҙең аранан йәш, дәртле, ҡыйыу егеттәрҙең китеүе аяныслы. Һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһа бик күп яҡшы эштәр башҡарыр ине. Альбина Әлтәф ҡыҙы һәм Заһир Хәбир улы, бөгөн бөтә ҡала һеҙҙең менән бергә ҡайғыра, ысын патриот тәрбиәләп үҫтереүегеҙ өсөн рәхмәт, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
17-се мәктәп директоры Вадим Әҙиәтов уҡытыусылар, уҡыусылар хәтерендә, йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ һәм мәктәптә уның исеме мәңгеләштереләәск тип белдерҙе.
- Барығыҙға ла ошо ауыр ваҡытта ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Вадим менән таныштар уның ниндәй булыуын яҡшы белә. Улым ғүмер буйына минең йөрөгем түрендә буласаҡ, - тине һәләк булыусы яугирҙең атаһы Заһир Хәбир улы.

Александр Долганов
Александр Долганов 1993 йылдың 12 сентябрендә Салауат ҡалаһында тыуа. 1-се кластан алып белем алған 20-се мәктәпте 2009 йылда тамамлай. 2012 йылға тиклем 19-сы һөнәри училищела машинист һөнәрен үҙләштерә. 2012-2013 йылдарҙа Рәйҙең Ҡораллы көстәре сафында хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡандан һуң, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә эшләй.
Александр Долганов сентябрҙә башҡа салауаттар менән бергә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыла.
Александр мәктәптә уҡығанда үҙен һәләтле, тәртипле һәм актив уҡыусы итеп күрһәтә. Тыныс холоҡло егет конфликтлы хәлдәрҙән ситтә тора. Башҡалар араһында абруй менән файҙалана, дуҫтары бик күп була. Төрлө йөкләмәләргә яуаплы ҡарай, уларҙы ваҡытында үтәй. Бик ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан була, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, һәр эштә уңыштарға ирешә. Александр йәмәғәт тормошонда активлыҡ күрһәтә, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнаша.
- Беҙ бөгөн Ватандың ысын һаҡсыһын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Александр Долганов һымаҡ ысын ир-егеттәрҙе, рухи яҡтан көслө кешеләрҙе юғалтыу һәр саҡ ауыр, - тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов. - Александр бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, махсус операция барышында бер нисә тапҡыр ҡыйыулыҡ, яҡшы хәрби әҙерлекле булыуын иҫбатлай. Светлана Степановна һәм Николай Александрович, бөтә республика халҡы һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлаша. Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһын тәрбиәләп үҫтереүегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Һеҙҙе ярҙамдан ташламабыҙ. Беҙҙең бурыс - Александр тураһында яҡшы иҫтәлекте һаҡлау.
- Беҙҙең егеттәрҙең һәләк булыуы тураһындағы хәбәр йөрәктәрҙе һыҙландыра, юғалтыу ҡайғыһын баҫырлыҡ һүҙҙәр ҙә юҡ. Александр көҙ көнө Тыуған илде һаҡлауға саҡырыуҙы намыҫ менән ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда уның ғүмере өҙөлә. Александр Долганов беҙҙең, йәштәр өсөн үрнәк булып тора, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм яугирҙең ата-әсәһенә ысын герой тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Александр Долганов эшләгән предприятиенан «Мономер» заводының техник директоры Азамат Ибраһимов һәм 34-се цех начальнигы Альмир Батталов сығыш яһаны. Улар Александр Николаевич тураһында иҫтәлек мәңге улар йөрәгендә һаҡланасағы тураһында әйтте, уның эштә яуаплы хеҙмәткәр, коллективта ихтирамлы, коллегалары өсөн таяныс булыуын билдәләп үтте.
Александр Долганов уҡыған 20-се мәктәп коллективы исеменән белем биреү учреждениеһы директоры урынбаҫары Елена Малыгина махсус хәрби операция зонаһында башын һалған яугирҙең яҡындарының ҡайғы уртаҡлашты.
- Ул беҙҙең хәтерҙә мәңге изге күңелле, ихтирамлы, ҡыҙыҡһыныусан, яуаплы булып ҡаласаҡ. Александр Доганов беҙҙең мәктәптең лайыҡлы уҡыусыһы, - тине ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в