газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 09:35

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (16-22 ғинуар)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Был осор һеҙҙең өсөн бик уңышлы булмаҫ, һеҙ маҡсаттарығыҙҙан ситләшерһегеҙ. Аҙнаның тәүге яртыһында тормош иптәшегеҙ менән аралар ҙа боҙолоп алыр. Яңғыҙлыҡта үткәрелгән ялдан күңел тыныслығы табырһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Һаулығығыҙға күберәк иғтибар бүлергә кәңәш ителә. Эш мәшәҡәттәренең артыуынан ныҡ арырһығыҙ. Күберәк ял итегеҙ. Дуҫтарығыҙ менән осрашыуҙар кәйефегеҙҙе күтәрер. Аҡса менән алданыуҙан һаҡ булығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Ғаиләле игеҙәктәр балалары тураһында борсолор. Уларға һеҙҙең кәңәштәр килешер. Аҙнаның икенсе яртыһында һеҙгә бөтә нимә еңел бирелер, хатта яңы эшкә тотоноу ҙа. Финанс һорауҙар тиҙ хәл ителер.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалар өй мәшәҡәттәренә башкөлләй сумыр. Икенсе ярытығыҙ менән киҫкен проблемаларҙы күтәрмәй тороғоҙ, юғиһә, ҙур ғауға ҡубыр. Ял көндәрен сәйәхәткә, белем алыуға бағышлай алаһығыҙ. Йәмғиәттә абруйығыҙ артыр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Һөнәри белем алыу ауырлыҡ менән бирелер, уҡыуҙа мәғлүмәтте үҙләштереү ауыр булыр. Һөйгәнегеҙ менән уртаҡ тел таба алмай аптырарһығыҙ. Ял көндәре косметик һәм дауалау процедуралары өсөн бик һәйбәт ваҡыт.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Финанс сығымдарын был арала контролдә тоторға тырышығыҙ. Кәрәкмәгән артыҡ нәмәләр алыуҙан тыйылығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән һөйөү хистәре яңырғандай тойолор. Сәйәхәттәрегеҙ ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Был арала эштәрегеҙ уңышлы барыр. Өйҙә генә ултырмағыҙ, күберәк кешеләр менән осрашығыҙ, аралашығыҙ. Өйөгөҙҙө йыйыштырыуға бөтә ғаилә ағзаларын йәлеп итегеҙ, был һеҙҙе берләштерер. Иммунитетығыҙҙы күтәреү мөһим.
Саян (24.10-22.11)
Мөһим һөйләшеүҙәрҙе әлегә ҡалдырып тороу хәйерле. Үҙегеҙ хаҡында ғәйбәт ишетеү бер аҙ кәйефегеҙҙе ҡырыр. Яҡындарығыҙ менән күңел асыу сараларына барығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем шау-шыулы сараларға йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ. Был һеҙҙең аҡсағыҙҙы экономияларға ярҙам итер. Аҙна аҙағына ҡыйыу идеяларығыҙҙы тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Һөйгәнегеҙҙән романтикалы кисә көтөгөҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Был осорҙоң тәүге яртыһында ауырлыҡтар менән осрашырһығыҙ. Төрлө хәлдәр, кешеләр ҡаршылыҡтар тыуҙырыр. Физик күнекмәләр менән шөғөлләнә башлағыҙ, һаулығығыҙ һәйбәтләнер. Ял көндәрендә осрашыуҙар күп булыр.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Был арала үҙегеҙҙе насар тойорһоғоҙ, ҙур эштәр башҡарыуға көс-хәлегеҙ етмәҫ. Уның ҡарауы, матди хәлегеҙҙең яҡшырыуы шатландырыр. Юлда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп йөрөгөҙ. Ялды ҡаланан ситтә үткәрерһегеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙна һеҙҙең тормошоғоҙға хәл иткес үҙгәрештәр индереүе ихтимал. Ҡапыл икенсе эшкә күсеү, йә йәшәү урынын алыштырыу теләге тыуыр. Йәрәхәт алыуҙан һаҡ булығыҙ. Яңы дуҫтарығыҙ һеҙҙең күңел йыуанысына әйләнер.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: