газета "Салауат"
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 14:00

Ғүмерен республикаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы

Республика халҡы бөгөн Ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән хушлаша Башҡортостан оло юғалтыу кисерҙе - башҡорт халҡының хөрмәтле аҡһаҡалы, 1990 - 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһына етәкселек иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы 11 ғинуарҙа 88 йәшендә донъя ҡуйҙы.

Ғүмерен республикаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы
Ғүмерен республикаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы

«Мортаза Ғөбәйҙулла улы вафат. Беҙ ғүмерен республикаға һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ. Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы», - тип хәбәр итте11-нә 12-һенә ҡарай төндә ҡайғылы хәбәр тураһында социаль селтәрҙәрҙә төбәк башлығы Радий Хәбиров.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай һәм оҙаҡ йылдар хеҙмәт юлын нефть эшкәртеү тармағына бағышлай.
Өфө ҡала Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты, СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы итеп һайлана.
1990-1993 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация (1990 йыл, 11 октябрь) ҡабул ителә, Федератив Килешеүгә һәм Федератив Килешеүгә Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға (1992 йыл, 31 март), Башҡортостан Республикаһы яңы Конституцияһы (1993 йыл, 24 декабрь) ҡабул ителә.
1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Мортаза Рәхимов 1993 йылдан 2010 йылға тиклем, 17 дауамында республика етәксеһе була. Ул Башҡортостандың ауыр 90-сы йылдарҙы лайыҡлы үтеүенә ныҡ көс һала, тыуған республикабыҙҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә то өлөш индерә. Башҡортостан илебеҙҙең алдынғы, сәнәғәт яғынан ныҡлы үҫешкән төбәккә әйләнә. Уның тыышлығы менән тиҫтәләгән яңы производство сафҡа инә, йөҙәрләгән социаль объекттар төҙөлә, ҡала һәм ауылдарҙың инженер инфраструктураһы күпкә яҡшыра, яңыра. Мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күп ҡаҙаныштар ҙа уның исеме менән бәйле.
Башҡортостандың тәүге президенты төбәктең экологик хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүлә, шуға 2010 йылдың май башында «Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәтенең (хәҙерге «Газпром нефтехим Салауат») тәбиғәтте һаҡлау объекттарында була, шул ваҡытта тотонолған һыуҙы үтилләштереү өсөн тәғәйенләнгән «Кама-1» ҡоролмаһы эше менән таныша.
2010 йылдың май аҙағында ул тағы ла Салауатҡа килә һәм «Медсервис» йәмғиәтенең заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған педиатрия бүлеген асыуҙа ҡатнаша. Ул ваҡытта Мортаза Рәхимов үҙ ҡулдары менән мәңге йәшел үҫеүсе туя ултырта.
Бынан һуң ул Химиктар көнөнә арналған тантаналы ултырышта ҡатнаша. «Дөйөм хеҙмәткә Салауат нефтехимиктары ҙур өлөш индерә», - тип билдәләп үтә шул саҡта һәм предприятиеның иң яҡшы хеҙмәткәрәҙрен дәүләт наградалары менән бүләкләй.
Ошо эшлекле сәфәр сиктәрендә Мортаза Рәхимов «Салауатбыяла» йәмғиәтендә була, табаҡлы быяла һәм иреүсе натрий силикаты производствоһы эше менән ентекле таныша.
Был уның Башҡортостан президенты вазифаһында һуңғы килеүе була.
«Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат. Үҙенең тормошон ул республикаға һәм уның үҫешенә бағышланы. Уның тураһында яҡты иҫтәлек», - тип ҡайғы уртаҡлашты Салауат ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Мортаза Рәхимовты Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләйҙәр.
Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, Өфө ҡалаһы һәм Күгәрсен районы хакимиәтенә (республиканың тәүге президенты Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған) Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Фото "Выбор" гәзите сайтынан.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: