газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 15:50

Шыршы ҡупшы кейенгән

Ошо көндәрҙә йөҙәрләгән ҡала кешеһе Ленин исемендәге үҙәк майҙанда бергәләп төп ҡала шыршыһын ҡабындырыу һәм тантаналы шарттарҙа боҙ ҡаласығын асыу өсөн йыйылды.

Шыршы ҡупшы кейенгән
Шыршы ҡупшы кейенгән

Ошо көндәрҙә йөҙәрләгән ҡала кешеһе Ленин исемендәге үҙәк майҙанда бергәләп төп ҡала шыршыһын ҡабындырыу һәм тантаналы шарттарҙа боҙ ҡаласығын асыу өсөн йыйылды.

Театрлаштырылған тамашала бала саҡтан бөтәһенә лә таныш булған Чебурашка, крокодил Гена, Ҡар бабай, Леопольд бесәйе, Карлсон һәм, әлбиттә, ҡыштың төп тылсымсылары - Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу ҡатнашыуы, бейеү, вокал коллективтарының сағыу номерҙары менән сығыш яһауы - быларҙың барыһы ла байрамға йыйылыусылар өсөн әҙерләнгән бүләк ине.
Иң иҫтә ҡалған һәм ҡыҙыҡлы ваҡиға егерме пар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың атлап үтеүе булғандыр. Улар күмәкләшеп флешмоб бейеп байрамға йыйылыусыларға Яңы йыл кәйефе бүләк итте.
«Бер, ике, өс! Шыршы ҡабын!» - салауаттар бергәләп ошолай итеп ҡысҡырыуға 18 метрлыҡ бейеклектәге пиксель матурҡай бөтә майҙанды сағыу уттар менән солғаны.
Быйыл Яңы йыл ҡаласығын боҙ һындар, төрлө иллюминациялар биҙәй, балалар һәм ололар өсөн лабиринт, таусыҡтар яһалған һәм, әлбиттә, һырғалаҡ эшләнгән.
16 йәшлек Роман Аҙнаев һырғалаҡта яратып шыуа һәм уның сифатын баһалап та өлгөргән.
- Боҙ тигеҙ, шыуыуы йәтеш, боҙ ҡаласығы һәм шыршы бик матур. Былтыр ҙа был һырғалаҡҡа килә торғайным, әлегеһенең боҙ сифаты яҡшыраҡ. Моғайын, былтырғы һырғалаҡ ҙурыраҡ булыуы арҡаһында уны эшләү ҙә, таҙартыу ҙа ҡатмарлыраҡ булғандыр. Минеңсә, һырғалаҡты бәләкәйерәк итеүҙәре дөрөҫтөр. Яңы йыл - яҡындарың менән тағы ла бергә йыйылыу өсөн яҡшы сәбәп, - ти ул.
Татьяна Васюкова байрамға 9 йәшлек ейәне Марк менән килгән.
- Беҙ ейәнем менән конькиҙа шыуырға бөгөн байрам булыуын белеп килдек. Боҙ ҡаласығы бик матур килеп сыҡҡан, шыршыҡай ҙа күркәм. Ололар ҙа, балалар ҙа күп. Бик үк еңел булмаған ваҡытта ҡала хакимиәтенең салауаттарҙың әҙ булһа ла кәйефен күтәрергә тырышыу һәйбәт, ни тиһәң дә Яңы йыл килеп етеп килә. Күптәр өсөн кеүек үк, беҙгә лә ул ғаилә байрамы, - ти өләсәй.
Руслан Горобец ҡыҙҙары Риана һәм Самина менән һырғалаҡты тантаналы асыуҙан ситтә ҡалмаған.
- Байрам бик шәп килеп сыҡты, бейеүҙәр ҙә, йырҙар ҙа булды. Бигерәк тә Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар флешмобы оҡшаны. Бөгөн конькиҙа йөрөйбөҙ, лабиринт буйлап йүгерербеҙ, таусыҡтарҙан да елдереп шыуырбыҙ. Салауаттарҙың барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән!

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: