газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2022, 11:20

Мөғжизә әкиәттә түгел, тормошта

Яңы йылды юҡҡа тылсымлы, теләктәр ҡабул булыу осоро, тип әйтмәйҙәр. Ысынлап та, мөғжизә әкиәттә генә түгел, тормошта ла бар.

Мөғжизә әкиәттә түгел, тормошта
Мөғжизә әкиәттә түгел, тормошта

Яңы йылды юҡҡа тылсымлы, теләктәр ҡабул булыу осоро, тип әйтмәйҙәр. Ысынлап та, мөғжизә әкиәттә генә түгел, тормошта ла бар.Ҡала хакимиәтендә алты етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаға (берәүһе бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманы) фатир асҡыстары тапшырылды. Былай ҙа яҙмыш һынауҙарына дусар булған балаларға байрам алдынан ошондай ҙур бүләк эшләүҙәре үҙе мөғжизә түгелме ни?

- Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир тапшырыуҙы дауам итәбеҙ. Был маҡсатҡа аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Быйыл бөтәһе 25 фатир алынды, уларҙың 18-е тапшырылды, бөгөн тағы алты кешегә бәхет йылмая һәм тағы өҫтәмә финанслау иҫәбенә алынған бер фатирҙы йыл аҙағында бирергә  ниәт итәбеҙ. Йылына был тиклем күпләп фатир тапшырыу Салауатта күптән күҙәтелгәне юҡ. Фатир алыуға хоҡуҡ 18 йәштән алып бирелә, торлаҡтың майҙаны 32 квадрат метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Уларға косметик ремонт яһалған, махсус комиссия ҡабул итте. Үҙ йортоң булыу - ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе, бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт. Йәштәрҙең барыһына ла тигеҙ, имен тормош теләйем, матур ғаиләләр ҡороғоҙ, йортоғоҙҙа сабый тауыштары яңғыраһын, - тип теләне ҡала  хакимиәтенең опека һәм  попечителлек бүлеге начальнигы Константин Масленников.
Асҡыстарҙы тапшырыу хоҡуғы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновҡа бирелде.
- Кешеләргә ярҙам итеү, айырыуса быны Яңы йыл алдынан эшләү - изге ғәмәл. Бөгөн һеҙ үҙ фатирығыҙҙың асҡысын ҡулығыҙға алдығыҙ. Киләсәктә тормошоғоҙҙо яйға һалып, донъяғыҙҙы йәмләп, матур итеп йәшәүегеҙҙе теләйем. Үҙ мөйөшө булған кеше генә киләсәккә ышаныс менән ҡарай, пландар төҙөй. Үҙегеҙгә, үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ. Килеп тыуған бер ниндәй ҡатмарлыҡтар һәм һынауҙар алдында ла юғалып ҡалмағыҙ, - тине ул ҡотлау телмәрендә.

Өй туйлаусылар иһә рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә ашыҡты. Анастасия Сафронова был ваҡиғаны алты йыл көткән.
- Үҙем Салауат ҡалаһынан, тормошҡа сыҡтым, 2,5 йәшлек бәпесебеҙ бар. Тормош шарттары шулай килеп сыҡты - ғаиләбеҙ менән Сочиға күстек. ӘммәСалауат - минең тыуған ҡалам һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Бында ике ҡустым йәшәй, мин иң өлкәне. Салауатҡа йыш ҡайтып йөрөйөм, хәҙер, өҫтәүенә, үҙ мөйөшөм бар, ә был - иртәгәге көнгә ышаныс. Фатирҙы тулыһынса йыһазландырып, кәрәк-яраҡтар алырға уйлайым. Беҙҙең турала хәстәрлек күргәндәре өсөн ҡала хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтлемен. Был - ысын мөғжизә, - ти ҡыҙ шатлығын йәшерә алмай.
Анар Аллахвердиев был хәбәргә тәүҙә ышанып етмәгән.
- Өфө нефть-техник университетының Салауат филиалында магистратураның беренсе курсында уҡыйым, Өфөлә эшләйем. Беренсе дипломымды шунда алдым һәм эшкә ҡалдым. Уҡып бөткәндән һуң күҙ күрер, бәлки, тыуған ҡалама әйләнеп тә ҡайтырмын. Етмәһә, хәҙер үҙемдең йәшәү урыным барлыҡҡа килде. Сиратта дүрт йыл торҙом, быны күптер, тип иҫәпләмәйем, сөнки  кешеләр әллә нисәмә йылдар буйы көтә. Шатлыҡлы хәбәрҙе еткергәс, ышанмайыраҡ торҙом, бик көтөлмәгән булды. Фатирыма әйберҙәр алып, йылы мөхит булдырасаҡмын, - ти егет.
Башҡа өй туйлаусыларҙы ла алда шатлыҡлы мәшәҡәттәр көтә: күсенеү, әйберҙәр алыу, урынлашыу. Улар бит хәҙер үҙ тормоштарының ғына түгел, ә үҙ фатирҙарының да хужалары. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: