газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2022, 10:15

Ярҙамы ихлас күңелдән

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн ирекмәндәргә, предприятиелар коллективтарына һәм етәкселәренә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар иҫәбендә Салауаттан Татьяна Беломоина ла бар.

Ярҙамы ихлас күңелдән
Ярҙамы ихлас күңелдән

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн ирекмәндәргә, предприятиелар коллективтарына һәм етәкселәренә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар иҫәбендә Салауаттан Татьяна Беломоина ла бар.

«Башҡортостандан мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән махсус хәрби операция зонаһына киткәндәргә ярҙам итеүсе беҙҙең халыҡҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Улар йылы кейемдәр тегә, бәйләй, махсус автомобилдәр әҙерләй, төҙөлөш материалдары һатып ала, умарталыҡтарынан бал ебәрә. Иң мөһиме быны улар ихлас йөрөктән эшләй», - тип белдерҙе Башҡорстан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
- Өфөлә берҙәм логистик үҙәк эшләй һәм ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабтары буйынса ирекмәндәр, гуманитар йөк тураһында мәғлүмәтте йыя. Тап шунан штабтың эшмәкәрлегенә әһәмиәтле өлөш индергән кеше бармы тип һоранылар. Унда эшҡыуарҙарҙы, меценаттарҙы ла ебәрергә булыр ине, әммә беҙ Татьяна инәйҙе билдәләп үтке килде. Ни өсөн? Сөнки ул көн һайын тиерлек бер нисә пар йөн ойоҡ бәйләп килтерә һәм быны ихлас күңелдән эшләй. Был башҡалар ҙа бәйләп килтермәй тигәнде аңлатмай, ә бына Татьяна Петровна иҫәбе һәм сифаты менән айырылып тора, - тип һөйләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Эльвира Маликова. - Ул саранан, башҡа алаға алып барып алып ҡайтыуҙың ойошторолоуынан шатланып ҡайтты. Ул Башҡортостанда башҡа ҡала һәм райондарынан изгелек ҡылыусы кешеләрҙе күреүе менән дә илһамланған.
Ысынлап та Татьяна Беломоина баш ҡаланан әйләнеп ҡайтҡас та «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһенә итеп, изге эш менән шөғөлләнеүҙәре һәм улар арҡаһында уның да хәрбиҙәргә ярҙам итеү мөмкинлеге булыуына рәхмәт әйтеп сыға.
- Беҙҙең кеүек ябай кешеләргә шундай ихтирам күрһәтеүҙәренә бик шатмын. Унда республиканың төрлө ерҙәренән хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәр йыйылғайны, мин Салауаттан бер үҙем. Беҙҙе ҡотлап, матур һүҙҙәр әйттеләр, ирекмәндәр беҙҙе хәстәрләп йөрөттө. Иң мөһиме бит беҙ егеттәребеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ. Мин егермеләп ойошбаш бәйләнем, Яңы йылға ткилем тағы ла бер нисәне бәйләйем әле. Тик йөн әҙерәк, мин бит мамыҡ йөнгә өҫтөнлөк бирәм, сөнки уларҙа күпкә йылыраҡ, - ти Татьяна Беломоина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: