газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 11:50

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (19-25 декабрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Һеҙгә уратып алған кешеләр менән аралашҡанда иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Аҙна уртаһында кәйефегеҙҙе күтәрерҙәр, быға ҡыҙыҡлы осрашыуҙар сәбәп булыр. Һыуыҡ тейҙереү ихтималлығы юғары, яҡшы кейенеп йөрөгөҙ.
Буға (21.04-21.05)
Буғалар матди хәлен яҡшыртыуҙы ҡайғыртыр, сөнки сығымдары күбәйеп китер. Һөйгәнегеҙ менән араларығыҙ күпкә һәйбәтләнер. Сәфәр, уҡыу, яңы танышлыҡтар өсөн ҡулай осор. Аҙна аҙағы күңелле саралар менән тамамланыр.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был арала һеҙҙе борсоған мәсьәләләр тиҙ һәм еңел хәл ителер. Был йәһәттән ғаилә дуҫы булышыр. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын тойорһоғоҙ. Һөйгәнегеҙ менән мәҙәни, күңел асыу сараларына юлланырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалар ниндәйҙер сикләү хәлендә булыр, йә үҙегеҙҙе насар тойоп, пастель режимы һаҡларға, йә башҡа кеше алдындағы вәғәҙәгеҙҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк булыр. Яҡындарығыҙҙан яратыу һүҙҙәрен йыш ишетерһегеҙ. Ял көндәре ҡунаҡта үтер.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Һеҙҙең дуҫтарығыҙ һәм икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр ҡаҡшар. Һәр ҡайһыһы иғтибар етмәүгә үпкә белдерер. Балалар уңыштары менән ҡыуандырыр. Аҙна аҙағында һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреү талап ителер.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ғаиләгеҙҙә юҡтан-барҙан бәхәс тыуыр. Аҙна уртаһына бөтәһе лә яйға һалыныр, барлыҡ һорауҙар ыңғай хәл ителер. Парлылар бер-береһенә көтөлмәгән сюрприздар яһар. Сығымдарығыҙ артыр, яңы кейемдәр һатып алырһығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәр өсөн мәшәҡәтле аҙна килә. Үҙегеҙҙең генә түгел, таныштарығыҙға, дуҫтарығыҙға эш буйынса ярҙам итерһегеҙ. Мөхәббәтлеләрҙең хистәре яңырған төҫлө булыр. Осор аҙағына йортоғоҙҙа ремонтҡа тотонорһоғоҙ.
Саян (24.10-22.11)
Матди һорауҙарҙы хәл итергә тырышыу уңышлы килеп сығыр. Һеҙ хатта күптән хыял итеп йөрөткән әйберегеҙҙе һатып ала алырһығыҙ. Аҙна аҙағында ҡыҙыҡлы сәфәр көтә. Уйламаған ерҙә алданыуығыҙ бар, иғтибарлы булығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Был арала башҡарылған эштәр менән бик ҡәнәғәт булырһығыҙ. Һөйгәнегеҙгә ҡарата ҡәтғи тәнҡитсе булмағыҙ, ғауға сығыр. Имиджығыҙҙы үҙгәртеү теләге тыуыр. Һаулығығыҙға еңел ҡарайһығыҙ, сир тиҙ аяҡтан йығыуы мөмкин.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Аҙна бик йылдам башланһа ла, һеҙ арығанлыҡ тойоп, күберәк ваҡытты тыныслыҡта ял итеп үткәреүҙе хуп күрерһегеҙ. Ҡайһы бер хроник сирҙәр ҡуҙғыр. Туғандарығыҙҙан бик яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Һөйгәнегеҙҙән бер нимә лә йәшермәгеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Күп кеше булған сараларҙа ҡатнашыуҙан тыйылып тороғоҙ, юғиһә, күңелһеҙ хәлдә ҡалыуығыҙ бар. Кешегә һәр ваҡыт изгелек менән яуап бирергә тырышығыҙ. Аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ. Тәбиғәт ҡосағына йышыраҡ сығығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Артыҡ эш һеҙҙең өсөн түгел, барыһын да мөмкинлегегеҙгә ҡарап башҡарығыҙ. Был осор электрон техника һатып алыу өсөн ҡулай. Бер туғанығыҙ һеҙгә аяҡ салыр. Дуҫтарығыҙ менән сәфәр ҡылырһығыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: