газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 11:45

Исеме - ҡала тарихы битендә

Салауатта Иван Богданов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Исеме - ҡала тарихы битендә
Исеме - ҡала тарихы битендә

Ҡала Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, ҡаланың Почетлы гражданы Иван Антонович Богданов Матросов бульварындағы 32-се йортта йәшәй. 8 декабрҙә, уның тыуған көнөндә, бина фасадына ҡуйылған мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһы үтте.
Мемориаль таҡтаташ төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы «Атайсал» республика проекты сиктәрендә ҡуйылған.
- Иван Антонович Богданов тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереүҙе хуплаусы һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Мемориаль таҡтаташты асыу - уның ҡала, Салауатта йәшәүселәр алдындағы лайыҡлы хеҙмәтен данлау. Салауатты төҙөгән Иван Антонович кеүек кешеләр тураһында салауаттар, айырыуса үҫеп килеүсе быуын белергә тейеш. Был беҙҙең тарих, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Ветерандар, почетлы граждандар исеменән Салауат ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Әсғәт Ғәлиев, Юрий Бареев, Б.А.Акшенцев сығыш яһаны.
Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Иван Антонович Богдановтың улына һәм ҡала мэры Игорь Мироновҡа бирелде.
Иван Антонович Богданов икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән, «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» исеменә лайыҡ.
Иван Антонович Богданов тураһында Салауат журналистикаһы ветераны Раиса Зыкина былай тип иҫкә ала:
«Иван Богдановтың исеме ҡала тарихы битендә почетлы урын алып тора. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1960 йылдан алып 1971 йылға тиклем Салауат нефть химияһы комбинатында эшләй. 1971 йылда ҡала халыҡ контроле комитеты рәйесе итеп һайлана, 1972-1987 йылдар - Салауат ҡала башҡарма комитеты рәйесе. Ҡаланы ҡабул итеү, әлбиттә, почетлы ла, ауыр ҙа була. «Салауат минең яҙмышыма тәрән инеп ултырҙы. Ул замандың социаль заказына, ҙур үҙгәрештәргә күңел ҡушыуына әүерелде», - үҙ ваҡытында ҡалаға мөнәсәбәтен Иван Антонович шулай белдергәйне. Салауатҡа ул 40 йылдан ашыу ғүмерене бағышлай, ҡала уның өсөн карталағы нөктә генә түгел, ә биографияһының мөһим өлөшөнә әйләнә.
Уның менән бергә эшләүселәр уның берҙәм эште ойоштора, ҡыҙыҡһындыра һәм маҡсатҡа ирешеү өсөн коллективты туплай белеү һәләтен билдәләй. Иван Антович Богдановтың ҡала башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланыуға бер йыл да үтмәй, яҙмыш уны сыҙамлыҡҡа һынай. 1973 йылда ҡаланың көньяҡ өлөшөндә һыуыҡ һыуға бәйле ҡатмарлы хәл килеп тыуа. Уны хәл итеү өсөн коммуналь хеҙмәттәр, предприятиелар, ойошмалар йәлеп ителә. Йорттарға һыу ташыу ойошторола. Һыу менән тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтарҙың сәбәптәре асыҡлана һәм проблема хәл ителә.
Иван Антонович иҫәбендә - Салауаттың ҡыҙыу үҫеш йылдары: 1970 йылдан 1987 йылға тиклем 10 меңдән ашыу ғаилә фатир ала, дөйөм ятаҡтар, халыҡ суды, милиция, 150 автобус гаражы, дүрт заллы спорт корпусы, яңы АТС, 530 урынлыҡ ашхана, автозаправка станцияһы, бер нисә балалар баҡсаһы, тегеү фабрикаһының төп корпусы, балыҡ заводы, кооператив гараждар, тимер юл станцияһына төкәтмә, ҡала торлаҡ идаралығының производство базаһы, йәштәр кафеһы, стоматология поликлиникаһы, һаҡлыҡ кассаһы, бөҙрәхана, дарыухана, телеаппаратура ремотлау буйынса ателье, китапхана һәм башҡа мөһим объекттар сафҡа индерелә. Уның инициативаһы менән Ленин урамында күп подъезлы туғыҙ ҡатлы пластина-йорт барлыҡҡа килә.
- Ҡалала троллейбус линияһын төҙөү теләге бик ҙур була. Мин ул ваҡытта КПСС-тың ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире булып эшләй инем, ә 1981 йылдан Иван Антоновичтың урынбаҫары, - тип иҫкә ала Әсғәт Ғәлиев. - Халыҡ та был идеяны тулыһынса хуплай ине. Иван Антонович ярҙам һорап республиканың торлаҡ-коммуналь министрына мөрәжәғәт итте. Уның менән бергә Мәскәүгә барҙы. «Ҡала - сәнәғәт майҙансығы - Яңы-ТЭЦ» маршруты буйынса троллейбус линияһы проеклауға ирешәләр. РСФСР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы Салауатта яңы линия төҙөлөшөн хуплай. Хатта өлөшләтә аҡса ла бүленә, предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың был объеттағы өлөшләтә ҡатнашыу схемаһы билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, троллейбус проектынан ҡалала тик тимер юлы аша һәм 116-сы кварталға алып барыусы юлдар ғына ҡала.
Уның эшмәкәрлеге ваҡытында ҡалала ике завод: оптика-механика һәм «Кардан» барлыҡҡа килә. Икеһе лә хәрби-сәнәғәт комплексына ҡарай, тиҙ темптар менән төҙөлә, 10 мең хеҙмәткәргә иҫәпләнгән ойошмаларҙың перспективалары яҡшы була. Иван Антонович һәр ваҡыт кешеләрҙе иҫендә тота, уларҙың ихтыяждарын белә, балаларға тәрбиә биреү һәм уҡытыу проблемаларын хәл итә, пенсионераҙр тураһында хәстәрлек күрә, хеҙмәтсәндәрҙән килгән хаттарға ҙур иғтибар бүлә, уларҙы совет заманында халыҡтан килгән иң төп мәғлүмәт тип иҫәпләй.
Иван Антонович һәр ваҡытта әсәһенең әйткәнен иҫендә тота: «Маҡтанма, улым, кешеләр үҙе һинең турала әйтһен. Һәр хәлдә яҡшы кеше булып ҡал». Һәм бына күп йылдар салауаттар уның хаҡында тик яҡшы итеп һөйләй. Иван Антонович Богданов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ иһә ҡала тормошоноң һәм уның ғүмеренең айырылғыһыҙ өлөшө булыуын сағылдырып торасаҡ».
Раиса Зыкина.
Фото ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: