газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2022, 12:20

Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы

13 декабрҙә үҫмерҙәр китапханаһында Башҡорт теле көнөнә ҡарата ҡалабыҙҙың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, «Сатҡылар» әҙәби бүлегенең ҡәләм тирбәтеүселәрен ҡунаҡҡа саҡырып, «түңәрәк өҫтәл» артында бик фәһемле, ҡыҙыҡлы әҙәби-музыкаль сарала осраштылар.

Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы

13 декабрҙә үҫмерҙәр китапханаһында Башҡорт теле көнөнә ҡарата ҡалабыҙҙың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, «Сатҡылар» әҙәби бүлегенең ҡәләм тирбәтеүселәрен ҡунаҡҡа саҡырып, «түңәрәк өҫтәл» артында бик фәһемле, ҡыҙыҡлы әҙәби-музыкаль сарала осраштылар.

Ғүмерҙәре буйы мәктәптәрҙә һәм педколледжда күп төрлө ҡаҙаныштар яулап уҡытыусы булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - «Ағинәйҙәр»төркөмө етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова, Гөлнара Сәйфетдинова һәм Миңнур Ғәбитова хаҡлы ялдарында ла тынғы белмәй, йәштән булмыштарына һалынған рух, яҡтылыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа ынтылыштары менән ҡалала төрлө саралар үткәреүгә күп көс һалалар. Һәм, әлбиттә, Башҡорт теле көнөн иғтибар үҙәгенә алып, ике төркөмдө бергә осраштырып, туған тел, милли мәҙәниәт, уларҙы һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынға еткереү һәм уларҙа милли рух тәрбиәләү темаларына һөйләшеү һәр кемдең күңеленә хуш килде.
«Сатҡылар» әҙәби берекмәһе етәксеһе Нәзирә Ишҡолова һәм осрашыуға килгән ҡәләм тирбәтеүселәр үҙҙәренең башҡорт теленә арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Салауат ҡалаһының ветерандар советы етәксеһе Гүзәл Хөснуллина сараны ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға изге теләктәрен теләп, хаҡлы ялдағы тынғыһыҙ хеҙмәткәрҙәргә ветерандар советы исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы ла Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында йәмәғәт эштәрендә әүҙем эш алып барған ағзаларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шиғыр, йыр, ҡумыҙ, думбыра тауыштары башҡорт теленең бөйөклөгөн, бик борондан хәҙерге заманға тиклем юғалмай, халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы булғанлығын иҫбатлап яңғыраны һәм һәр кемдең күңеленә милли рух тойғоһо өҫтәне.

Нәжибә Фәйзуллина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: