газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 11:10

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимә тураһында һөйләне. Иң мөһимдәре

Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм халыҡҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һеҙҙең иғтибарға иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимә тураһында һөйләне. Иң мөһимдәре
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә нимә тураһында һөйләне. Иң мөһимдәре

Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм халыҡҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һеҙҙең иғтибарға иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Хәҙерге Рәсәй тураһында

Беҙ һынылышлы мәлдә, тотош донъяның үҙгәреш кисереү осоронда, дошмандарса эш иткән коллектив Көнбайыштың асыҡтан-асыҡ ҡаршылығы шарттарында йәшәйбеҙ. Илебеҙгә, шул иҫәптән беҙҙең барыбыҙға ҡарата көслө ҡыҫым алып барыла, иҫәпһеҙ-һанһыҙ санкциялар иғлан ителә.

Әммә был баҫымға ҡаршы лайыҡлы торабыҙ, сөнки ХӘҠИҠӘТТЕҢ БЕҘҘЕҢ ЯҠТА булыуына ышанабыҙ. Шулай уҡ рухи йәһәттән дә көслөбөҙ, ата-бабаларыбыҙҙан аманат булып ҡалған ҡиммәттәргә, Тыуған илгә тоғробоҙ, уны яҡларға һәр ваҡыт әҙербеҙ.

Бөгөн Рәсәй Владимир Владимирович Путин етәкселегендә донъя кимәлендә элекке данын һәм абруйын ҡайтарҙы. Яңы союздаштарға һәм партнерҙарға эйә була бара. Хәрби, иҡтисади ҡеүәтен арттыра. Яңынан бөйөк дәүләткә әйләнә, ҡәтғи рәүештә ғәҙеллек һәм бөтә донъяла тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн сығыш яһай.

Беҙ туғандаш Донбассҡа ышаныслы иңебеҙҙе ҡуйҙыҡ. Тиҫтәләрсә гуманитар ярҙам ылауы, халыҡтан меңдәрсә посылка ебәрҙек. Хәрби хәрәкәттәр барған биләмәләрҙән мәжбүри күсеп килгән ғаиләләрҙе һыйындырҙыҡ. Бөгөн Башҡортостан табиптары Донбасста изгелек вахтаһында эшләй. Төҙөүселәр, коммуналь тармаҡ эшселәре Красный Лучта, Мариуполдә тиҫтәләрсә торлаҡ йортто, социаль объекттарҙы, инженер һәм юл инфраструктураһын тергеҙҙе.

Бөтә республикабыҙ халҡы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн борсолабыҙ. Улар барыһы ла – ысын геройҙар. Һәммәһе лә тыуған төйәгенә имен-һау әйләнеп ҡайтһын тип доға ҡылабыҙ һәм уларға даими ярҙам итәбеҙ.

Ауылдың ихтыяждары тураһында

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Быйыл улар ҡаһармандарса хеҙмәт өлгөһө күрһәтте, 10 ай эсендә ауыл хужалығы продукцияһы үҫешен 25 процентҡа тиерлек тәьмин итте, экспорт күләмен һаҡлап ҡалды. 5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алып, 30 йыл элекке рекордты үтеүгә өлгәштеләр. 4 миллион тонна ашлыҡ алыу беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ә бер нисә йылдан – 5 миллион тонна ла. Былар эш бүлмәһендә ултырып уйлап сығарылған һандар түгел, ә тармаҡты техник һәм технологик йәһәттән ныҡлы үҙгәртеп ҡороуға нигеҙләнгән, төплө уйланған пландар.

Республикала әлегәсә буш ятҡан йәки һөҙөмтәһеҙ файҙаланылған ерҙәрҙең булыуы бер нисек тә үҙен аҡламай. Киләһе йылда ауыл хужалығы ерҙәрен инвентаризациялауҙы үткәрергә ҡушам. 2024 йылға файҙаланылмай ятҡан бер гектар ер ҙә ҡалмаҫҡа тейеш. 

Ковид арҡаһында туҡтап ҡалған программаны – ауыл урамдарын яҡтыртыуҙы тергеҙәбеҙ. Киләһе йылдан ошо маҡсатта 300 миллион һум аҡса бүлә башлайбыҙ. Мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына, поликлиникаларға һәм дауаханаларға илткән юлдар, парктар һәм йәмәғәт урындары мотлаҡ яҡтыртылырға тейеш.

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы

2023 йыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы булараҡ үтәсәк. Һәр беребеҙҙең тыуған төйәге бар. Беҙ шунда тыуғанбыҙ, тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡанбыҙ, мәктәп тамамлағанбыҙ. Мин тыуған ауылымда биш йыл йәшәнем, кемдер – ун, егерме йыл, кемдер ғүмере буйы ошо ерҙә йәшәй. Кемдер – ауылда, кемдер ҡалала тыуған. Әммә шуны беләм: һәр кешенең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр бөтәбеҙ ҙә тыуған төйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, ниндәй шәп һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин!

Кеше хеҙмәтенең мөһимлеге тураһында

Былтыр беҙҙең сәнәғәт һигеҙ процентҡа яҡын үҫеш кисерҙе, быйылғы ун айҙа – 2,8 процент. Уның артабан да үҫешә барыуы бик мөһим, сөнки һәр яңы предприятие, цех, станок кешеләрҙең тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.  

Республика еңел һәм урман эшкәртеү сәнәғәте, халыҡ кәсептәре тармаҡтарына матди йәһәттән ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Киләһе йылдан инвалидтарға тәғәйен техник реабилитация саралары, шулай уҡ солоҡсолоҡ ҡорамалдары етештереүгә ярҙам программалары эш башлаясаҡ.

Бөгөн республикала эшһеҙлек буйынса һуңғы йылдарҙағы иң түбән күрһәткес теркәлгән. Был – ысынбарлыҡ, әммә беҙҙе икенсе күренеш – күп предприятиеларҙа эшсе ҡулдарҙың етешмәүе борсой. Шуға күрә иң мөһим бурыстарҙың береһе – кадрҙар әҙерләү. Был – республикабыҙ, иҡтисадыбыҙ, киләсәкке үҫеш өсөн мөһим мәсьәлә. Тормошобоҙҙа Хеҙмәт Кешеһе төп урында булһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Урындағы юлдарҙы ремонтлауға күберәк аҡса

Төбәк һәм муниципалитеттар ҡарамағындағы юлдарҙы ремонтлауға иғтибарҙы арттырырға кәрәк, сөнки улар буйынса ялыуҙар күп. Республика Хөкүмәтенә киләһе йылда ерле әһәмиәттәге юлдар төҙөүгә, булғандарын тәртипкә килтереүгә һәм капиталь ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 4 миллиард һум аҡса бүлергә ҡушам. Шулай уҡ һәр район юлдарға таш түшәүгә 10 миллион һум аласаҡ. Ныҡ насар тороштағы юлдарҙы ремонтлау графигын эшләргә һәм уны халыҡҡа еткерергә кәрәк.

Мәктәптәрҙе ремонтлауға сығымдар ун тапҡырға артты

Дүрт йыл эсендә республикала 44 мәктәп һәм 59 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм реконструкция үткән. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса Владимир Путин ҡул ҡуйған программаға ярашлы, һуңғы ике йылда ошо маҡсатта 6,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтәбеҙ. Һөҙөмтәлә 140 белем усағы бинаһын ремонтлайбыҙ, өҫтөнлөк ауыл мәктәптәренә бирелә. Бындай күләм бер ваҡытта ла булманы. Хатта иң аҡсалы йылдарҙа ла әлеге маҡсатта 600 миллион һумдан артыҡ бүленмәй торғайны. 

Уртаҡ бурысыбыҙ – педагог һөнәренең абруйын күтәреү, уны социаль йәһәттән яҡлаулы итеү. Республика, айырыуса ауыл мәктәптәренә йәш белгестәр талап ителә. Хөкүмәткә киләһе йылдан йәш ауыл уҡытыусыларына тәғәйен грантты 150-гәсә еткерергә ҡушам.

Һәр ерҙә табиптар булырға тейеш

Һуңғы өс йылда беҙ 250 ФАП, биш ауылда табип амбулаторияһы төҙөнөк һәм был эште бөтә райондарҙа ла дауам итәбеҙ. Беҙҙең иң мөһим бурыс – беренсел звеноны нығытыу. Кешеләр табипҡа шылтырата йәки яҙыла, участка табибына йәки тар йүнәлештәге белгескә күренә алмаған осраҡтар булырға тейеш түгел.

Хаҡлы ялдағыларға экскурсия өсөн ике тапҡыр күберәк аҡса

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты бик матур эшләп китте. Быйыл 10 мең пенсионер сәйәхәттә булып, яҡшы кәйеф һәм сағыу тәьҫораттар алды. Хөкүмәткә был программаны финанслауҙы арттырырға һәм киләһе йылда уның менән кәм тигәндә 20 мең хаҡлы ялдағы кешегә ҡулланыу мөмкинлеге булдырырға ҡушам.

Фото: glavarb.ru.

Салауат хуплай
15 декабрҙә төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның тура трансляцияһына Салауат ҡалаһы хакимиәте лә ҡушылды, унда депутаттар, йәмәғәтселәр, ирекмәндәр, ойошма, учреждение етәкселәре йыйылғайны.
«Радий Фәрит улы властың эше беҙҙең республикалағы һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мөрәжәғәтнамә барышында төҙөкләндереү, торлаҡтарға капиталь ремонт, юлдар төҙөү һәм ремонтлау, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, сифатлы медицина ярҙамын үҫтереү, мәктәптәрҙе ремонтлау һәм башҡалар билдәләнде», - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгән темалар араһында Салауат ҡалаһы халҡына яҡындары ла бар. Игорь Миронов фекеренсә, был: төҙөлөш, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау, яңы микрорайондарҙағы юлдарға ҡырсынташ түшәү, торлаҡҡа һәм мәктәптәргә капиталь ремонт, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» порграммаһын тормошҡа ашырыу, газафикация.
Салауат ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2022 йылда 7,5 км оҙонлоғонда 13 юл участкаһы ремонтлана. Шулай ҙа тәртипкә килтерергә кәрәкле юлдар бар әле. Шуға күрә Радий Хәбировтың: «Төбәк һәм муниципаль юлдарҙың сифатын арттырыу буйынса эште дауам итергә», - тигән бурысы шатландырҙы.
Бынан тыш, ҡала көньяҡ йүнәлешендә үҫешә. Ноябрҙә унда 6 километрҙан ашыу юлға ҡырсынташ һалына, әлеге ваҡытта киләһе йылда бындай эш башҡарыласаҡ урамдар исемлеге төҙөлә. Һәм, әлбиттә, төбәк башлығының: «Хөкүмәткә һәр муниципаль районға юлдарға ҡырсынташ түшәү өсөн 10-шар млн һум финанслауҙы ҡарауҙы һорайым», - тигән һүҙҙәре хуплау менән ҡаршы алынды.
Салауатта бер нисә йыл дауамында күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт буйынса республика программаһы сиктәрендә әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, быйыл ғына 18 йорт ремонтлана. Шуныһы шатлыҡлы, был эш 60-70 йыл элек төҙөлгән өйҙәргә башҡарыла. 30-40 йыл элек һалынған йорттарҙа ла ремонт уҙғарыла. Һәм, әлбиттә, Радий Хәбиров программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү бурысын ҡуйыуы Салауатта ремонтланған йорттар артыуына ышаныс тыуҙыра.
Быйыл мәктәп биналарын капиталь ремонтлау буйынса программа сиктәрендә Салауат коррекцион мәктәп яңы төҫ алды. Киләһе йылда 11-се һәм 22-се мәктәптәрҙә ремонт башҡарыу планлаштырылған. Программа дауам итәсәге хаҡында үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров әйтте.

 

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: