газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 14:35

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (5-11 декабрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (5-11 декабрь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Һеҙгә белем алыу һәм карьера һорауҙарына күберәк иғтибар бүлергә кәңәш ителә. Был өлкәләрҙә һиҙелерлек алға китерһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән аралар киҫкенләшер. Ял көндәренә табан һаулығығыҙға бәйле порблемалар барлыҡҡа килер.
Буға (21.04-21.05)
Эшегеҙ буйынса йә туристик сәйәхәткә бәйле оҙон юлға сығырһығыҙ. Аҡса проблемалары тиҙ хәл ителер. Һөйгәнегеҙ менән һүҙгә килерһегеҙ, ул һеҙҙән нимәлер йәшерә кеүек тойолор. Күптән диетаға ултырыу теләген ғәмәлгә ашыра башлағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Тормош иптәшегеҙ менән финанс хәлде яҡшыртыу һорауҙары менән шөғөлләнерһегеҙ. Көнкүреш мәшәҡәттәрен хәл итеү ҙә һеҙҙең елкәгә төшөр. Сәләмәт тормош рәүешенә күсеү һеҙҙең организм торошон һәйбәтләр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
ҠҠатмарлыҡтар һеҙҙең эштәге коллективты берләштерер, бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам итә башлар. Яҡындарығыҙ менән аралашыуҙа үҙегеҙҙе өҫтөн ҡуймағыҙ, оҡшатмаҫтар. Өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландарға был аҙнала үҙҙәрен эштә көслө шәхес итеп күрһәтер. Һөйгәнегеҙ менән дуҫтарығыҙ уртаҡ тел таба алмаҫ. Алыҫ туғандарығыҙҙың ҡунаҡҡа килеүе мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Затлы ғына кейем һатып алырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыҙҙар үҙ йортон матурлау менән мәшғүл булыр. Башҡа кешеләрҙең проблемаларын хәл итешерһегеҙ. Йыш руль артына ултырыуҙан тыйылып тороғоҙ. Күршеләрегеҙ менән борсаҡ бешмәҫ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Һеҙҙең эштәге тырышлығығыҙ лайыҡлы баһаланыр. Милеккә бәйле һорауҙар менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы осор. Дүшәмбе, шишәмбе оҙон юл өсөн түгел. Ял көндәрен балаларығыҙға бағышлау яҡшыраҡ.
Саян (24.10-22.11)
Был арала һатып алынған ҡиммәтле әйбер оҙаҡ хеҙмәт итер. Сығымдарығыҙ ҙур булһа ла, аҡсаға можтажлыҡ кисермәҫһегеҙ. Йәрәхәт алыу, һалҡын тейҙереү ихтималлығы юғары. Ял көндәрен күңел асып үткәрерһегеҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Буш һүҙ һөйләүҙән конкрет эш башҡарыуға күсергә ваҡыт. Финанс йүнәлештә уңышлы аҙна, йә лотерея оторһоғоҙ, йә килемле тәҡдим алырһығыҙ. Ял көндәрендәге күңел асыу бөтә бошоноуҙарығыҙҙы юҡҡа сығарыр.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Һеҙ әүҙем тормоштан ситләшерһегеҙ, яңғыҙлыҡты, тыныслыҡты үҙ итерһегеҙ. Эштә лә артыҡ бурыстарҙы үтәүе ауырға төшөр. Һөйгәнегеҙ менән бер талашып, бер ярашырһығыҙ. Руль артында иғтибарлы булығыҙ, штраф һалыуҙары бар.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һыуғоярҙар өсөн азатлыҡ тәүге планға сығыр. Күп кенә ҡарарҙарҙы шәхсән үҙегеҙ генә ҡабул итерһегеҙ. Икенсе яртығыҙ һөйөү һүҙҙәре, бүләктәр менән шатландырыр. Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, табип ярҙамынан баш тартмағыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтар иң ҙур хыялдарын тормошҡа ашыра алыуы мөмкин. Эштә ныҡышмалылыҡ күрһәтһәгеҙ, етәксегеҙҙән премия алырһығыҙ. Яңы таныштарығыҙҙан ҙур ярҙамын тойорһоғоҙ. Туристик сәфәргә сыҡмай тороу хәйерлерәк.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: