газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2022, 10:15

Пассажирҙарынан - хөрмәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Транспортсылар көнө менән ҡотлап Салауат ҡалаһынан ҡатын-ҡыҙ водителде миҫалға килтерҙе.

Пассажирҙарынан - хөрмәт
Пассажирҙарынан - хөрмәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Транспортсылар көнө менән ҡотлап Салауат ҡалаһынан ҡатын-ҡыҙ водителде миҫалға килтерҙе.

20 ноябрҙә Рәсәйҙә транспорт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө тармаҡ эшсәндәре һәм ветерандарын ҡотлап, республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Башавтотранс» предприятиеһының Салауат филиалы водителе Айгөл Рәжәпова хаҡында яҙып сыҡты.
- Руль артындағы ҡатын-ҡыҙ фотографияһына ҡарағыҙ әле. Һылыу, һомғол һәм шул уҡ ваҡытта ышанысла ҡарашлы, - тип мөрәжәғәт итте ул үҙенең сәхифәһен яҙыулыусыларға һәм Айгөл Рәжәпованың водитель булараҡ эшләп, сменаһына Салауат урамдары буйлап 200 километр юл үтеүе һәм был ҙур яуаплылыҡ, көсөргәнеш икәнен иҫкә төшөрҙө. Әммә 10 йыл стажы булған водитель үҙ эшен бик яҡшы белә һәм пассажирҙар менән дә аралашыуҙа үҙ стиле бар, шуға күрә күптәр уны таный һәм һәр ваҡыт иҫәнләшә.
- Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙын һәм Башҡортостан транспорт тармағының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын байрам менән ҡотлайым. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! - тип теләне Радий Хәбиров.
Фото Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: