газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 17:30

Өс ҡыҙы, өс наҙы

Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан, гүзәл заттар иңенә бик яуаплы бурыс та йөкмәткән. Уның Ерҙәге иң юғары тәғәйенләнеше - әсә булыу. Һиңә ғүмер биреп, тормош юлында һәр ваҡыт ҡурсалап, һөйөп һәм наҙлап торған, күңеленде йылытыусы, дөрөҫ юл күрһәтеүсе иң ҡәҙерле кеше ул - әсәй. «Ҡыҙы барҙың наҙы бар», «Ҡыҙлы йорт - фәрештәле йорт», «Өс ҡыҙы булған кеше ожмахҡа инер» - ҡыҙлы йортҡа ниндәй бәхет ишелеүен тойомлатыусы мәҡәл-әйтем байтаҡ. Гөлназ Мәсәғүтова өс ҡыҙ әсәһе һәм ул ысынлап та ғәзиз йәнкәйҙәренә һөйөүен, хәстәрен бүләк итә алыуы менән бәхетле. Ә ҡыҙҙары һуң әсәһенә оҡшап һылыу, йомшаҡ тәбиғәтле, баҫалҡы, ихтирамлы, «әсәй» тип өҙөлөп тора.

Өс ҡыҙы, өс наҙы
Өс ҡыҙы, өс наҙы

Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан, гүзәл заттар иңенә бик яуаплы бурыс та йөкмәткән. Уның Ерҙәге иң юғары тәғәйенләнеше - әсә булыу. Һиңә ғүмер биреп, тормош юлында һәр ваҡыт ҡурсалап, һөйөп һәм наҙлап торған, күңеленде йылытыусы, дөрөҫ юл күрһәтеүсе иң ҡәҙерле кеше ул - әсәй.
«Ҡыҙы барҙың наҙы бар», «Ҡыҙлы йорт - фәрештәле йорт», «Өс ҡыҙы булған кеше ожмахҡа инер» - ҡыҙлы йортҡа ниндәй бәхет ишелеүен тойомлатыусы мәҡәл-әйтем байтаҡ. Гөлназ Мәсәғүтова өс ҡыҙ әсәһе һәм ул ысынлап та ғәзиз йәнкәйҙәренә һөйөүен, хәстәрен бүләк итә алыуы менән бәхетле. Ә ҡыҙҙары һуң әсәһенә оҡшап һылыу, йомшаҡ тәбиғәтле, баҫалҡы, ихтирамлы, «әсәй» тип өҙөлөп тора.

Гөлназ Мәсәғүтова Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән. Сибай педагогия колледжын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университеты филиалында ситтән тороп юғары белем ала. Гөлназ Хәкимйән ҡыҙы башта башланғыс кластарҙа белем бирә, 2017 йылдан алып балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
2004 йылда Руслан Рафиҡ улы менән ғаилә ҡороп, ғаиләләренә йәм өҫтәп өс ҡыҙҙары тыуа. Ғаилә башлығы «Башавтотранс»тың Салауат филиалында маршрут автобусы водителе.
Өлкән ҡыҙҙарына Мәсәғүтовтар Гөлсибәр, икенсеһенә Рәмилә һәм өсөнсө ҡыҙҙарына Риана тип исем ҡушҡан. 18 йәше тулған Гөлсибәрҙәре буласаҡ эшен изге һөнәрҙән һайлаған, ул Салауат медицина колледжында һөнәр алып йөрөй. Рәмилә менән Риана икеһе лә 25-се башҡорт гимназияһында белем ала, береһе - 10-сы класта, икенсеһе 2-се класта. Рәмилә йырҙы үҙ итеп вокал түңәрәгенә йөрөһә, төрлө мәктәп сараларында актив ҡатнашһа, кескәй Рианаға бейеү оҡшай, ул Балалар ижады һарайында «Самрау» бейеү түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнә.
- Ғаиләлә өс ҡыҙҙың булыуы бик һәйбәт. Улар бер-береһе менән ныҡ татыу. Ысын туғандарса яҡын күреп аралашалар, серҙәрен бүлешәләр. Бер-береһенә лә, миңә лә ярҙам итәләр. Ҡыҙҙарға хас булғанса бешеренергә яраталар, ҡоймаҡ, вафли, манник, бәлеш, печеньелар бешереп ҡыуандыралар, - тип бүлешә бәхетле әсә.
Ҡыҙҙарға тәрбиә биреүҙә тормош иптәше лә төп терәк, шуға күрә өс бала тәрбиәләүҙең әллә ни ауырлығы тойолмай, ти әсә кеше.
- Тик яҡшылыҡҡа ғына, һәр яҡтан күркәм, матур булырға, уҡырға, бешерергә, бәйләргә, өйрәтәбеҙ. Гел бер-берегеҙгә терәк, таяныс булып, дуҫ, татыу йәшәгеҙ, тип иҫкәртеп торам. Тырышлыҡ, сыҙамлыҡ, башланған эште аҙағына еткереп ҡуйыу, ныҡышмалылыҡ кеүек күркәм ғәҙәттәр иң тәүге планда булһын тим, - ти Гөлназ Хәкимйән ҡыҙы һәм күп бала табыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә. - Әсә булыу үҙе бер бәхет.
Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, наҙланып ҡына үҫә ҡыҙҙар.
- Беҙҙең әсәйебеҙ тормошобоҙҙа иң ҡәҙерле кешебеҙ. Эштә лә, өйҙә лә ул һәр ваҡыт өлгөр. Уның ҡулдары иң йомшағы, наҙлыһы. Әсәйебеҙҙең күңеле лә изге, ул кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Үҙенең һөнәрен дә юҡҡа һайламаған, сөнки ул балаларҙы бик ярата. Яҡындарына ихлас, асыҡ йөҙлө, башҡаларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы. Беҙ ғәзиз кешебеҙ кешебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уны бик яратабыҙ, - ти улар.
Балаларының һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған Гөлназ Мәсәғүтованың йөрәге бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен, тик ҡыҙҙарының изгелеген,уңыштарын тойоп йәшәһен.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: