газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 14:00

Проблема юҡ

Салауатта ремонттан һуң Хирургия урамындағы юл ҡабул ителде. Уның оҙонлоғо 290 метр. 1880 квадрат метр майҙанға асфальт һалынған. Подряд ойошмаһы үҙ бурысын ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сыҡҡан. 23 ноябрҙә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов, депутаттар корпусы, ҡала хакимиәте һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ингән комиссия эштең һөҙөмтәһен ҡарап, юлды ҡабул итте.

Проблема юҡ
Проблема юҡ

Салауатта ремонттан һуң Хирургия урамындағы юл ҡабул ителде. Уның оҙонлоғо 290 метр. 1880 квадрат метр майҙанға асфальт һалынған. Подряд ойошмаһы үҙ бурысын ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сыҡҡан. 23 ноябрҙә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов, депутаттар корпусы, ҡала хакимиәте һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ингән комиссия эштең һөҙөмтәһен ҡарап, юлды ҡабул итте.

- Был юл буйынса бик күп мөрәжәғәттәр булды. Ул, ысынлап та, бик насар хәлдә ине. Яңы йорттар төҙөлгәндә ул тағы ла нығыраҡ емерелә. Ҡырсынташ һибеп ҡараныҡ, әммә ул оҙаҡҡа сыҙамай. Быйыл территориаль заказ сиктәрендә беҙгә республика аҡса бүлде һәм ошо финанслау юлды юлды рәткә килтерергә ярҙам итте. Әҙерәк һуңға ҡалынды, шулай ҙа тәүге ҡар ятҡансы өлгөрҙөк, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының юл хужалығы бүлеге начальнигы Антон Яковлев.
Подряд ойошмаһы менән юлды ремонтлау тураһында контракт 7 ноябрҙә төҙөлә, ә эште улар 16 ноябргә тамамлай. Юлға түбән һауа температураһында ла һалырға мөмкин булған асфальт түшәлә. Йәйәүлеләргә һәм автомобилдәргә тәғәйенләнгән юлдарҙа борт таштары алыштырыла. Юл ситендә заманса евроконтейнерҙар ҡуйыу өсөн ҡаты ҡалдыҡ сығарыуҙың өс майҙансығы эшләнә.
- Торг һөҙөмтәһендә бер аҙ аҡсаны экономияланыҡ, уны беҙ Спутник ҡасабаһындағы юларға ҡырсынташ түшәүгә йүнәлтәбеҙ, - тип белдерә Антон Яковлев.
Комиссия «Махсус автохужалыҡ Плюс» подряд ойошмаһы юлды төҙөкләндереү эшен сифатлы башҡарған тип билдәләне.
- Был юл участогында ремонт ҡала төҙөлгәндән алып булмаған. Күреүебеҙсә, бында яңы микрорайон да барлыҡҡа килгән. Салауаттар юлды төҙөкләндерергә кәрәклеге тураһында Йәмәғәт палатаһына ла, ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итте. Йәмәғәт палатаһы урынға сығып юлдың ни тиклем алама хәлдә булыуын, тирә-яғының бөтөнләй ҡаралмауын күрҙе. Хәҙер инде бөтә нимә төҙөк һәм матур, юлдарҙа сифатлы асфальт, юл ситтәре артыҡ үҫентеләрҙән, сүп-сарҙан таҙартылған. Бик ҙур күләмдәге эш башҡарылған. Беҙ ҡәнәғәт. Проблема хәл ителде, - ти Салауат ҡалаһы Йәмәғәт палатаһының хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы һорауҙары буйынса комиссия рәйесе Андрей Поляев.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: