газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 10:45

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (21-27 ноябрь)

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?
ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (21-27 ноябрь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар өсөн аҙна бер төрлө генә килмәҫ. Йондоҙҙар һеҙгә тыныслыҡ һаҡларға кәңәш итә. Маҡсаттарығыҙҙа ирешеүҙә ҡаршылыҡтар осрар. Сәфәргә сыҡмай тороу хәйерле. Романтик мөнәсәбәттәр солғап алыр.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларҙы проблемалы ғына аҙна көтә. Финанс мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булыр. Хроник ауырыуҙарығыҙҙың ҡуҙғыуы мөмкин. Һөйгәнегеҙ менән һүҙгә килһәгеҙ ҙә, тиҙ ярашырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәрҙең дуҫтары менән мөнәсәбәттәре киҫкенләшер. Күңел асыу сараларына барыуҙан тыйылып тороғоҙ. Ғаиләлә бөтә нимәне кәңәшләшеп эш итерһегеҙ. Профилактик саралар сәләмәтлегегеҙҙе нығытыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Белем алыу, һөнәри оҫталыҡ арттырыу өсөн уңышлы мәл. Өй мәшәҡәттәре күбәйеп китер. Һөйгәнегеҙ көнләшеүен белдерер, аралар боҙолор. Күптәр үҙенә оҡшаған яңы шөғөл табыр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Мөхәббәт алғы планға сығыр. Һөйгәнегеҙ тураһында күберәк хәстәрлек күрерһегеҙ. Мираҫ һорауҙары менән шөғөлләнергә тура килер. Йорт эштәрендә яҡындарығыҙ һәр ваҡыт ярҙамсы булыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эшкә барыуҙы яза кеүек ҡабул итерһегеҙ. Йәш быуын менән оло быуын туғандар араһында мөнәсәбәттәр еңелдән булмаҫ. Яңы дуҫтар табырһығыҙ. Оҙон юлға сығырһығыҙ. Йыш ҡунаҡҡа саҡырырҙар.
Үлсәү (24.09-23.10)
Тынысһыҙ аҙна килә. Яҡындарығыҙ менән бергә башҡарған эштәрегеҙ гел генә бәхәс тыуҙырыр. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу шарттары тыуыр. Төрлө шау-шыулы саралар әлегә һеҙҙең өсөн түгел.
Саян (24.10-22.11)
Һеҙ үҙегеҙҙә үҙгәрештәр тойорһоғоҙ, был эске донъяғыҙға сағылыш табыр. Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы әлегә экономиялау хәйерлерәк. Диетаға ултырыу ашҡаҙан сирҙәрен туҡтатыр.
Уҡсы (23.11-21.12)
Һеҙгә үҙегеҙҙе ҡулға алыу өсөн рухығыҙҙы нығытыу өҫтөндә эшләгеҙ. Күңел асыуға күп аҡса сарыф итерһегеҙ. Яратҡанығыҙ һеҙҙең башланғыстарҙа теләктәшлек белдерер. Сәләмәт тормош рәүешенә күсергә ваҡыт.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар был арала үҙҙәрен бик ышаныслы тотор. Кешеләрҙең фекерҙәренә ҡолаҡ һалмай, етди ҡарарҙар ҙа ҡабул итер. Тик яҡындарығыҙ менән ҡәтғи булмағыҙ, үпкәләтерһегеҙ. Ял көндәрен дуҫтарығыҙ менән үткәрерһегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һеҙ иреклеккә ашҡынырһығыҙ. Бер кемде лә тыңламай, үҙегеҙсә генә эшләрһегеҙ, әммә бының ыңғай һәм кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Һөйгәнегеҙ күптәнге серен асыр. Һаулығығыҙҙы тикшертеп алыу ҡамасауламаҫ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Бер аҙна эсендә генә теләктәрегеҙҙең барыһына ла ирешеп бөтә алмаҫһығыҙ. Бурысҡа аҡса алыу, бурысҡа биреү кәңәш ителмәй. Был арала уҡыу еңел бирелер. Туристик сәфәр өсөн уңышлы осор.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: