газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 15:50

ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУСЫЛАРҒА - БҮЛӘКТӘР

Хөрмәтле, йәмәғәт! Һеҙҙеңсә, милли матбуғат яҙмышы кемдең ҡулында? Әлбиттә, баҫманың даими сығып килеүе кешеләрҙең уға яҙылыусылар һанынан, тираждан тора. Шуға күрә Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер “Салауат” гәзитенә 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ.

Яратҡан баҫмаһын киләһе йылда ла тоғро дуҫы итеп алыусыларҙы әҙ булһа ла дәртләндермәксебеҙ. Тәүге ярты йыллыҡҡа яҙылыусыларға бүләктәр әҙерләнек.
Гәзиткә яҙылғанһығыҙ икән, ҡыйыу рәүештә бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ. Бының өсөн квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға (Нефтселәр проспекты, 29) килтереп йә иһә [email protected] элетрон адресына, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге “Салауат” гәзите төркөмөнә шәхси хәбәр итеп ебәрегеҙ.
Кемдәр гәзиткә яҙылмаған әлегә, ашығығыҙ, подписка тамамланғансы яҙылып өлгөрөгөҙ, һәм шулай уҡ бүләктәр оттороуҙа ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен ебәрегеҙ.

“Салауат” гәзитенә яҙылыу хаҡтары түбәндәгесә:
Курьер килтереүе - 750 һум (бер йылға - 1400 һум);
Рекдакциянан килеп алыу - 606 һум (бер йылға - 1100 һум);
электрон яҙылыу - 642 һум (бер йылға яҙылыу - 1088 һум).

Туған телебеҙҙәге матбуғаттан айырылмайыҡ, “Салауат” гәзитен уҡып, ҡала, республика тормошо, милләттәштеребеҙ йәшәйеше тураһында хәбәрҙар булып торайыҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: