газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 10:45

Бөтә күңел йылыһын һалып

Салауатта йәшәүсе Татьяна Беломоина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә ебәреү өсөн ойоҡбаштар бәйләгән.

Бөтә күңел йылыһын һалып
Бөтә күңел йылыһын һалып

Салауатта йәшәүсе Татьяна Беломоина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә ебәреү өсөн ойоҡбаштар бәйләгән.

2022 йылдың сентябрь аҙағында илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде һәм резервсыларҙы хәрби хеҙмәткә йыйҙылар. Төбәктә йәшәүселәр Ватан һаҡсыларына ярҙам булһын тип гуманитар посылкалар ебәрә. Оло йәштәгеләр ҙә ситтә ҡалманы, ойоҡбаштар бәйләүгә тотондо. Үҙ ҡулдары менән бәйләгән йөн ойоҡтарҙы Татьяна Беломоина ошо көндәрҙә урындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһенә алып килгән.
- Беҙ посылкаларҙы мобилизацияланғандар хәрби әҙерлек үткән Пензаға, Ҡазанға, һуңынан Шайморатов һәм Доставалов исемендәге Башҡортостан батальондарына ебәрҙек. Ошо көндәрҙә лә посылкаларҙы алып барып тапшырыу планлаштырыла, - тип һөйләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының Салауат башҡарма комитеты етәксеһе Эльвира Маликова. - Татьяна Петровна беҙгә килеп, яугирҙәргә йөн ойоҡтар бәйләп ебәрергә теләүе хаҡында белдерҙе. Изге күңелле ҡатын тиҙ генә бер нисә пар ойоҡбаш бәйләп алып килде. Бындай мәрхәмәтлек эшләргә теләүселәр ул бер үҙе генә түгел. Оло быуын вәкилдәре башлыса бәйләнгән шапкалар, бирсәткәләр, йөн ойоҡтар алып килә. Татьяна Петровна ойоҡтарҙы берцы менән кейеү уңайлы һәм йылыраҡ булһын өсөн бейек итеп бәйләгән. Шулай уҡ һәр парҙың эсенә изге теләктәрен дә яҙып һалған.
Беҙ Татьяна Петровна менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
- Мин телевизорҙан яугирҙәрҙең ниндәй шарттарҙа хәрби бурысын үтәүен күрҙем, һыуыҡтар килде, уларға ерҙә ятырға, оҙаҡ ҡына тышта булырға тура килә. Уларҙың бер нисәһенә булһа ла тип алты пар йөн ойоҡ бәйләп килтерҙем, тағы ла бишәүҙе бәйләргә ниәт итәм. Ҡунысын бейегерәк иттем, мамыҡ йөндән бәйләнем, хәрби аяҡ кейемендә йылыраҡ булһын. Башҡа бәйләй белгән кешеләрҙе лә ойоҡбаштар бәйләп хәрбиҙәргә ебәрергә өндәр ине, - тип ихлас бүлешә мәрхәмәтле инәй.
Әйткәндәй, ойоҡбаштар эсенә «Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе һаҡлаһын» тигән изге теләктәрен яҙып һалған пенсионер ҡатын.

Фото «Берҙәм Рәсәй» партияһының Салауат бүлексәһенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: