газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 09:20

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (7-13 ноябрь)

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?
ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (7-13 ноябрь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙыларға шәхсән үҫешеү, белем алыу, һөнәри яҡтан камиллашыу өсөн уңайлы осор. Сәйәхәттәр файҙалы булыр. Социаль селтәрҙә дуҫтарығыҙ артыр. Һөйгәнегеҙ менән аралар күпкә яҡшырыр. Ялда тыуған көнгә барырһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Был арала эске һиҙемләү тойғоғоҙ көслө булыр. Һәйбәт кешеләр менән аралашыу һеҙгә көс һәм дәрт бирер. Аҙнаның икенсе яртыһында һаулығығыҙға иғтибар бүлегеҙ, тейешле дауа алығыҙ. Ял көндәре тыныслыҡта үтер. 
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Быға тиклем кисектерелеп килгән эштәрегеҙҙең осоно сығырға тырышығыҙ. Шишәмбе ҙур ғына килемгә өмөт итә алаһығыҙ. Ҡыҙыҡлы сәфәргә сығырһығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлай башларһығыҙ.      
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалар эштә алдынғылар рәтендә иҫәпләнер, өйҙә лә бөтә эштәрегеҙ ыңғай барыр. Әлеге ваҡытта һатып алынған техника оҙаҡ хеҙмәт итер. Һаулығығыҙҙы тикшертеп, профилактика үтегеҙ. Яҡындарығыҙҙан бүләк көтөгөҙ.      
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландарҙың күңеле күберәк ижадҡа ынтылыр. Эштә ялҡауыраҡ булырһығыҙ. Дуҫтарығыҙ  проблемаларығыҙҙы хәл итешер. Йыраҡ туғандарығыҙ менән аралаша башларһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙағы пландар тормошҡа ашыр.  
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙ был арала кредит алһағыҙ, уның менән һуңынан тиҙ иҫәпләшерһегеҙ. Эштә хеҙмәт хаҡын арттырырҙар йәки премия бирерҙәр. Яратҡан кешегеҙ менән бәхәскә инмәү хәйерле. Оҙон юлға сығыу кәңәш ителмәй.   
Үлсәү (24.09-23.10)
Элекке дуҫтарығыҙҙы осратыу күңелегеҙҙе йомшартыр. Етәксегеҙгә үҙегеҙҙең эшкә һәләтлегегеҙҙе иҫбатларға тура килер. Уның ҡарауы, һеҙҙең алда яңы үҫеш офоҡтары асылыр. Бәләкәй генә сәйәхәт тә яңы тәьҫораттар бүләк итер.  
Саян (24.10-22.11)
Электән ҡала килгән проблемалар хәл ителер. Заманса техника һатып алыу көнкүрешегеҙҙе еңеләйтер. Эштә һеҙҙең идеялар хуплау табыр. Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән тәбиғәт ҡосағында актив үткәрерһегеҙ.   
Уҡсы (23.11-21.12)
Һеҙ тирә-яҡтағыларҙы үҙегеҙҙең ҡайһы бер ҡылыҡтарығыҙ менән аптыратырһығыҙ. Ғашиҡтарҙың мөнәсәбәттәре тиҙ ысын мөхәббәткә әүерелер. Ижади мауығыу өҫтәмә килем килтерер. Аяҡ-ҡул һындырыуҙан һаҡ булығыҙ.  
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтарға йондоҙҙар яңғыҙ булыу форсатын табырға кәңәш итә. Был күңел тыныслығы табыу, уйлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн кәрәк. Һеҙгә яңы вазифа тәҡдим итеүҙәре ихтимал.  Туғандарығыҙға ярҙам талап ителер.    
Һыуғояр (21.01-19.02)
Ваҡытығыҙ күберәк дуҫтар, фекерҙәштәр менән аралашып үтер. Аҙнаның икенсе яртыһында икенсе яртығыҙға ҡарата һөйөү хистәренең артыуын һиҙерһегеҙ. Ғаиләгеҙ менән йышыраҡ театрға, концертҡа йөрөгөҙ.          
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтар матди һорауҙарҙы хәл итер. Килем үҫеше мөмкинлектәре арта. Был аҙна торлаҡ-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулай. Пунктуаллекте онотмағыҙ, юғиһә, шелтә алырһығыҙ. 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: