газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 11:15

Киң таралған мауыҡтырғыс шөғөл

Балыҡ тотоу - кемгәлер мауығыу, күңел талабы, яратҡан шөғөл, кемдер өсөн тәбиғәттә ял итеү, унан ыңғай хис-тойғолар алыу мөмкинлеге. 29 октябрҙә Салауат ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркының быуаһында ойошторолған балыҡ тотоу фестивале иһә барыһын да, профессионал кимәлдә шөғөлләнеүселәрҙе лә, күңел өсөн генә йөрөүселәрҙе лә берләштерҙе.

Киң таралған мауыҡтырғыс шөғөл
Киң таралған мауыҡтырғыс шөғөл

Балыҡ тотоу - кемгәлер мауығыу, күңел талабы, яратҡан шөғөл, кемдер өсөн тәбиғәттә ял итеү, унан ыңғай хис-тойғолар алыу мөмкинлеге. 29 октябрҙә Салауат ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркының быуаһында ойошторолған балыҡ тотоу фестивале иһә барыһын да, профессионал кимәлдә шөғөлләнеүселәрҙе лә, күңел өсөн генә йөрөүселәрҙе лә берләштерҙе.
Шәмбе иртәһенең һыуыҡ булыуы балыҡсы салауаттарҙы ҡаршылыҡ була алманы, улар ҡармаҡтарын һәм башҡа кәрәкле әйбәрҙәрен күтәреп быуа янына йыйылды. Бер яҡтан, фестивалдә ҡатнашырға теләүсе балыҡсыларҙың күплеге ғәжәпләндерһә, икенсе яҡтан, улар араһында гүзәл заттарҙың һәм балаларҙың бихисап булыуы һоҡландырҙы.
Сараны ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, ярышта ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын кеше теркәлһә, уларҙың 50-һе балалар. Әммә балыҡ тоторға теләүселәр һаны әллә күпмегә күберәк ине.
- Беҙ ейәнем менән йыш балыҡҡа йөрөйбөҙ, бигерәк тә йәйен ауылға ҡайтһаҡ, Еҙем йылғаһына төшөп ҡармаҡ һалабыҙ. Миндә һәм ейәнендә балыҡсылыҡҡа һөйөүҙе минең тормош иптәшем уятты, - ти Мәрфүғә Ниязғолова.
Уның ейәне Ильяс Зәйнуллин үҫмер генә булыуына ҡарамаҫтан, ысын балыҡсы.
- Мин алабуға, ажау, суртан тотам. Балыҡҡа йөрөү миңә бик оҡшай. Күпме балыҡ тотоуың да мөһим түгел, ә процесс үҙе ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, бында уларға икмәк ашатҡандар, шуға икмәккә тотоп булла. Ә ауылда инде, ғәҙәттә, беҙ сиңерткәгә, селәүсенгә тотабыҙ. Бер ваҡыт 2,4 килограмлыҡ суртан тотҡаным иҫтә ҡалған, - тип һөйләй ихлас үҙенең мауығыуы тураһында Ильяс.
Фәниә һәм Минивәли Сафикановтар балыҡҡа икәүләп йөрөйҙәр һәм балыҡ тотоу фестиваленә лә бергә килгәндәр.
- Беҙ йәйге балыҡ тотоуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ғәҙәттә Һабаш ауылы янына барабыҙ. Балыҡсылыҡ - беҙҙең өсөн күберәк ял итеү, тәбиғәт ҡосағында булыу мөмкинлеге. Беҙҙең мауығыу пенсияға сыҡҡас ҡына башланды, уға тиклем эш, балалар, баҡса арҡаһында ваҡыт етмәне. Ҡайһы берҙә ейәндәребеҙҙе лә үҙебеҙ менән алабыҙ. Һуңынан алып ҡайтҡан балығыңды ҡыҙҙырып ашаһаң ниндәй тәмле! - ти балыҡсы ғаилә.
Балыҡ тотоу ярышына старт бирер алдынан унда ҡатнашыусыларға ҡала хакимиәте башлығы мөрәжәғәт итте.
- Дөрөҫөн әйтәм, беҙ фестивалде ойошторғанда, был тиклем кеше йыйылыр тип көтмәгәйнек. Белеүемсә, башҡа ҡала һәм райондарҙан да килеүселәр бар. Экологтар менән кәңәшләшкәс, беҙгә быуалағы балыҡтарҙың популяцияһын кәметергә кәңәш иттеләр. Шулай балыҡсы көнөн уҙғарыу идеяһы тыуҙы. Киләһе йылдан башлап уны йылына ике тапҡыр уҙғарырбыҙ, тип уйлайым, - тине Игорь Миронов.
Ярыштың ҡағиҙәләре менән таныштырылғас, сараға стар бирелде.
Һәр кемдең балыҡ тотоуҙа үҙ сере бар. Бала саҡтан бының менән шөғөлләнгән Николай Растемяшиндың да үҙ тәжрибәһе.
- Мин балыҡты опарышҡа һә селәүсенгә тотам. Башлыса балыҡ йылғала яҡшы эләгә. Мин Желанный ҡасабаһы артына сығам. 1,5-2 килограмлыҡ ҡорман балығы, хатта бер ваҡыт 8 килограмлыҡ йәйен тотҡаным булды. Үҙемде иҫләгәндән бирле балыҡ тотам. Бөгөн көн һыуығыраҡ, шуға табан балыҡ бик алмай, күберәк ротан эләгә, уларҙы тоторға кәрәк, сөнки башҡа балыҡ селбәрәләрен ашайҙар, - тип бүлешә оҫта балыҡсы.
Ярыш сиктәрендә балыҡ тотоуға бер сәғәт ваҡыт бирелде. Финиш тураһында иғлан ителгәс, ҡатнашыусылар үҙҙәренең тотҡан балыҡтарын үлсәтергә йыйылды. Һөҙөмтәлә төрлө категорияла еңеүселәр билдәләнде.
Шулай итеп, 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Таисия Егорова - беренсе, Мария Ғәлимйәнова - икенсе, Устиния Шарабайко өсөнсө урын алды. 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында беренсе урында - Таһир Ғайсин, икенсе урында - Егор Васильев һәм өсөнсө урында Роман Яковлев. Ололарҙан ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гүзәл Шәрипова, Әлфиә Мөкмәнйәнова һәм Наталья Кошенова тәүге өс урынды биләһә, ир-егеттәр араһында Александр Алексеев, Артур Хәбиров, Евгений Барылев призерҙар булды.
Шулай уҡ “Иң ҙур балыҡ” махсус номинацияһы ҡаралғайны. Унда Геннадий Шишкин еңеүсе тип табылды.
- Мин, әлбиттә, ҙур балыҡ тотоуыма шат. Бындай ярыштарҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк, күпме халыҡ йыйылған. Мин етенсе тиҫтәне ҡыуам. Балыҡҡа барғанда бөтә кәрәкле әйберҙәрҙең барыһын да алам. Кәйефтәр шәп, - тип тәьҫораттары менән бүлеште оҫта балыҡсы.
Ул һигеҙ балыҡ тота һәм уларҙың береһе, иң ҙуры 580 грамм тарта.
Фестиваль еңеүселәре дипломдар, кубоктар һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Алдан вәғәҙә ителгәнсә, фестивалдә ҡатнашыусылар тотҡан балыҡтарын үҙҙәре менән алып ҡайтып китте. Ә теләгәндәр ярыштан һуң да балыҡ тотоуҙы дауам итә алды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: