газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2022, 14:00

“Беҙҙең ихата иң матуры”

Салауат ҡалаһының Островский урамындағы 45а, 55-се, 57-се, 59-сы һәм С.Юлаев бульварындағы 23а йорттарында йәшәүселәр шулай иҫәпләй. Улар “Башҡорт ихаталары” республика комплекслы төҙөкләндереү программаһын сиктәрендә төҙөкләндерелеүсе ихаталарындағы эштәрҙең тамамланыуын байрам итте.

“Беҙҙең ихата иң матуры”
“Беҙҙең ихата иң матуры”

Салауат ҡалаһының Островский урамындағы 45а, 55-се, 57-се, 59-сы һәм С.Юлаев бульварындағы 23а йорттарында йәшәүселәр шулай иҫәпләй. Улар “Башҡорт ихаталары” республика комплекслы төҙөкләндереү программаһын сиктәрендә төҙөкләндерелеүсе ихаталарындағы эштәрҙең тамамланыуын байрам итте.

Асфальтланған юлдар, тротуарҙар, йыһазландырылған парковка урындары, хәүефһеҙ резина япмалы балалар өсөн уйын майҙансығы, урам яҡтыртҡыстары, видеокүҙәтеү камералары, контейнерҙар майҙансыҡтары, яңы эскәмйәләр, декоратив ҡоймалар, ғөмүмән, уңайлы мөхит өсөн барыһы ла эшләнгән. Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, бөтә хеҙмәттәр ошо ихатаға ҡараған милекселәр менән кәңәшләшеп, уларҙың ризалығы менән ғәмәлгә ашырылған.
- Шуныһын билдәләп үткем килә, был беҙҙең ҡалала икенсе шатлыҡлы ваҡиға, яңыраҡ ҡына Ленин урамында төҙөкләндерелгәндән һуң ихатаны тантаналы рәүештә астыҡ. Бөгөн һеҙҙең ихатала ла байрам һәм мин һеҙҙе ошоноң менән ҡотлайым, - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға уларҙың шатлығы менән бүлешергә килгән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов. - Бик ҙур күләмдәге эш башҡарылды. Үҙем шәхсән эш урынына сығып, фекер алыуҙарҙа ҡатнаштым, эштәрҙең барышын контролдә тоттоҡ. Ҡайһы бер проблемаларҙы ла хәл итергә тура килде, мәҫәлән, бер йорт янында һыу ағыу каналы булдырыу буйынса ныҡлы уйларға кәрәк булды. Дөйөм алғанда, бик матур, уңайлы ихата килеп сыҡты. Хәҙер һеҙ дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән рәхәтләнеп бында ял итә алаһығыҙ. Әлбиттә, был идеянан башлап проектты атҡарып сыҡҡанға тиклем команда хеҙмәте. Ихата яҙмышына битараф ҡалмаған салауаттарға, проектты тормошҡа ашырыуҙа актив алып барыусы идара итеүсе компанияға, эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытына башҡарып тапшырыусы подряд ойошмаһына рәхмәт белдерәм.
Ҡала хакимиәте башлығы шундай һөйөү менән булдырылған гүзәллеккә һаҡсыл ҡарашта булырға ла саҡырҙы.
- Беҙҙең бөгөнгө осрашыуҙың сәбәбе шатлыҡлы - һеҙҙең йорттар алдында матур ихата барлыҡҡа килде. Әгәр беҙ программаға эләкмәһәк, бының береһе лә булмаҫ ине. Финанслау булғас, беҙ биләмәне төҙөкләндерә алдыҡ. Квартал хәҙер бик бөхтә, матур булып күренә. Алда беҙҙең бурыс - ошо гүзәллекте һаҡлау. 5 ай дауамында подряд ойошма ошо уңайлыҡтарҙы булдырыу өсөн тырышты, эш барышында беҙ улар менән һәр ваҡыт аңлашып эшләнек. Был программа ярҙамында киләсәктә тағы ла төҙөк ихаталар күберәк булһын, - тине “9-сы йорт идаралығы” директоры Анна Йосопова һәм был эште атҡарып сығыуҙа ярҙам итеүсе ҡала хакимиәте башлығына һәм уның командаһына рәхмәт белдерҙе.
Идара итеүсе компания күңел асыу программаһы, балалр өсөн уйындар, тәмлекәстәр менән һый, ҡоймаҡ менән сәй әҙерләнгәйне. Балалар шатланышып тауҙарҙа өйҙө, бәүелсәктә бәүелде, яңы уйын йыһаздарын үҙләштерҙе. Ололар тәьҫораттары менән бүлеште, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге коллективтарының сығыштарына ҡушылып йырланы, төшөп бейене. Бер кем дә йорт алдарында матур ихата барлыҡҡа килеүҙән шатлыҡтарын йәшермәне.
- Салауатта оҙай йылдар йәшәйбеҙ, беҙгә ошондай матур майҙансыҡ, ихата бүләк итерҙәр тип көтмәгәйнек. Балаларға уйын майҙансығы яһап ҡуйҙылар, бөтә ихатала асфальтты яңырттылар, йәйәүлеләргә тротуарҙар ҙа эшләнеләр, юғиһә, автомобилдәр юлынан йөрөүе хәүефлерәк ине. Тәҙрәнән көн һайын тиерлек эштәрҙең барышын, йорт алдының нисек үҙгәреүен күҙәтеп барҙым. Подряд ойошма үҙенең эшен бик яуаплы башҡарҙы, ҡайһы ваҡытта ниндәйҙер эш өлөшөн тамамлау өсөн һуңға тиклем дә ҡалды. Ошо матурлыҡҡа шатланып бөтә алмайбыҙ, беҙгә уны һаҡларға кәрәк, - тип шатлығы менән бүлешә Островский урамындағы 59-сы йортта йәшәүсе Анна Комарова.
С.Юлаев бульварындағы 23а йортонда йәшәүсе Лилиә Билалова ейән-ейәнсәрҙәре менән ихаталағы уйын майҙансығына йыш сыға. Уның өс балаһы һәм ете ейән-ейәнсәре бар һәм улар өләсәләрендә йыш ҡунаҡ.
- Минең ейән-ейәнсәрҙәрем йоманан алып йәкшәмбегә тиклем миндә. Һөйөүемдән һәм тәмле аштарымдан тыш, беҙҙең йорт алдында бик матур майҙансыҡ та йәлеп итә уларҙы. Эш барышын күҙәтеү ҡыҙыҡ булды һәм тиҙерәк һөҙөмтәһен дә күрге килде. Был көндө бик ашҡынып көттөк, - ти Лилиә Билалова.
Был ихатала һәр ваҡыт балалар көлөүе яңғырап тороронда, ул яҡын-тирәлә йәшәүселәрҙең иң яратҡан ял итеү урындарына әйләнәсәгендә һис шик юҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: