газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 11:15

Салауатта Башҡортостандың баш ҡалаһындағы «Йәшлек House» өлгөһөндә йәштәр үҙәге барлыҡҡа киләсәк

27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында уға республиканың төрлө ҡала-райондарынан һорауҙар бирелде. Өфөләге «Йәшлек House» үҙәге өлгөһөндә Салауатта ла үҙәк булдырыу тәҡдиме менән йәш армеецтар һәм йәш ирекмәндәр мөрәжәғәт итте. Улар төбәк башлығынан ыңғай яуап алды.

Салауат йәштәре хәрәкәте етәкселәренең береһе Гүзәлиә Мөхәмтйәрова Радий Хәбировҡа ҡала йәштәренең төп проблемаһы тураһында һөйләне: уларҙың ирекмәнлек, мәҙәни-ара аралашыу, КВН өлкәһендә бик күп проекттары бар, әммә йыйылыу, идеялар буйынса фекер алышыу өсөн бина юҡ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡыҙ Өфөләге “Йәшлек House” кеүек Салауатта йәштәр үҙәге булдырыуҙы тәҡдим итте.
- Өфөнән һуң бындай йәштәр йорттары Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡалаларында буласаҡ тигән ҡарар ҡабул иткәйнек. Унда финанслау сығанаҡтары асыҡланған. Ни өсөндөр Салауатты иғтибарға алманыҡ. Салауат ҡалаһының да әүҙем йәштәре өсөн бындай урын булдырыу өсөн аҡса табырбыҙ. Һеҙгә йыйылышыу, аралашыу өсөн бина табыу тураһында мотлаҡ ҡала мэры менән һөйләшермен, - тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостандың әүҙем йәштәренә ҡатмарлы хәлдәрҙә ярҙамға килергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Йәш ирекмәндәр республика халҡына һәр ваҡыт, коронавирус ваҡытында ла, хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә, ярҙам итәләр.

Олег Яровиков фотоһы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: