Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 17:05

Ә һеҙгә ниндәй оҡшай?

12 сентябрҙән 23-нә тиклем Салауатта яңы ижад итә башлаған һәм профессионал лайндшафт дизайнерҙарының бәйгеһе уҙҙы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре Ағиҙел яры буйындағы йәмәғәт биләмәһен биҙәй. Әлеге ваҡытта ошо хеҙмәт емештәре өсөн тауыш биреү бара.

Ә һеҙгә ниндәй оҡшай?
Ә һеҙгә ниндәй оҡшай?

12 сентябрҙән 23-нә тиклем Салауатта яңы ижад итә башлаған һәм профессионал лайндшафт дизайнерҙарының бәйгеһе уҙҙы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре Ағиҙел яры буйындағы йәмәғәт биләмәһен биҙәй. Әлеге ваҡытта ошо хеҙмәт емештәре өсөн тауыш биреү бара.

Ландшафт дизайнына тотонған бәйгеселәргә үҙҙәренең уй-хыялдарын, фантазияларын тормошҡа ашырыу өсөн 20 квадрат метр ер участкаһы бирелде. Оҫталар ун көндән ашыу ваҡыт эсендә кретив, һоҡланғыс дизайн проекттарын яһап ҡуйҙы.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре менән https://salavat.bashkortostan.ru/presscenter/photo/6535/ сайтында йәки “Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.cc/cgZfBW һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
- Ландшафт дизайны фестивале сиктәрендә Ағиҙел буйында барлыҡҡа килгән иң матур һәм ҡыҙыҡлы объект өсөн тауыш бирегеҙ. Оҫталар һәр композиция өҫтөндә тырышып эшләне, уларға бөтә күңелен һалды. Хәҙер Ағиҙел буйында ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған майҙансыҡтар барлыҡҡа килде, улар үҙенсәлек өҫтәүендә шигем юҡ, - тип яҙҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов социаль селтәрҙә.
Еңеүсене һәм призерҙарҙы салауаттар ҡала хакимиәте сайтында тауыш биреү биреү юлы менән билдәләйәсәк. Бының өсөн https://salavat.bashkortostan.ru/vote/1295/result/auth/ һылтанмаһы буйынса инеп 5 октябргә тиклем тауыш бирергә кәрәк.
Һәр ҡатнашыусы үҙенең композицияһы ҡыҫҡаса һүрәтләп тә үтә, ниндәй идены һалған һәм ниндәй материалдар ҡулланылған.

Беренсе проект - “Һинең менән икәү”. Ултырып ял итеү өсөн ҡуйылған бәүелсәктәрҙе декоратив үҫемлектәр уратып алған. Ҡаяла үҫеүсе артыш, йәй уртаһынан алып һыуыҡтарға тиклем сәскә атыусы гортензия, яҙын декоратив сәскә атыусы Лизет тигән алма ағасы, шалфей, ҡыяҡлылар матур һәм үҙенә йәлеп итеүсе мөхит тыуҙыра.

Икенсе проект - “Уңышҡа юл...”. Композицияның төп өлөшөн “куб” арт-объекты урын алып тора. Дизайндың идеяһы Салауат ҡалаһының күп яҡлылығы һәм мөмкинлектәре, унда юғары үрҙәргә үрләү һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкин. Кубтың төрлө ҡырҙарында ҡурай сәскәһе, Салауат ҡалаһы гербы, 75 йыл, тормош, Минең ҡалам Салауат, спорт кеүек символдар һәм яҙыуҙар бирелгән һәм уларҙың һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар. Уны сәскәләр һәм ҡыуаҡлыҡтар уратып алған.

Өсөнсө проект - “Бәхеткә юл”. Ландшафтлы туй композицияһында тәбиғи материалдар ҡулланылған. Пергола үҙәк урынды алып тора. Аҡ төҫ өҫтөнлөк итә. Бейек һәм һәр ваҡыт йәшел шыршы гөлдәр тантаналыҡ бирә. Шулай бик күп сәскәләр ултыртылыуы сағыулыҡ өҫтәй.

Дүртенсе проект - “Ял урыны”. Проект быға тиклемге булған ланшафт менән тап килә. Был бәләкәй генә йәшел утрау Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын асып һала, тап шуның өсөн тәбиғи таштар, ағас ҡабыҡтары, ағастар һәм башҡаһы файҙаланылған. Уңайлы, тыныс тәбиғәт мөйөшө.

 

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: