газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 09:35

Ауылдыҡын алып ҡаланыҡылар ҡыуана

Салауатта көҙгө йәрминкәләр башланды һәм уҙған шәмбелә ул ҡаланың үҙәк майҙанында булды. Салауаттар ауыл халҡы етештергән сифатлы тауарҙарҙы аралашсыһыҙ, үҙҙәренең ҡулынан һатып алып ҡыуанды.

Ауылдыҡын алып ҡаланыҡылар ҡыуана
Ауылдыҡын алып ҡаланыҡылар ҡыуана

Салауатта көҙгө йәрминкәләр башланды һәм уҙған шәмбелә ул ҡаланың үҙәк майҙанында булды. Салауаттар ауыл халҡы етештергән сифатлы тауарҙарҙы аралашсыһыҙ, үҙҙәренең ҡулынан һатып алып ҡыуанды.

Беҙҙең ҡала йәрминкәһенә күп кенә күрше райондарҙан килгәйнеләр. Тиҫтәләгән сауҙа нөктәләрендәге тауарҙар ассортименты бик киң булды. Бында һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа, ит, балыҡ, көнбағыш майы алырға мөмкин булды, бал һатыусылар ҙа күп ине, бигерәк тә картуф, һуған, кәбеҫтә, борос, кишер, сөгөлдөр һәм ҡабаҡ һатыусылар янынан кеше өҙөлмәне. Теләгәндәр ағас, ҡыуаҡ, емеш-еләк үҫентеләрен, орлоҡтар, гөл һәм сәскәләр һатып ала алды.
Ҡала халҡын үҙҙәренең тәмле балдары менән һыйларға тип Мәләүез районынан Зифа һәм Ринат Тимерәйевтар ҙа килеп еткәйне. Ғаилә умартасылыҡ менән 50 йыллап тирәһе шөғөлләнә, ә хужа кеше был эш менән бала саҡтан таныш. Улар йөҙәр умарта тотҡан ваҡыттар ҙа була, әле 20 умарта ҡарайҙар. Һатыуға йүкә һәм сәскә балы алып килгән оҫталар.
- Хәҙер ярҙам итешергә балалар юҡ, шуға иптәшем менән икәү генә ҡарайбыҙ, - тип һөйләй Ринат Тимерәйев. - Беҙҙең умарталар бер урында ғына тормай, беҙ уларҙы төрлө урынға күсереп йөрөтәбеҙ, беҙҙең күсмә умарталыҡ. Ҡайҙа ниндәй культуралар өлгөрә ҡарайбыҙ ҙа, барып фермерҙар менән һөйләшеп шул тирәгә ҡуябыҙ. Ғәҙәттә экологик яҡтан таҙа райондарҙа йыйыла бал, Нөгөш буйында, Федоровка һәм Күгәрсен райондарында. Быйыл бал бик күп. Өйҙән килеп алыусыларыбыҙ ҙа бар, ошолай йәрмикәләрҙә лә һатабыҙ.
Йәрминкәнән бер кем дә буш ҡул менән ҡайтып китмәне, һәр кем теләгән әйберен һатып алып, сумкаларын тултырып, өйҙәренә юлланды.


Иҫегеҙгә төшөрөбеҙ, Салауатта йәрминкәләр дауам итә. 1, 8 октябрҙә Ленин исемендәге майҙанда (Ленин урамы, 2), 15 октябрҙә, 19 ноябрҙә һәм 17 декабрҙә “Магнит” гипермаркеты биләмәһендә (Зәки Вәлиди, 5), 2022 йыл тамамланғансы бөтә шәмбе көндәрендә Ҡала баҙары биләмәһендә (Өфө урамы, 30) уҙасаҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: