газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2022, 11:30

Тәмле, татлы гөбәҙиә

Зәңгәр экрандарҙа киң билдәлелек алған “Смешарики” йәнһүрәтте күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, сөнки уның һәр серияһы донъяны танып-белеүгә ҡоролған. Яңыраҡ уның геройҙары башҡорт халыҡ милли аш-һыуы менән таныштырҙы.

Тәмле, татлы гөбәҙиә
Тәмле, татлы гөбәҙиә

Зәңгәр экрандарҙа киң билдәлелек алған “Смешарики” йәнһүрәтте күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, сөнки уның һәр серияһы донъяны танып-белеүгә ҡоролған. Яңыраҡ уның геройҙары башҡорт халыҡ милли аш-һыуы менән таныштырҙы.

Сюжет буйынса смешариктар Совуньяны уның тыуған көнөнә бик бай тәмлекәстәр әҙерләп һоҡландырырға уйлай, әммә улар рецептар белмәй. Уларға “Рәсәй халыҡтары кухняһы” тигән китап ярҙамға килә. Унан йәнһүрәт геройҙары Ямал, бүрәт, удмурд халыҡтары ризыҡтары, шулай уҡ башҡорт халҡының күп ҡатлы гөбәҙиә бәлеше тураһында белә. Белеп кенә ҡалмай, әҙерләйҙәр ҙә. Байрам өҫтәле ысын халыҡтар дуҫлығы фестиваленә әүерелә.
Беҙҙең ҡалала тәмле-тәмле милли ризыҡтар бешереүселәр күп һәм улар ҙа оҫталыҡтары менән бүлешер ине. Әлбиттә, гөбәҙиә бешереүҙә һәр кемдең үҙ нескәлектәре бар.
Бауырһаҡтар, сәк-сәктәр, төрлө-төрлө бәлештәр бешереү буйынса оҫталығы менән танылған Бүләк Исмәғилеваның ғаиләһендә гөбәҙиәне яратып ашайҙар.
- Башҡорттарҙың сәй табынына төрлө тәмлекәстәр йыш ҡына әҙерләнә. Ғаиләбеҙҙең яратҡан ризыҡтарының береһе - башҡорт халҡының татлы ла, туҡлыҡлы ла ҡатлы бәлеше гөбәҙиә. Уны мин ваҡыт булыу-булмауға ҡарап, ҙур бәлеш итеп тә, өлөшләп тә бешерәм. Күберәге дини байрамдар осоронда әҙерләнә. Гөбәҙиәнең эслеге лә, ҡамыры ла тәмле. Ҡамырын сүпрәле итеп тә, сөсө итеп эшләйем, - ти ул.
Ул үҙе йыш ҡулланған гөбәҙиә рецебы менән дә бүлеште:
- Бер һауытта һыуытҡыстан алынған аҡ май менән ондо ыуалайбыҙ. Икенсе һауытта 150 грамм магазин ҡаймағын, 4-6 ҡалаҡ шәкәр, 1 сәй ҡалағы сүпрә, әҙерәк тоҙ бутап, беренсе һауыттағы майлы-онло массаны ҡушып, тығыҙ итмәй генә, йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ике өлөшкә буленгән ҡамырҙы йәйеп, эслектең ҡатламын йыябыҙ. Тәүгеһе - ҡыҙыл эремсек, икенсе ҡатлам - алдан бешерелеп һыуытылған һәм йөҙөмлө дөгө, өсөнсө ҡатламға бешкән йомортҡаны ҡырғыстан ҡырабыҙ. Иң өҫкә 100-200 грамм аҡ майҙы бәләкәй генә итеп бүлгесләп һалып сығабыҙ. Ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплап, бәлеште матур итеп бөрәбеҙ, йомортҡа һарыһы һөртөп, май һәм ондан яһалған ыуалсыҡты һибеп сығабыҙ. Бәлеште ҡабартмай ғына, 200 градус эҫелектәге духовкала 40 минут бешереп алабыҙ.
Тағы ла бер аш-һыу оҫтаһы Гөлләриә Рәхимова ла гөбәҙиәне яратып әҙерләй икән.
- Милли ризығыбыҙ гөбәҙиәне өлөшләп бешерергә күнеккәнмен. Уны, башлыса, Ҡөрьән аштарына, Ураҙа, Ҡорбан ғәйете кеүек мосолмандарҙың ҙур байрамдарына әҙерләйем, - ти ул.
Гөлләриә апай рецебы: 100 - 150 грамм йомшартылған аҡ майҙы, 150 грамм ҡаймаҡты, 1 йомортҡаны, 1 аш ҡалағы шәкәрҙе, 1/3 балғалаҡ аш содаһын йәки ҡамыр йомшартҡысты бергә бутап, тәменсә тоҙ һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлеп, өлөшлө гөбәҙиә өсөн порциялар әҙерләйбеҙ. Ҡамырҙың аҫҡы өлөшө майланған табаға һалынғас ингредиенттарҙы теҙәбеҙ. Тәүге ҡат итеп 200-300 грамм ҡыҙыл эремсек, уның өҫтөнә 100 грамм иретелгән аҡ май, тәменсә тоҙ, шәкәр ҡушылған 1-1,5 стакан бүрттерелгән дөгө, эре ҡырғыстан үткәрелгән бешкән 4 йомортҡа, һуңынан 200 - 250 грамм йыуып киптерелгән йөҙөм һалабыҙ. Йөҙөмдөң өҫтөнә тағы 100 грамм тирәһе иретелгән аҡ май ҡоябыҙ. Ҡамырҙың икенсе өлөшө менән өҫтәрен ябып, ситтәрен бөгәбеҙ. Уртаһында уйым эшләйбеҙ, өҫтөнә ыуалсыҡ ҡамыр һибәбеҙ. Бының өсөн 3 аш ҡалағы ондо, 1 аш ҡалағы шәкәрҙе, 20 грамм аҡ майҙы ҡул менән ыуырға. Гөбәҙиәләрҙе 180 градустағы ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут бешерергә.

Фото Бүләк Исмәғилеваның шәхси архивынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: