газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 16:15

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (26 сентябрь - 2 октябрь)

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?
ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (26 сентябрь - 2 октябрь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙыларҙың шәхси тормошонда гармония тантана итер, иң ауыр һорауҙарҙы бергәләшеп хәл итерһегеҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ буйынса яңы дуҫтар табырһығыҙ. Аяҡтарығыҙҙы йылыла тотоғоҙ, ауырымаҫһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Аҙна матди һәм көнкүреш-хужалыҡ һорауҙарын көйләү өсөн ҡулай. Ғаилә ҡаҙнаһында аҡса һиҙелерлек артыр, теләгән әйбәрҙерегеҙҙе һатып алырһығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән бер аҙ һүҙгә килерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Дүшәмбенән алып йомаға тиклем шәхсән үҫеш, ижад итеү өсөн һәйбәт осор. Һөйгәнегеҙҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ. Дуҫтарығыҙға ҡарата сабырыраҡ булырға тырышығыҙ. Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалаларға күберәк ваҡытын яңғыҙлыҡта ял итеп уҙғарыу кәңәш ителә. Тәбиғәт ҡосағында булыу күңел тыныслығы бирер. Хатта ял көндәрендә лә ҙур эштәр башҡармай тороғоҙ. Яратҡанығыҙ әҙ иғтибар биреүегеҙгә үпкәләр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар яңы тәьҫораттар артынан ынтылыр. Аҙна уртаһында күптәнге хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуы мөмкин. Яҡындарығыҙ менән кәңәшләшмәй эш итеүегеҙ араларығыҙҙы боҙор. Дуҫтарығыҙҙан байрамға саҡырыу алырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙ ныҡышмалылыҡ күрһәтһәгеҙ, бик күп нәмәгә өлгәшерһегеҙ, бигерәк тә матди һәм карьера һорауҙарында. Аппетитығыҙ шәп булыр, әммә артыҡ ашау һимереүгә алып барыр. Юлда күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡ булығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Һеҙгә йондоҙҙар оҙон юл юрай. Белем алыусылар өсөн был ара уңышлы буласаҡ. Дуҫтарығыҙ бурысҡа аҡса һорар, әммә был һеҙҙең мөнәсәбәттәрҙең насарлауына сәбәп булыр. Ял көндәрен өйҙә түгел, ситтә уҙғарыу яҡшыраҡ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндар үҙҙәренең эске һиҙемләү тойғоһо менән айырылып торор. Күптән ҡыҙыҡһындырған күп кенә һорауҙарығыҙға яуап табырһығыҙ. Оҙон юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ. Ғаиләләге киҫкен хәлде ҡатмарлаштырмағыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Уҡсыларҙың был аҙнала эшлекле һәм икенсе яртыһы менән мөнәсәбәттәре юғары кимәлдә булыр. Берҙәм пландар һеҙҙе ныҡлы берләштерер. Аҡса тотоноуҙа экономия режимына күсеү хәйерле. Ял көндәрен өйҙә уҙғарырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтарға эштә лә, шәхси тормоштарында ла тәртип булдырыу өҫтәндә ныҡлы эшләргә кәрәк булыр. Дауаланыу, профилактика саралары һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Һөйгәнегеҙҙең ҡыҙғаныуы ғауғаға алып килер.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һыуғоярҙар өсөн тәүге планға балалары, яҡындары сығыр. Һеҙ уларҙың уңыштары өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалырһығыҙ. Сәйәхәткә юлланып, файҙалы ғына йөрөп ҡайтырһығыҙ. Ял көндәре мөһим эштәр өсөн түгел.
Балыҡ (20.02-20.03)
Ғаиләгә бәйле бөтә һорауҙарҙы ла хәл итеү өсөн уңышлы осор. Шулай уҡ көнкүреш мәшәҡәттәре лә еңел хәл ителер. Иммунитетығыҙҙың төшөүе арҡаһында инфекцияларға бирешеп барырһығыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: