Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 16:05

Үҙәк майҙан үҙгәрерме?

Салауат бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.

Үҙәк майҙан үҙгәрерме?
Үҙәк майҙан үҙгәрерме?

Салауат бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.

Салауат ҡалаһы был конкурста тәүгә ҡатнаша, сөнки быға тиклем бәйгелә 100 меңгә тиклемге халҡы булған муниципалитеттар ғына ҡатнаша ала ине, әммә ил хөкүмәте конкурсҡа 100 меңдән алып 200 меңгә тиклем халҡы булған ҡалаларға ғариза биреү мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Конкурста еңеү 2023-2024 йылдарға һайланған биләмәне төҙөкләндереүгә федераль грант алыуға мөмкинлек бирә.
Салауаттар перспектив төҙөкләндереү талап ителгән биләмәне һайлауға тауыш бирҙе. Күпселек ҡаланың үҙәк майҙанын һәм уға килеп ҡушылыусы Дзержинский һәм Беренсе май урамдарына өҫтөнлөк бирҙе. Төҙөкләндереүгә өс вариант тәҡдим ителде: Дзержинский һәм Беренсе май урамдары менән Ленин майҙаны, Пушкин паркы һәм Желанный ҡасабаһындағы парк. Ҡала халҡы беренсе биләмә федераль грант аҡсаһына яңы төҫ алырға тейешле тип һайланы.
Алда тағы ла яуаплыраҡ этап - проект өҫтөндә эш көтә. Бының өсөн кешеләрҙән тәҡдимдәр йыйыла, улар онлайн рәүештә һәм осрашыуҙар ваҡытында ҡабул ителә. Сөнки проектты әҙерләр алдынан салауаттарҙың да проект буйынса фекерҙәрен иҫәпкә алыу мөһим булып тора. Тәҡдимдәр К.Маркс, урамы, 22, Островский урамы, 70-се йорт, Ленин урамы, 1-се йорт, Ленин урамы, 2-се адрестары буйынса ҡабул ителә.
26 сентябрҙә киске сәғәт 7-се яртыла тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында проект буйынса семинар уҙа. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов унда ҡала халҡын ҡатнашырға саҡырҙы. Унда архитекторҙар, дизайнерҙар, планлаштырыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм башҡа белгестәр була.
- Проект семинарында Ленин исемендәге майҙандың һәм уға ҡушылыусы Дзержинский, Беренсе май урамдарының нисек күҙ алдығыҙға килтереүегеҙ хаҡында фекер алышырбыҙ, - тип өндәне Игорь Миронов.
Артабан 2022 йылдың 1 ноябренә тиклем бөтә килгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып проект өҫтөндә ҙур команда эшләйәсәк. Ғариза проектын әҙерләү процесы кураторы булып Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты тора. Конкурста еңеү ҡалаға яңы сифатлы йәмәғәт мөхите бирәсәк, тарихи үткән яңыса заманса төҫ аласаҡ, тгән фекерҙә белгестәр.
Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк, “Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға иң яҡшы проект булдырыу конкурсы” һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” икеһе айырым конкурс һәм улар бер-береһенә ҡамасауламай. Алдан тауыш биреү уҙғарылып, планлаштырылған С.Юлаев бульварындағы аллеяны төҙөкләндереү ғәмәлдә ҡала. Ә был конкурста ҡала еңгән хәлдә, Салауат тағы ла бер йәмәғәт урынын өҫтәмә рәүештә яңыртыуға мөмкинлек аласаҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: