Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 12:00

Салауатта Патриоттар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк

Ҡалала 24 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Беренсе май урамында 30 саған ултыртыла һәм ул Патриоттар аллеяһы тип аталасаҡ. Шулай уҡ был көндө Ағиҙел буйында экологик өмә уҙа.

Салауатта Патриоттар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк
Салауатта Патриоттар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк

Ҡалала 24 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Беренсе май урамында 30 саған ултыртыла һәм ул Патриоттар аллеяһы тип аталасаҡ. Шулай уҡ был көндө Ағиҙел буйында экологик өмә уҙа.

Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов 24 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Беренсе май урамында ултыртыласаҡ аллеяға исемде бергәләшәп уйларға саҡырып социаль селтәрҙә яҙып сыҡҡайны.
“Буласаҡ аллеяны атау өсөн ҡыҙыҡлы һәм ҡайһы берҙә бөтөнләй көтөлмәгән тәҡдимдәр индереүегеҙгә рәхмәт. Исемде һайлау еңел булманы, бик күп варианттар булды, улар араһында Яҙ һәм хеҙмәт, Комсомол, Осрашыу, Өмөт, Йәшел, Йондоҙҙар аллеяһы кеүек тәҡдимдәр, Шайморатов, Еңеү, Геройҙар аллеяһы итергә теләүселәр ҙә бар. Һөҙөмтәлә беҙ бөтә тәҡдимдәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң Патриотттар аллеяһы итергә булдыҡ. Етмәһә, быға тағы ла бер сәбәп бар, төрлө сығанаҡтарҙа боронғо халыҡтарҙың сәнғәтендә саған үҙең өсөн көрәште символлаштыра, ауырлыҡтарҙы һәм яуҙарҙа еңеү өсөн көс бирә. Ә форльклорсылар иҫәпләүенсә, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙа тап саған ғәҙеллек тергеҙеүгә ярҙам иткән изге ағас булып иҫәпләнгән”, - тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы. Шулай итеп, 24 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Салауатта Патриоттар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Беренсе май урамында аллеяла ағас ултыртырға теләүселәр был көндө иртәнге сәғәт 9-ҙа Беренсе май урамы, 45 адресы буйынса йыйыла. Был сараға аллеяға биреләсәк атаманы тәҡдим итеүсе лә саҡырыласаҡ, ул да аллеяла урынлашасаҡ 30 сағандың береһен үҙ ҡулдары менән ултыртасаҡ.
24 сентябрҙә шулай уҡ Бөтә Рәсәй экологик өмә уҙа. Ҡаланы таҙартыу һәм йыйыштырыу сараһында ҡатнашырға теләүселәр Калинин һәм Урман паркы урамдары киҫелешендә иртәнге сәғәт 11-се 15 минутта йыйыла. Ағиҙел йылғаһы буйын сүп-сарҙан йыйыштрыу ҡаралған. Өмәнән һуң йылға ярында урынлашҡан янғын һағы янында теләгәндәр ялан кухняһы бутҡаһы һәм сәй менән һыйлана ала.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: