газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2022, 09:55

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (15-21 август)

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?
ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (15-21 август)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Аҙнаның тәүге яртыһында ҡуҙыларҙы өй мәшәҡәттәре баҫып алыр. Эштә лә өлгөрөшөүе ауырыраҡҡа төшөр. Ғаилә ағзаларының фекерҙәрен тыңларға өйрәнегеҙ. Яңғыҙҙар үҙ мөхәббәтен осратыр.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларҙың күп ваҡыты сәфәрҙә һәм осрашыуҙар менән үтер. Тик ҡайһы бер кешеләр менән аралашыуҙан ҡәнәғәт булмаҫһығыҙ. Үҙегеҙ хаҡында ғәйбәт ишетеү күңелегеҙҙе төшөрөр. Өйҙә барыһы ла һәйбәт, көнкүреш мәсьәләләре лә тиҙ хәл ителер.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Һеҙгә матди һорауҙарҙы хәл итеү талап ителер. Ватылған әйберҙа ремонтларға, йә яңыһын һатып алырға кәрәк булыр. Дуҫтар менән араларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ. Һөйгәнегеҙ менән оҙон юлға, йә сәйәхәткә сығырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Етәксегеҙ һеҙҙең өҫкә күп эш өйөр, башты баҫып эшләү хәйерлерәк, бәхәскә инмәгеҙ. Никахлы ҡыҫалаларҙың икенсе яртыһы менән мөнәсәбәттәре киҫкенләшер. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын тойорһоғоҙ, теләгән әйберегеҙҙе һатып алырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар өсөн тәүге урынға сәләмәтлектәре сығыр. Иммунитетығыҙ ҡаҡшауы арҡаһында вируслы инфекцияларға бирешеп барырһығыҙ. Туҡланыуға ла иғтибар бүлегеҙ. Сәйәхәт, яңы белем алыу өсөн яҡшы осор. Яңы дуҫтар табырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙ уйламаған эштәр башҡарып ташларһығыҙ. Уларҙан көтөлмәгән һөҙөмтәләр килеп сығыр. Яратҡанығыҙға ҡарата көнләшеү хисе ташламаҫ. Ял көндәрен яңғыҙлыҡта үткәреүҙе хуп күрерһегеҙ. Яҡындарығҙға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Тормошоғоҙҙоң күп кенә өлкәһендә көсөргәнешлек һиҙелер. Икенсе яртығыҙ менән араларығыҙ ҡаҡшап алыр. Эштә лә проблемалар килеп тыуыр. Был ауыр мәлдәрҙе сабырлыҡ менән үткәреп ебәрегеҙ. Аҙна аҙағына яңы офоҡтар асылыр.
Саян (24.10-22.11)
Һеҙгә был осорҙа күп юл төшә. Туристик сәфәргә сығып китеүегеҙ ҙә ихтимал. Эшлекле осрашыуҙар уңышлы үтер. Мөхәббәттең ҡәҙерен белергә өйрәнерһегеҙ, һөйгәнегеҙ менән бер һүҙле булырһығыҙ. Әлеге мәлдә һыу процедуралары файҙалы.
Уҡсы (23.11-21.12)
Дүшәмбе көндән үк яңы эшкә тотонмағыҙ, иҫкеләренең осона сығығыҙ. Яратҡан кешегеҙгә ҡарата хистәрегеҙ яңырған кеүек тойолор, романтикаға ынтылырһығыҙ. Ял көндәренә дуҫтарығыҙ менән тәбиғәт ҡосағына ашҡынырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Кеше проблемаларын үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, үҙегеҙҙең көнитмешегеҙҙе яҡшыртыуҙы хәстәрләгеҙ. Һөйгәнегеҙҙе наҙ, хөрмәт менән уратып алһағыҙ, унан да шундай яуап алырһығыҙ. Насар ғәҙәттәрегеҙҙән арыныу яҡшыраҡ булыр.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Эштә тәртип булдырырға теләһәгеҙ ҙә, бик килеп сыҡмаҫ. Шулай барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Был осорҙа өйләнешкән һыуғоярҙар бик бәхетле булыр. Никахтағыларҙың да аралары нығыныр. Руль артында ипле йөрөгөҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Эшкә, һөнәргә бәйле кардиналь үҙгәрештәр яһау теләге уяныр, әммә ашыҡмау хәйерле. Балалары булған балыҡтарға борсолорға сәбәр табылыр. Элекке мөхәббәтегеҙҙе осратырһығыҙ. Ҡала шау-шыуынан ял итеп алыу яҡшы һәйбәт булыр.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: