Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2022, 09:35

Бергә бәхетлеләр

Салауатта яңғыҙ әсәләргә һәм етем, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға ғаилә йылыһын бүләк итеүселәргә ярҙам күрһәтелә

Бергә бәхетлеләр
Бергә бәхетлеләр

Салауатта яңғыҙ әсәләргә һәм етем, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға ғаилә йылыһын бүләк итеүселәргә ярҙам күрһәтелә

“Ышаныслы киләсәк” һәм “Берлектәге аҙымдар” - был грант проекттарын тормошҡа ашырыу яңғыҙ әсәләргә һәм етем балаларҙы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм бәхетле тормошҡа юл табырға ярҙам итә. Яңыраҡ тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 2021 йылда проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһау тантанаһы үтте.
“Киләсәккә ышаныс”
Яңғыҙ әсәләргә мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итеү өсөн “Киләсәккә ышаныс” проекты булдырыла, ул Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына “Йәшлек” йәштәр башланғыстары фонды тарафынан “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Проект ике йүнәлеш буйынса үҫешә. Тәүгеһе үҙ үсенә яңғыҙ әсәләрҙе уҡытыу һәм артабан эш урыны менән тәьмин итеүҙе йәки компьютер дизайны, сайттарҙы программалаштырыу, социаль селтәрҙәрҙә маркетинг нигеҙҙәре өлкәһендә өҫтәмә аҡса эшләргә өйрәтеүҙе үҙ эсенә ала. Проектты тормошҡа ашырыу барышында унда ҡатнашыусыларға 16 дәрес бирелә, уларҙың 14-е онлайн форматта, улар аҙнаһына бер тапҡыр дүрт ай дауамында бара.
- Уҡыу барышында йәш әсәләр онлайн маркетинг һәм сайт, блог алып барыу нигеҙҙәрен өйрәнде. Һуңынан вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы, унда ҡала эшҡыуарҙары ҡатнашты. Йәрминкәлә проектта ҡатнашыусы Мария Савельева, Инира Назарова, Юлия Кротова һәм Наталья Кононова бизнесмендарға үҙ проекттарын тәҡдим итте, - тип һөйләне “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам үҙәге директоры Ирина Назарова.
Проекттың икенсе йүнәлеше - яңғыҙ әсәләргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү. Проектта ҡатнашыусылар менән “Ышаныс” үҙәге педагог-психологтары эшләне, улар диагностик процедуралар, коррекцион һәм релаксация күнекмәләре, “Бала саҡты шифаландырыу” психологик уйын үткәрә. Психологик эш һөҙөмтәһендә, үҙ-үҙеңде көйләү сеанстарында булғандан һуң яңғыҙ әсәләр үҙ-үҙеңде баһалау кимәлен күтәрә, эмоциаль яҡтан бирешмәүсәнгә әйләнә, үҙҙәренең көслө һәм баҫынҡы яҡтарын белә, үҙ көстәренә ышаныс тойғоһона эйә була, тормош ауырлыҡтарын еңергә өйрәнә.
“Берлектәге аҙымдар”
“Абсолют-Ярҙам” хәйриә фондының грант конкурсы сиктәрендә “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам үҙәге белгестәре етем балаларҙы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә социаль-психологик-педагогик булышлыҡ итеү программаһы буйынса “Берлектәге аҙымдар” проектын тормошҡа ашырҙы.
Проект ғаиләләрҙә гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу, һәр ғаилә ағзаһының уңышлы адаптацияһына, уларҙың социалләшеүенә ярҙам итеү өсөн әҙерләнә. Шулай уҡ ул балаларға һәм ата-әсәләргә тейешле белем алыуға йүнәлтелә.
- Был йүнәлештә 2018 йылдан алып эшләйбеҙ. Социаль-психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, диагностика, ата-әсәләрҙе алыштырыусы ғаиләләргә коррекцион һәм релаксацион күнекмәләр уҙғарабыҙ, - тип аңлатма бирә Ирина Назарова. - Был проекттың үҙенсәлеге Ҡуҡрауыҡ шарлауығына, “Толпар” ат спорты комплексына, дөйәғоштар фермаһына экскурсияларға алып барыу, улар барышында беҙҙең педагог-психологтар ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы уйындар, тренингтар һәм пикниктар ойошторҙо. Барыһы ла ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтты.
- Балаларға һәм ололарға, йәғни проектта ҡатнашыусыларға ҡарата битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Артабан да шулай уҡ актив булыуығыҙҙы һәм төрлө сәйәхәттәргә йөрөүегеҙҙе теләйем. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине “Берлектәге аҙымдар” проектында ҡатнашыусыларҙың береһе.
- Ошо проекттар арҡаһында унда ҡатнашыусыларҙың нисек үҙгәреүен, уларҙың үҙ маҡсатына табан барыуын күрҙек. “Ышаныс” коллективына берләшеп, ошондай проекттар әҙерләп, уларҙы тормошҡа ашырыуҙарына рәхмәт. Был ҙур хеҙмәт. Һеҙ ирешелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмаҫһығыҙ, һеҙҙең алда бик күп проекттар барҙыр, тип ышанам. Улар ҙа бик уңышлы булыр, тип уйлайым, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марина Вишева.
Хуплау һүҙҙәрен йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова ла еткерҙе.
- Проекттарҙы әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да актив хеҙмәттәре менән ҡотлайым. Был социаль әһәмиәтле идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн финанс ярҙам алыу йүнәлешендәге еңел булмаған эш. Һеҙ киләсәктә лә күп кенә уңыштарға һәм еңеүҙәргә өлгәшеүегеҙҙә һис шигем юҡ, - тип билдәләне ул.

Фото тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: