Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2022, 13:00

Тырышлыҡ - уңыш нигеҙе

Быйыл “Салауатбыяла” йәмғиәте 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Тырышлыҡ - уңыш нигеҙе
Тырышлыҡ - уңыш нигеҙе

Быйыл “Салауатбыяла” йәмғиәте 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уның тырыш, уңған эшсәндәре тураһында һөйләмәү яҙыҡ булыр ине.

Компанияның төп ҡиммәте - клиенттарҙың продукцияға ҡабаттан заказ биреүе. Был тауарҙың юғары сифаты һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең пофессионаллеге тураһында һөйләй. “Салауатбыяла”ла быяланың төрлө төрҙәрен, быяла һауыттар, көҙгөләр һәм башҡа бик күп нәмә етештерәләр. Һәр бүлек мөһим роль уйнай. Үҙендә газды, һыуҙы һәм электр энергияһын берләштергән энергия менән тәьмин итеү цехынан башҡа ла
быяла етештереүҙе күҙ алдына килтереп булмай.
- Һыу быяла етештереү технологияһында бик мөһим компонент булып тора. Ул шихта составнда бар, күп  технологик процестарҙа файҙаланыла. Беҙ уны килешеү буйынса “Салауат һыу каналы” предприятиеһынан алабыҙ, - тип аңлата предприятиеға өҙлөкһөҙ һыу биреү мөһимлеген һыу менән тәьмин итеү участкаһы начальнигы.
Бала саҡта Вадим Половников тормошоноң Салауат ҡалаһының быяла заводы менән бәйле буласағын күҙ алдына ла килтермәй. 1989 йылда ул Салауат индустриаль техникумын тамамлай. 2010 йылда юғары уҡыу йортонда “Автоматизация буйынса инженер” белгеслеге буйынса ситтән тороп белем ала.
- Заводҡа 1997 йылдың мартында шихта әҙерләү цехына электромонтер булып килдем. Бер ай үткәндән һуң шул уҡ цехта мастер итеп ҡуйҙылар, унда 2007 йылға тиклем эшләнем. Һуңынан “Ремонт-механика базаһы”на энергетик булып күстем. Тағы ике йылдан электр цехына цех начальнигы урынбаҫары итеп  саҡырҙылар. Вазифа буйынса үрләтеүҙәренә һәм яңы эшемә бик шат булдым, үҙ белгеслегең буйынса эшләү ҡыҙыҡ. Шул ваҡыттан бирле ошондамын. “Салауатбыяла”ла дөйөм эш стажым 25 йыл тәшкил итә. Бында мин ҙур тәжрибә тупланым, уны хәҙер йәштәргә  лә тапшырам. Эшем белемде даими камиллаштырыуҙы
талап итә, сөнки технологиялар үҫешә, - ти Вадим Половников.
Быяла заводында ғаилә династиялары эшләүе - киң таралған күренеш. Улар  араһында Половниковтар ғаиләһе лә бар. 
- Атайым Валерий Абдрахман улы производство бүлеге начальнигы булды, әсәйем Людмила Ивановна ла хеҙмәт эшмәкәрлеген ошонда башланы.  Кәләшем Гүзәл дә бында эшләне,әле ул хаҡлы ялда. 
Половниковтар ғаиләһендә ике ул - Виталий һәм Денис үҫә. Улдары ла ата-әсәһенең юлынан китә - техник белем алалар. Тик эш урыны итеп башҡа предприятиены һайлайҙар. 
Яуаплы һәм мөһим эшенән тыш, Вадим Половниковтың яратҡан шөғөлө лә бар. Йәй ваҡытында улар ҡатыны менән  дачала йәшәй, баҡса менән  мәшғүл. Унда нимә генә үҫтермәй улар.
- Эштән буш ваҡытымда көнкүреш электроникаһы менән булышам - ремонтлайым, нимәнелер йәбештерәм, хужалыҡта кәрәк әйберҙәр эшләйем. Балыҡҡа йөрөү  оҡшай. Ете айлыҡ ейәнсәребеҙ Милана беҙҙең өсөн ҙур
ҡыуаныс. Үҫкәс уны үҙем менән балыҡҡа аласаҡмын, - ти ул.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: