газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2022, 12:52

"Ҡанатлы пехота" һәр саҡ сафта

2 августа Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре үҙенең барлыҡҡа килеүенең 92 йыллығын билдәләне. Был уңайҙан бөтә республикала, шул иҫәптә Салауатта ла байрам саралары уҙҙы.

"Ҡанатлы пехота" һәр саҡ сафта
"Ҡанатлы пехота" һәр саҡ сафта

2 августа Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре үҙенең барлыҡҡа килеүенең 92 йыллығын билдәләне. Был уңайҙан бөтә республикала, шул иҫәптә Салауатта ла байрам саралары уҙҙы.

Ғәҙәттәгесә, тантаналы митинг "Мәңгелек ут" мемориаль комплексы янында үтте.
- Ҡанатлы пехота Ҡораллы Көстәрҙең һәр саҡ элитаһы булды. Һауа-десант ғәскәрҙәре - беҙҙең армия ғорурлығы, ул хәрби традицияларҙы һаҡларға, тоғролоҡҡа  өйрәтә. Десантсылар бөгөндә нацизмға ҡаршы көрәшә. 
Зәңгәр береттар киләсәктә лә юғары патриотизм тойғоһо, Тыуған иленә, хәрби антына тоғролоҡ менән айырылып торор, тип ышанам. Байрам менән! - тине үҙ сығышында  ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Тыуған илен яҡлап һәләк булған десантсыларҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Һуңынан ҡала хакимиәте башлығы Игорь Геннадьевич Рәсәй Ҡораллы көстәре тарихын һәм данын пропагандалағаны, йәш быуынды хәрби-патритоик тәрбиәләүҙә ҡатнашҡаны өсөн Афғанстан һуғышында ҡатнашыусылар, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары Александр Воробьев менән Константин Совенковты рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты Фәнил Ғәйнуллинға, Венгриялағы хәрби хәрәкәттәр миҙалы Федор Романовҡа тапшырылды.
Ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ла десантсыларҙы ҡотланы.
- Хөрмәтле салауаттар, ҡәҙерле ветерандар, десантсылар, ярай әле һеҙ бар  был донъяла, Салауатта үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләү  менән шөғөлләнәһегеҙ. Һәр ваҡыт шулай көслө, ныҡ, һау-сәләмәт булығыҙ, - тине ул үҙ сығышында.
Ҡаланың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Исламғолов та изге теләктәрен еткерҙе.
- Барығыҙҙы ла Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, десантсылар дуҫлығы ныҡ, ҡаҡшамаҫ булһын, - тине ул.
Сара Мәңгелек утҡа, яугир-интернационалистарға ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды. 
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: