Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август , 10:20

Йөрәк ҡушыуы буйынса һайланған һөнәр

30 йыл ғүмерен кешеләрҙе ҡотҡарыуға һәм утҡа ҡаршы көрәшкә бағышлаған Илдар Зөбәйеров һайлаған һөнәренә бер ҙә үкенмәй. Әле ул Салауат ҡалаһының янғын һүндереүселәренең һәм ҡотҡарыусыларының ветерандар советын етәкләй.

Йөрәк ҡушыуы буйынса һайланған һөнәр
Йөрәк ҡушыуы буйынса һайланған һөнәр

30 йыл ғүмерен кешеләрҙе ҡотҡарыуға һәм утҡа ҡаршы көрәшкә бағышлаған Илдар Зөбәйеров һайлаған һөнәренә бер ҙә үкенмәй. Әле ул Салауат ҡалаһының янғын һүндереүселәренең һәм ҡотҡарыусыларының ветерандар советын етәкләй.

Илдар Зөбәйеров сығышы менән Мәләүез районынан.1975 йылда ул Свердловск янғын-техник училищеһына уҡырға инә. Шул ваҡыттарҙа буласаҡ кәләше менән танышып, ғаилә усағын булдыралар.1979 йылда
училищены ҡыҙыл дипломғатамамлай һәм эске хеҙмәт лейтенанты вазифаһында йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһына ебәрелә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Илдар Фәйзелғәли улы 2-се хәрбиләштерелгән янғын һағы отрядының 25-се янғын часында ҡарауыл начальнигы булып башлай. 1982 йылда 36-сы янғын часы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 
- 1996 йылда күрше Ишембай ҡалаһына часть начальнигы итеп саҡырҙылар. Ниңә үҙемде һынап ҡарамаҫҡа тинем дә, тәүәккәллек итергә  булдым. Унда алты йыл эшләп, Салауатҡа 2-се янғын һағы отряды начальнигы
урынбаҫары булып ҡайттым, 1993 йылда 2-се дәүләт янғын хеҙмәте отряды начальнигы итеп ҡуйҙылар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифалаполковник званиеһында эшләнем, - тип хәтирәләр йомғағын һүтте Илдар
Зөбәйеров.
Ҡалалағы 112 хеҙмәте лә уның башланғысы менән булдырыла.
- Өфөлә һөҙөмтәле эшләүсе бындай хеҙмәт бар ине. Ә Салауатта барыһын да баштан башланыҡ. Өфө урамында (элекке хәрби комиссариат) бина бирҙеләр, шунда 112 хеҙмәтен булдырҙыҡ. Эштәр көйләнде, беҙҙең хеҙмәт бер йылды республика буйынса икенсе урынды алды, - ти ветеран.
Илдар Зөбәйеровтың фекеренсә, күпселек янғындар кешеләрҙең ғәйебе буйынса  сыға. Электр менән йылытыу ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу, балаларҙың ут менән шаярыуы, тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ эш итеү
фажиғәгә алып килә лә инде. Шуға янғындарҙы булдырмау өсөн иҫкәртеү саралары күреү төп бурыс булып тора.
Илдар Фәйзелғәли улының һүҙҙәренсә, янғын һағында 30 йыл эшләү дәүерендә бик күп ваҡиғаларға шаһит булған. 
- Янғындарҙы һүндереү буйынса ҙур мәктәпте Свердловскиҙа уҡығанда үттем. Унда бер йыл эшләнем, өлкән янғын һүндереүсенән бүлексә командирына тиклем юл үттем. Ошо ваҡытта бик етди янғын булды. Урал политехник институтының биш ҡатлы ятағы янды.Беҙ унда саҡ үҙебеҙ яҡты донъя менән хушлашманыҡ. Бөтә студенттар сығып бөткән кеүек ине. Шул саҡ бер студент бина эсендә тағы бер ҡыҙ ҡалды, тип ҡысҡырҙы. Һаҡлағыс кейемдә коллегаларым менән дүртәүләп өсөнсө ҡатҡа  күтәрелдек. Ут дөрләй, ҡамап алды. Бөтә ерҙән эҙләйбеҙ,  бер ҡайҙа ла юҡ ҡыҙ. Беҙ тышҡа килеп тә сыҡтыҡ, бөтә биш ҡат емерелеп тә төштө.
Минут түгел, хатта секундҡа һуңлаһаҡ, нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә  ҡурҡыныс. Әйткәндәй, ҡыҙ унда бөтөнләй булмаған. Был янғында күп кешене ҡотҡарҙыҡ, иң мөһиме - һәләк булыусылар юҡ ине.  Комбинаттағы аяныслы янғынды оноторлоҡ түгел: 2000 йылда 23-сө  цехта шартлау булды, өс кеше һәләк булды. Ул ваҡытта алты янғын һүндереүсене “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр, ә миңә II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалын тапшырҙылар. 
Илдар Фәйзелғәли улы әлеге көндә “Салауат һыу каналы” предприятиеһында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар  оборонаһы буйынса инженер булып эшләй. Илдар Зөбәйеров йәмәғәт эшенән дә буш түгел: ул Салауат ҡалаһының янғын һүндереүселәренең һәм ҡотҡарыусыларының ветерандар советын етәкләй. Ойошма биш йыл элек барлыҡҡа килгән, ошо йылдар эсендә күп эштәр башҡарылған.
- 2-се махсуслаштырылған янғын хеҙмәте отряды тарҡалғандан һуң, уның пенсионерҙары урамда тороп  ҡалғандай булды, ә улар - 250 кеше! Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Өфөнән комиссия килде һәм ветерандар советы булырға тейеш тип ҡарар итте, йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһына минең кандидатурамды күрһәттеләр. Шулай эш башланды. Совет һайланыҡ, 2019 йылда ветерандар бүлмәһен астыҡ һәм  йыһазландырҙыҡ. Берлектәге көс менән ҡаланың бөтә янғын частары  тураһында архив материалдар, фотоһүрәттәр, альбомдар тупланды. Хатта иҫке формулярҙар ҙа бар бында.  2019 йылда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының
Башҡортостан Республикаһы буйынса ветеран-ойошмаларының смотр-конкурсында беренсе урын яуланыҡ. 2020-лә - икенсе, былтыр өсөнсө урынды алдыҡ. Ғөмүмән, призлы урындарҙан ҡалған юҡ. Бөгөн совет
составында 249 кеше тора. Беҙ даими йыйылышабыҙ, көнүҙәк, борсоған проблемаларҙы хәл итәбеҙ, юбилярҙарҙы  ҡотлайбыҙ, Ололар көнөн һәм башҡа байрамдарҙы  үткәрәбеҙ. Әлбиттә, пандемия эшебеҙгә үҙ төҙәтмәләрен индермәй ҡалманы. Әммә беҙ барыһының да яйға һалынырына һәм ғәҙәти  тормош ритмына әйләнеп ҡайтасағыбыҙға ышанабыҙ, - ти ветерандар советы рәйесе.
Күп йылдар элек һайлаған һөнәрен Илдар Зөбәйеров йөрәк ҡушыуы буйынса  һайланған һөнәр тип иҫәпләй.
- Үткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Ҡабаттан һөнәр һайлау мөмкинлеге булһа, тап ошо юлдан китер инем, - тип  һүҙен йомғаҡланы ветеран.
Илдар Зөбәйеровтың тырыш хеҙмәте етәкселек яғынан да билдәләнмәй ҡалмай. Уның күп  кенә миҙалдары, күкрәккә таға торған билдәләре, маҡтаулы  исемдәре бар.
Уның тураһында коллегалары ла йылы фекерҙә.
- Илдар Фәйзелғәли улы аҡыллы етәксе, һәйбәт белгес, яҡшы кеше. Эшләгән  ваҡытында Һәр хеҙмәткәрҙе күрә һәм ишетә белде. Коллективта һәр ваҡыт йылы  өхит хакимлыҡ итте, был - Илдар Фәйзелғәли улының
ҡаҙанышы, - ти улар.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в